Берлектә-бәрәкәт

Муниципаль район хакимиәте, Йәш натуралистар станцияһы, «БелЭко” йәмәғәт ойошмаһы һәм экологик китапхана ойошторған конкурстың еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үҙе бер байрамға әйләнде. Йәш натуралистар станцияһы директоры Нәсимә Шәриф ҡыҙы Иҫәнғәлина сарала ҡатнашыусыларға рәхмәт белдергәндән һуң һәр ғаиләнең тирә-яҡ мѳхитте һаҡлауға индергән ѳлѳшѳ тураһында ҡыҫҡаса һѳйләп үтте.

1 апрелдән 1 декабргә тиклем үткән экологик марафонда ҡатнашыусы ғаиләләр араһында еңеүселәр 5 номинация буйынса билдәләнде. «Ергә бүләк» номинацияһында ғаиләләр ерҙе сүп-сарҙан таҙартты, ағас ултыртты, тәбиғәтте һаҡлауға саҡырған аншлагтар, плакаттар урынлаштырҙы. Был номинацияла Үткәлдән Мәҙинә һәм Ирек Йомағужиндар балалары Сулпан, Нәркәс, Илвир, Илдан менән еңеү яуланы. Шулай уҡ ошо ауылдан Рузидә һәм Рѳстәм Ғәйфуллиндар балалары Айгүзәл, Арыҫлан менән – II, Наил Ғәббәс улы Хәмзин етәкселегендәге Сермән балалар йортоноң 5-се тѳркѳм балалары III урынға сыҡты.

«Ҡаты кѳнкүреш ҡалдыҡтарын – эшкә!» номинацияһында ҡаланан 1 тонна макулатура йыйып тапшырған Гүзәл һәм Рәшит Иҫәнбаевтар балалары Данияр, Таймас менән – I, Үткәлдән Йомағужиндар һәм Ғәйфуллиндар – II, ҡаланың Октябрьский биҫтәһенән Мәрйәм Сәлихова ҡыҙы Ангелина менән III урын алды. Әйткәндәй, ошо конкурс барышында ғына бѳтәһе 3 тонна 529 килограмм сүп-сар йыйылған. Бынан тыш, күп кенә пластик шешәләр, быяла һауыттар йыйылған һәм «Таҙа ҡала» компанияһына тапшырылған.
«Минең ихатам – минең хәстәрем» номинацияһында Инйәрҙән Гѳлдәр һәм Ирек Хисмәтуллиндар улдары Салауат менән– I, Сермән балалар йорто – II, Инйәрҙән Альбина һәм Алексей балалары Полина , Ярослав менән, уларға ҡушылған олатай-ѳләсәйҙәре Наталья һәм Леонид Прониндар III урынға сыҡты.
«Блогер мусорға ҡаршы» номинацияһында Инйәрҙән Фатима һәм Миңнәхәт Әхмәтовтар балалары Алһыу, Азалия, Дим, Дилә менән – I урын яуланы.
«Экологик эрудициялы» номинацияһында ҡаланан Эльвира һәм Нуриман Хәйруллиндар балалары Венера, Тимур менән– I, ҡыҙҙары Айсель менән Гүзәл һәм Альберт , олатай-ѳләсәйҙәре Рима һәм Ғарифулла, уларҙың улы Данис Шәйәхмәтовтар – II, Абҙаҡтан Миңһылыу һәм Фәнис Шагбазовтар балалары Зарина, Диана менән III урын яуланылар. Был номинацияла конкурсанттар экологик һорауҙарға яуаптар бирҙе, ребустар систе. Шулай уҡ конкурста ҡатнашҡан бѳтә ғаиләләр ҙә иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды. И.В. Пинящук Сермән балалар йортоноң хоккей командаһы тренеры, экологик хәрәкәт активисы һәм үҙ еренең патриоты Р.Ә. Ишморатовҡа Диплом менән бүләк тапшырҙы. Ошо конкурсты тѳрлѳ матбуғат сараларында актив яҡтыртҡан Үҙәк китапхана хеҙмәткәре Наил Шакиров та бүләккә лайыҡ булды.

Тѳрлѳ номинацияла еңеүселәрҙе муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.В. Пинящук, Йәш натуралистар станцияһы директоры Н.Ш. Иҫәнғәлина, Экологик китапхана мѳдире З.З. Шакирова, ЭКА йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Л. Ғ. Әбсәләмова, Ә.Ә. Йәғәфәровтың «Таҙа ҡала» компанияһы экономисы Е.Е.Еремян, «Фаберлик» компанияһы вәкиле Ю.А. Шукурова Дипломдар һәм бүләктәр тапшырҙы. Ә сараны Азалия һәм Алһыу Әхмәтовалар, Динар Ғәниев һәм уның улы, башҡорт гимназияһының VI класс уҡыусыһы Илнар башҡарған йырҙар биҙәне.
Конкурс тамамланды, әммә был йылда башҡарылған эштәр киләсәктә лә дауам итәсәк, сѳнки тирә-яҡ мѳхиттең, тәбиғәтебеҙҙең таҙалығы, сафлығы һәм байлығы - матур, яҡты киләсәк нигеҙе.
З.Сѳләймәнова.
Оставить комментарий