Шәхси тѳҙѳлѳш арта, ер ҡиммәтләнә

Һуңғы йылдарҙа ҡалала үҙ йортон тѳҙѳргә теләүселәр күбәйә. Был иһә ер участкаларына һорауҙы арттыра. Ер алырға теләүселәр булғас, ергә хаҡ та арта.
Рәсәй закондары буйынса тѳҙѳлѳш ѳсѳн бушлай ер биш категория граждандарға бирелә: күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждарға, бюджет ѳлкәһендә эшләгән торлаҡҡа мохтаждарға, йәш ғаиләләргә. Ә ҡалған граждандар йорт тѳҙѳргә теләһә, аукциондан һатып алыу мѳмкинлегенә эйә.

Аукциондар менән муниципаль район хакимиәтенең милеккә идара итеү комитеты шѳғѳлләнә. Һуңғы үткәрелгән аукционда 1-се лотҡа ҡуйылған Мата-2 биҫтәһендәге участкаға башланғыс хаҡ 134300 һум күләмендә ҡуйылһа, һуңғы дәғүәсе 348800 һумға һатып алыуға иреште. “Водоканал” предприятиеһы эргәһендә урынлашҡан шәхси секторҙы халыҡ “Рублевка” тип йѳрѳтә. Бындағы Ларионов урамындағы участканың береһе ѳсѳн башланғыс хаҡ 227600 һум күләмендә баһаланһа, ул ер 1 312 400 һумға һатылды, ошо уҡ урамдан икенсе участканы һатып алыусы ла 1 300 600 һум хаҡ тәҡдим итте.
- Аукционда хаҡтарҙың ҡиммәт булыуына һатыуға ҡуйылған участкаларҙың аҙ булыуы ла йоғонто яһай. 2011 йылда күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә бушлай ер биреү тураһындағы Федераль закон ҡабул ителгәндән һуң, бѳгѳнгѳ кѳнгә ҡарата муниципаль район буйынса был категорияға ҡараусы 277 ғаиләгә ер участкаһы бирелде, шул иҫәптән ҡалала 187 ғаилә ерле булды. Беҙ тәүҙә бушлай ергә хоҡуҡтары булған граждандарға участкалар әҙерләйбеҙ. Ирекле ер участкаһы килеп сыҡҡан саҡта ғына аукционға ҡуябыҙ. Аукциондан килгән килем район бюджетын тулыландыра, - ти милеккә идара итеү комитеты рәйесе А.М. Фәхретдинов.

Р. Мусина.
Оставить комментарий