Үҙебеҙҙе, еребеҙҙе яратайыҡ!

Ҡуртымсыларҙың урманға һаҡсыл ҡарамауы борсоуға һала
2013 йылды Тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау йылы тип иғлан итеү илебеҙҙәге һәр яуаплы кешенең иғтибарын экология мәсьәләләренә йүнәлтергә мәжбүр иткәндер. Ошо хаҡта һәм экологтарҙың эше, бурыстары менән яҡындан танышыу маҡсатында, Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Белорет территориаль комитеты рәйесе
Рәшит Рәис улы Килдейәров менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
территориаль комитеттың тѳп бурыстарының береһе - Тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтенең үтәлешенә контроллек итеү. Был йүнәлештә быйыл ниндәй эштәр башҡарҙығыҙ?

- Белорет территориаль комитетының һигеҙ ке-шенән торған коллективы Белорет, Бѳрйән, Учалы, Әбйәлил райондарын һәм Белорет, Учалы, Межгорье ҡалаларын хеҙмәтләндерә.
Комитет инспекторҙары тәбиғәтте һаҡлау ҡа-нундарын боҙоусыларҙы асыҡлар ѳсѳн даими рәүештә рейдҡа сыға. Эко-логия айлығы ваҡытында 144 объект тикшерелде.
2013 йылдың туғыҙ айында беҙҙең инспекторҙар планға ярашлы 97, пландан тыш 27 тикшереү үткәрҙе, шул иҫәптән, 175 протокол тѳҙѳнѳ, административ хо-ҡуҡ боҙоуҙар тураһында килгән 50 административ эште ҡараны. Алдан үт-кәрелгән тикшереүҙәр буйынса яҙылған бо-йороҡтоң үтәлешен кон-тролдә тотабыҙ. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр эксперт си-фатында прокуратура ме-нән 52 тикшереүгә сыҡты, шулай уҡ прокуратура һорауы буйынса 4 тик-шереү үткәрҙек. Планлы тикшереүҙәр ваҡытында - 103, планһыҙ тикшереү үткәргәндә 91 ҡанун боҙоу осрағы теркәлде.
192 административ эш ҡаралғандан һуң 52 физик шәхескә, 127 вазифалы кешегә, 13 юридик шәхескә бѳтәһе 3 млн. 86 мең һум күләмендә штраф һалыу тураһында ҡарар сығарылды.
- Был һандар теле менән булды. Бер нисә осраҡты миҫалдарҙа һүрәтләп үтһәгеҙ ине...
- Тикшереүҙәр ваҡы-тында белгестәр Белорет ҡалаһында, райондың Ти-мер юл, Инйәр ауыл хакимиәттәре биләмәлә-рендә рѳхсәтһеҙ барлыҡҡа килгән сүплектәр барлығын, Белорет ҡалаһында, Аб-ҙаҡ ауыл хакимиәтендә контейнерҙар майҙансығын файҙаланыуҙа санитар нор-маларҙың күҙәтелмәүен, Учалы районының Миндәк ҡасабаһында сүплекте фай-ҙаланыу ҡағиҙәләренең боҙолоуын, Бѳрйән ра-йонының Иҫке Собханғол ауылында Ағиҙел йылғаһы буйындағы һаҡланған зо-нала рѳхсәтһеҙ сүп-сар түгеү факттарын асыҡланы.
Белорет ҡалаһының Тимер юл ауылы эргәһендәге ҡаты ҡалдыҡтар полигоны 1971 йылдан эшләп килә, ул күптән тулһа ла, әле һаман файҙаланыла. Сүп-сарҙы яндырғандары ѳсѳн 2012 йылда уны хеҙмәтләндергән Авария-диспетчер хеҙмәтенә 100 мең һум штраф һалдыҡ. Яңы полигон тѳҙѳлһә лә,
Үҙебеҙҙе,  еребеҙҙе яратайыҡ!Сүплектәр кѳнүҙәк про-блема булып тора. Кешеләр матур йәшәргә теләй, әммә үҙҙәре тырышмай. Ҡайһы берәүҙәр йортонан сыҡҡан сүп-сарын да ҡайҙа етте шунда ташлап китә. Рѳхсәтһеҙ барлыҡҡа килгән сүплектәрҙә янғындар сығып тора.
Ғѳмүмән, хакимиәттәрҙең аҡсаһы юҡ, ә халыҡ был мәсьәләгә аңлы ҡарамай. Быйыл ғына беҙгә ҡараған дүрт районда рѳхсәтһеҙ барлыҡҡа килгән 36 сүплектең барлығын асыҡланыҡ. Уларҙың хужаһын тапҡандан һуң сүплектәрҙе бѳтѳрѳү сараһын күрәбеҙ.
