Ҡурсаулыҡта янғын

Дүшәмбе Кѳньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында “Айгир” станцияһы эргәһендәге урманда янғын сыҡты. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре 1,5 га майҙанды ялмап алған ут менән 20 сәғәткә яҡын кѳрәште. Утты икенсе кѳнѳнә генә һүндерә алдылар.

Янғын сыҡҡан ерҙә ҡурсаулыҡҡа рѳхсәтһеҙ ингән кешеләрҙең “эҙҙәре” ҡалған. Күҙаллауҙар буйынса, был хәл ял итеүселәрҙең ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуы арҡаһында килеп сыҡҡан.
Утты һүндереүҙә 32 кешенән торған оператив тѳркѳм, Ямашты, Бирҙеғол урмансылығы һәм ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Ямғырһыҙ һәм эҫе кѳндәр тороуға бәйле, белореттарҙы һәм район ҡунаҡтарын ваҡытлыса урманға сығыуҙан тыйылып торорға һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырабыҙ.
С. ЙОМАҒУЖИНА.
Оставить комментарий