Үҙебеҙҙе үҙебеҙ хәстәрләйек

2013 йылдың Тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителеүе бик актуаль булды, сѳнки һуңғы йылдарҙа тәбиғәтте ныҡ бысратабыҙ, уның тураһында хәстәрлек күрмәйбеҙ. Шуға ла Иҙел буйы сүп-сарға күмелә, йылғалар һайыға, шишмәләр ҡорой, йылға ярҙары емерелә. Бѳтәһенә лә беҙ, йәғни кеше ғәйепле.

Аҙнағол ауылы бик матур урында урынлашҡан. Ауылды икегә бүлеп, Ағиҙел аға. Бер урамдан ҙур трасса үтә. Йәй башланыу менән туристар һыу буйлап кәмәләрҙә сәйәхәткә сыға. Шулай уҡ трасса буйлап Шүлгәнташ мәмерйәһенә елдереүселәр ҙә бихисап. Һыу эсендә кѳпә-кѳндѳҙ 40-лаған һыйыр малы тора. Бѳтә бысраҡ һыуға аға. Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан килгән туристарҙың был хәлгә иҫтәре китә. Иҙел буйы мал тиҙәге, сүп-сар менән тулған. Ауылда 10 йыл буйына кѳтѳүсе таба алмайбыҙ. Шәхси хужалыҡтар малын ҡапҡанан ғына ҡыуып сығара ла ебәрә. Шуға ла Иҙел буйында ял итеп ултырырлыҡ урын да юҡ. Быйыл малды Иҙел буйына ҡыумаҫҡа һѳйләштек. Эшлекле, аҡыллы фермер Вәлит Ҡорбанғәлиев беҙҙе аңланы. Хәҙер ул бѳтә малын бер юлдан ғына ҡыуа, һарыҡтарын кѳтѳп алып ҡайта, урам буйлап йѳрѳмәйҙәр.

Аңламай, ыҙғыш-талаш ҡупта-рыусылар ҙа булды. Иҙел буйына ағас, күп йыллыҡ сәскә лә ултыртып ҡараныҡ, ярҙы нығытыу үҙебеҙ ѳсѳн кәрәк бит. Һәр кем үҙ йорт-ҡураһын, эргә-тирәһен таҙартып, ипләп тотһа, күңеле лә тыныс, йѳҙѳ лә яҡты булыр ине. Ауылыбыҙҙа ѳс магазин, клуб, китапхана бар. Шул магазин, клуб янынан үтеп китеүе лә күңелгә ауыр тәьҫир итә, сѳнки һыра, спирт шешәләре тәгәрәп ята. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре кѳн һайын эште сүп-сар таҙартыуҙан башлаһа, яҡ-шыраҡ булмаҫ инеме икән, тип тә ҡуяһың. Магазин, туҡталыш эргәһендә сүп-сар ѳсѳн һауыттар эшләп ҡуйғанда ла бик шәп булыр ине.

Ауыл эргәһендә Ташморон шишмәһе бар. Уның эргәһендә эскәмйәләр, ѳҫтәл эшләтеп ҡуйыу ҙа бик һәйбәт булыр ине. Әллә эшһеҙлектән, әллә вайымһыҙлыҡтан беҙҙе мүк баҫып бара, буғай. Кешегә аңлатып та, иҫкәртмә яһап та ҡарайһың, файҙаһы юҡ, ғауғалашырға ғына торалар. Тағы ла бер проблема тынғы бирмәй. Трассанан кѳнѳнә 100-ләгән машина үтә. Йома-шәмбе-йәкшәмбе кѳндәре юл аша сығыуы ла ҡурҡыныс. Кеше, мал тапатыу осраҡтары ла булып тора. Хатта хужа кешенең ҡыуып алып ҡайтып килгән малын тапаттылар. Ҡала кешеләре, зыян күрҙек, тип, 3 балалы колхозсынан 60 мең һум аҡса түләттерҙе. Ауыл кешеһе ѳсѳн ул бик ҙур сумма. Әгәр ҙә машиналар ауыл уртаһынан сәғәтенә 30 саҡрым тиҙлектә үтһә, бер мал да тапалмаҫ ине.

Ә машиналар 60 ҡына түгел, хатта 80-100 саҡрым тиҙлек менән дә йѳрѳй. ЮХХДИ машинаһы торған саҡта ғына яйлап үткән булалар. Билдә ҡуйырға ярамай, ә урамдан теләһә ниндәй тиҙлектә үтергә ярай. Ѳйҙәр оло юлдан 1-2 метр аралыҡта ғына урынлашҡан. Урамда балалар уйнарлыҡ урын да юҡ. Юл хәрәкәте ѳсѳн яуаплы етәкселәргә ауыл халҡы исеменән мѳрәжәғәт итәбеҙ: билдә ҡуйыу юл хәрәкәтен боҙоу булмаҫ ине. Әгәр ҙә һүҙебеҙгә ҡолаҡ һалмаһалар, үҙебеҙгә эшләп ҡуйырға тура килер, ахыры.
Батырхан Юнысов.
Аҙнағол.
Оставить комментарий