- Ҡаланың иң ҙур предприятиеһы - Белорет металлургия комбинаты. Унда тәбиғәтте һаҡлау буйынса ҡанундар күҙәтеләме?
- Эйе, тип әйтеп булмай. Быйыл апрель-майҙа үткән административ тикшереү ва-ҡытында комбинаттың 3-сѳ һыу сығарыу урынында һыу составында тимер һәм баҡырҙың норманан күпкә артыҡ булыуы асыҡланды. Юридик шәхескә 20 мең һум штраф һалынды.
Комбинаттың һыу объект-тарына кире тәьҫир итеүҙе кәметеү буйынса планы бар. Шул пландың һуңғы пункттарының береһендә 2015-16 йылдарҙа таҙартыу ҡорамалдарын яңыртыу-ре-конструкциялау ҡаралған. Әм-мә бѳгѳнгѳ кѳндә комбинат түккән һыуҙың сифаты яҡшырыуы күҙәтелмәй. Бысраҡ һыу ташланыуы һѳҙѳмтәһендә быуа тѳбѳнә ләм ултыра. Һыу объектын бысратҡан һәм тәбиғәткә зыян килтергән ѳсѳн БМК-нан 5 700 240 һум штраф түләттереүҙе юллаған дәғүә судҡа ебәрелде.
- Урман ҡуртымсылары тәбиғәтте һаҡлау ҡағиҙәләрен үтәйме?
- Ҡуртымсыларҙың урманға һаҡсыл ҡарамауы борсоуға һала. Ағасты ҡырҡыу ме-нән генә сикләнмәйҙәр, ә башҡа ҡырын эштәрен дә ҡылалар. Мәҫәлән, Тирлән урмансылығына ҡараған һәм “Башлеспром” йәмғиәте ҡуртымға алған урманда карь-ер барлыҡҡа килеүе тураһында мәғлүмәт булды. Беҙ был факт буйынса урынға сыҡтыҡ. Тик-шереүҙән шул асыҡланды: “Башлеспром”дың “Белорет урманы” предприятиеһының эшмәкәрлеге һѳҙѳмтәһендә карьер барлыҡҡа килгән. 1 октябргә тиклем карьерҙы рекультивацияларға тигән күрһәтмә бирҙек, әммә был етешһеҙлек бѳтѳрѳлмәне. Әле материалдар йыйып, тәбиғәткә килтерелгән 130 мең һум күләмендәге зыянды ҡайтартыу маҡсатында пред-приятиены судҡа бирҙек.
“Селена” йәмғиәте буйынса былтыр шундай уҡ хәл булғайны. Улар склад урынын тигеҙләр ѳсѳн рѳхсәтһеҙ таш алған. Уларға 800 мең һумлыҡ штраф һалынды. Бер аҙҙан, суд ҡарарын үтәмәгән ѳсѳн, штраф ике тапҡырға арттырылды.
- Карьер тигәндәй, Асы ауылы хакимиәтенә ҡараған ауыл халҡы законһыҙ рәүештә таш сығарыусыларға ри-заһыҙлығын белдерә, са-бынлыҡтары тапалыуына зарлана...
- Карьерҙар буйынса рейд-тарға сығабыҙ. Законһыҙ эш итеүселәргә штраф һалабыҙ. Әбйәлил районы Ташбулат ауылы эргәһендә Әбйәлил юл тѳҙѳү-ремонтлау идаралығы рѳхсәтһеҙ ер ҡаҙып, шундағы тѳҙѳлѳштѳң автомобилдәр туҡталышы ѳсѳн таш түшәй ине. Вазифалы шәхескә - мастерға 40 мең һум штраф һалынды.
Учалы районы Мансур ауылынан 800 метр алыҫ-лыҡта “Санғалыҡ диорит карьеры” йәмғиәте руда булмаған файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу, эшкәртеү һәм һатыу менән шѳғѳлләнә. Асыҡ ысул менән эшләгән карьерҙың саңы ауылға килә. Башҡортостандың тә-биғәтте һаҡлау район-ара прокуратураһы ҡушыуы буйынса февралдә “СДК” йәмғиәтен тикшереү һѳ-ҙѳмтәһендә, органик булмаған саңдың рѳхсәт ителгәндән күпкә артыуы, саң таҙартыу ҡорамалдары проектта ҡа-ралғандан түбән ҡеүәтле булыуы, шулай уҡ хужалыҡ иткән объектта санитар-һаҡлау режимы күҙәтелмәүе асыҡланды. Санитар-һаҡ-лау зонаһында саң нор-манан ѳс тапҡырға күп. Һауаға ташланған зарарлы матдәләр инвентаризация ва-ҡытында иҫәпкә алғандағына ҡарағанда 20 тапҡырға артыҡ. Саң аҙыҡ-түлеккә, баҡсалағы йәшелсә-емешкә, үпкәгә ултыра. Санитар-һаҡлау ре-жимын күҙәтмәгән ѳсѳн юридик шәхескә бер нисә тапҡыр штраф һалынды.
