Экологик ѳмәләр башланды

18 апрелдә район-ҡала предприятиелары, учреждениелары, ойошмалары һәм территориаль үҙидаралыҡтар экологик ѳмәгә сыҡты.
Елена Николаевна Кузьмина, «Белорет электр селтәрҙәре» йәмғиәтенең административ-хужалыҡ бүлек начальнигы:
- Үҙебеҙгә беркетелгән территторияны кѳҙҙән үк һәйбәт итеп таҙартып ҡуйғас, яҙғыһын сүп-сар күп булманы. Ѳмәгә сығыу ѳсѳн бѳтә предприятие, учреждениелар ҙа кеше бүлде. Үҙебеҙҙә техника булғас, еңелерәк. 25 кеше тимер юлды аша сығыу урынына тиклем территорияны таҙартып, сүп-сарҙы самосвалға тейәп, сығарып та ҡуйҙы. Киләһе ѳмәлә, әгәр ямғырҙар яумаһа, буяу, аҡлау эштәре башлана.

***
Айытбай Зәбир улы Әйүпов, Сермән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы:
- Сермәндә лә, Аҙнағолда ла ѳмә ойошҡан рәүештә үтте. Бер предприятие, ойошма, учреждение ла ситтә ҡалманы. Бигерәк тә мәктәп коллективы әүҙемлек күрһәтте. Техника булыуы эште еңеләйтте. Юл ремонтлау-тѳҙѳү идаралығы менән хеҙмәттәшлек итеү ике яҡ ѳсѳн дә файҙалы һәм отошло. Бер нисә йыл рәттән бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәйбеҙ. Әлбиттә, әлегә ер ѳҫтѳ һыу, ҡар иреп бѳтмәгән урындар бар. Киләһе ѳмә лә юғары кимәлдә үтер, тигән ѳмѳттә ҡалам.

***
Ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы коллективы мәктәп яны участкаһын сүп-сарҙан таҙартты. Әлегә ер еүеш булғас, тышҡа бер класс ҡына сыҡты, башҡалар үҙ кластарында ѳмә үткәрҙе. Гимназия киләһе шәмбе ѳмәгә сығырға йыйына.
Шулай итеп, тәүге ѳмәлә күптәр ҡатнашты. Шәхси йортта йәшәгәндәр ҙә ихата һәм урам буйҙарын сүп-сарҙан таҙартты.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, таҙалыҡтың һаулыҡ сығанағы булыуын һәр кем аңлап етмәй. Шулай булһа, йәшәгән ерен, һулаған һауаһын бысратырға батырсылыҡ итеүселәр табылмаҫ ине.
З. Сѳләймәнова яҙып алды.
Оставить комментарий