Ѳмәләр

Яңы Хәсән һәм Сәфәрғол ауылдары араһындағы Инйәр йылғаһының яр буйы сүплеккә әйләнеп бара.
Был урынды берәүҙәр Малибу пляждары менән сағыштырһа, икенселәр ожмахҡа тиңләй. Сѳнки бында ял итеү ѳсѳн тѳрлѳ ауылдарҙан киләләр. Яҙ кѳндәрендә сәйәхәт иткән туристар ҙа үҙенсәлекле урында туҡтамайынса үтмәй.
Техника заманында йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, халыҡ сүп-сарын ҡайҙа етте шунда ташлап китә. Һѳҙѳмтәлә был урын кѳнкүреш әйберҙәре, һауыт-һаба, тәгәрмәс, ҡош-ҡорт, бесәй һәм эт үләкһәләре менән тула.
20 май Кѳньяҡ Урал ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре Яңы Хәсән ауылынан килгән волонтерҙар менән Инйәр буйын таҙартты. Ѳмәнән һуң яр буйы тын алып ҡалған кеүек тойолдо. Халыҡ сүп-сарын йылға буйына ташламаһын, ә полигонға алып барһын ине. Полигон тәүлек әйләнәһенә эшләй.
Донъябыҙ яҡты, үҙебеҙ иҫән-һау, тәбиғәтебеҙ таҙа булһын ѳсѳн һәр беребеҙ тырышырға тейеш.

М. Бәхтийәров,
* * *
ҡурсаулыҡ методисы.
Тирә-яҡ матурланып йәшеллеккә күмелгән, ҡоштар һайраған ҡояшлы кѳндә Береш халҡы ѳмәгә сыҡты.
Уҡыусылар мәктәп ихатаһын, урам, йылға буйҙарын сүп-сарҙан таҙартһа, ауыл халҡы зыяратты тәртипкә килтерҙе. Берештә уңған, ѳлгѳлѳ ғаиләләр күп. Хатта тыл ветераны Хѳснә әбей ҙә оло булыуына ҡарамаҫтан доғалар, аяттар уҡып, тырышып донъя кѳтә. Белоретта йәшәүсе Алмира һәм Ғүмәр Динисламовтар ҙа йыл да ҡайтып, туғандарының ҡәберен ҡарап, сәскә ултыртып торалар. Улар хаҡлы ялда булһалар ҙа тик ултырыуҙы белмәй. Бына шундай уңған кешеләр менән нисек ғорурланмайһың! Ихлас, егәрле, гѳрләтеп донъя кѳткән барлыҡ ауылдаштарыма иҫәнлек-һаулыҡ, имен тормош теләйем.
Р. Хәсәнова,
Береш.

* * *
Шәмбе, йәкшәмбе кѳндәре Уҫманғәле халҡы ауыл зыяратын кәртәләү ѳмәһен ойошторҙо.
Ауыл халҡынан аҡса йыйып 450 метр оҙонлоғонда тимер сетка алынһа, «Ғәйнетдинова Г.Р.» шәхси предприятиеһы аша урындағы хакимиәт таҡта, имән бағана һәм башҡа материалдар һатып алды. «Күмәкләгән - яу ҡайтарған» тигәндәй, ѳмәселәр ике кѳн эсендә эште тамамлап та ҡуйҙы.
Инйәр ауыл биләмәһе хакимиәте һәм советы Уҫманғәле халҡына, ойоштороу эшен алып барыусы Рәшит Рамазан улы Хисмәтуллинға, ауыл старостаһы Ришат Зариф улы Нәғимовҡа, Фәрзәнә Айса ҡыҙы Ғәлинаға, Фуат Зәйнәғәбдин улы Шәйхетдиновҡа, Хәниф Айса улы Салауатовҡа рәхмәт белдерә, үҙҙәренә һәм ғаиләләренә һаулыҡ теләй.
Инйәр ауыл биләмәһе хакимиәте.
Оставить комментарий