- Тѳп эшегеҙҙән тыш район-ҡала тормошонда ла әүҙем ҡатнашаһығыҙ. Ошо эшмәкәрлегегеҙ тураһында ла һѳйләп үтһәгеҙ ине...
- Комитет ҙур территорияны хеҙмәтләндереүгә ҡарамаҫ-тан, тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр үҙ бурыстарын лайыҡлы атҡара, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша.
Быйыл беҙ ҡала-ауыл биләмәләрен таҙартыу, тѳ-ҙѳкләндереү һәм йә-шелләндереү буйынса эко-логик айлыҡтарҙа, ѳмәләрҙә актив ҡатнаштыҡ.
Экологик йүнәлештәге са-раларҙа предприятие, бюджет ойошмалары, уҡыу йорттары актив ҡатнаша. Ағас ултыртыу кѳнѳндә Белорет ҡалаһының “Йәш натуралистар стан-цияһы” педагогтары һәм тәрбиәләнеүселәр Белорет металлургия колледжы сту-денттары менән берлектә, Тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау йылы һәм Рәсәйҙә ѳҫтәлмә белем биреү системаһының барлыҡҡа килеүенә 95 йыл тулыу айҡанлы, экологик акцияға сыҡты. 11 йәш натуралист, туғыҙ студент һәм туғыҙ педагог Ағиҙел йылғаһы һәм Бельский шишмәһе буйҙарын таҙартты. Ике сәғәттә 35 тоҡ сүп-сар йыйҙылар, шул иҫәптән 5 ток пластик шешә ҡабаттан эшкәртеүгә ебәрелде. Та-ҙартылған территорияларға 50 ағас ултыртылды. Ағас үҫентеләрен йәш натуралистар үҫтергән, улар ағастарҙы артабан да тәрбиәләп торасаҡ.
Йәш быуында яуаплылыҡ, ватансылыҡ тойғолары тәр-биәләү маҡсатында ЭКА йәшелдәр хәрәкәте “Ергә бүләк - 2013” экологик акцияға сыҡты. Ағиҙел һәм Гумен шишмәһе ярҙарын таҙартып, 6 тоҡ быяла шешә йыйып тапшырҙы, ҡалған сүп-сар сүплеккә сығарылды.
“Таҙа республика ѳсѳн” республика акцияһына ҡала Үҙәк китапханаһының бѳтә хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды. Улар Белорет - Магнитогорск юлы буйындағы сүп-сарҙы йыйҙы.
Комитет белгестәре лә ҡала-район сараларынан ситтә ҡалманы.
Эш буйынса тѳрлѳ ра-йондарға сығып йѳрѳгәс, кешеләрҙең тәбиғәткә ни-ндәй ҡарашта булыуын сағыштырып ҡарағанда, Бѳрйән районы халҡы тирә-яҡ мѳхитебеҙгә һаҡсыл ҡарауын билдәләп үтер инем. Бѳрйәндәрҙең тә-биғәткә булған мѳнәсәбәтен башҡаларға үрнәк итеп ҡу-йырға була.
- Рәшит Рәис улы, әңгәмәгеҙ ѳсѳн рәхмәт.

Һѳйләшеүҙе йомғаҡлап, шундай һығымта яһарға була - тирә-яҡ мѳхиттең бысраныуында кеше үҙе ғәйепле һәм Рәсәй халҡы экологик мәҙәниәтле булмайынса, был хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрмәйәсәк. Шуның ѳсѳн, әгәр ҙә тирә-яҡ мѳхитебеҙ таҙа булһын тиһәк, һәр беребеҙ ѳлѳш индерергә тейеш. Ситтән кемдер килеп, беҙҙең ѳсѳн урамдарыбыҙҙы, ауылыбыҙҙы, ҡалабыҙҙы таҙартып йѳрѳмәйәсәк. Үҙебеҙҙе, еребеҙҙе, урмандарыбыҙҙы яратайыҡ һәм башҡаларҙан да шуны талап итәйек!
Р. Мусина
әңгәмәләште.
Оставить комментарий