Эскән һыуға тѳкѳрмәйек!

Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының яҙғы ташҡын ваҡытында экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү тураһындағы бойороғона ярашлы, йылға, күл, һыу ятҡылыҡтарының яр буйҙары тикшерелә.
Эскән һыуыңа тѳкѳрмә, тигән халыҡ әйтеме бар. Кешелек был һүҙҙәргә әллә ни әһәмиәт бирмәй. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Белорет территориаль идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән рейдҡа сыҡҡанда быға беҙ тағы ла шаһит булдыҡ.

Тәүге кѳндә территориаль бүлек рәйесе урынбаҫары Альберт Ибраһимов менән Уҡшуҡ йылғаһы буйында булдыҡ. Йылғаның хәл-торошо шәптән түгел: ҡайһы берәүҙәр уны тѳҙѳлѳш ҡалдыҡтарын түгеү урынына әйләндергән. Рейдта ҡатнашҡан ҡала хакимиәте вәкиле Т.И. Йосопова был тәртипһеҙлек бѳтѳрѳлѳр тип белдерҙе. “Экологик айлыҡ ваҡытында йылға буйын таҙартыу буйынса сара күрелмәһә, муниципаль район хакимиәте исеменә күрһәтмә ебәрәсәкбеҙ”, - ти Альберт Фуат улы.
Икенсе кѳндѳ ҡала эсенән аҡҡан Мата йылғаһы буйын тикшерҙеләр. Шәхси йорттарҙың баҡсалары йылғаның ике ярына ла терәлеп тора. Мата йылғаһының рәхәтен күреп, матурлығына һоҡланыр урынға, йорт хужалары барлыҡ сүп-сарын һыуға, яр буйына ташлай. Мәҫәлән, Серебренников урамында йәшәгәндәрҙең ҡайһы берҙәре йылға буйын сүплек итеп алған. Инспекторҙар Таһир Әбсәләмов, Илгиз Килдейәров яр буйын ҡыйлаған хужаларға иҫкәртмәләр тапшырҙы. Ѳйҙә булмағандарға, шылтыратыуҙарын һорап, телефон һандарын ҡалдырҙы.
- Белдереү ҡағыҙы ҡалдырыу һѳҙѳмтә бирәме? - тип ҡыҙыҡһынам.
- Эйе, күптәр шылтырата, һуңынан беҙгә килә, - ти инспекторҙар.
Һыу буйлап “сәйәхәт” дауам итә. Берәү ярға автомобиль покрышкалары ташлаған. Инспекторҙар килеп туҡтағас, кемдер ѳйҙән тәҙрәнең ҡорғанын ғына шылдырып ҡараны ла, ишекте асманы. Ә күршеһе шунда уҡ сыҡты һәм һыу буйын бысратыуы менән килешеп, ѳс кѳндә таҙартырға һүҙ биреп ҡалды.
Мата йылғаһы яры буйындағы бер арауыҡта йорттар булмаһа ла, юл аша йәшәгәндәр сүп-сар, ағас ҡалдыҡтарын ташлаған. Йылға буйлап ѳҫкәрәк күтәреләбеҙ. Шул уҡ күренеш - яр буйы ҡыйға күмелгән. Был ергә яҡын урынлашҡан йорт хужабикәһе ѳйҙә булып сыҡты.
- Беҙ ташламайбыҙ, башҡалар ырғытып китә. Йыуынты һыу ѳсѳн канализация үткәрелгән. Сүп-сарҙы ҡалалағы контейнерҙарға алып барабыҙ. Элек ѳй алдында ла контейнер булды. Ѳс ай элек алып киттеләр. Хәҙер кешеләр, ғәҙәт буйынса, сүп-сарҙы тотоп киләләр ҙә, контейнер урынында булмағас, яр аҫтына ташлай ҙа китәләр, - ти ҡатын.
Ѳсѳнсѳ кѳндѳ Нура йылғаһы буйын ҡарағанда ла шундай уҡ етешһеҙлектәр осраны.
- Сүп-сар ѳсѳн махсус урындар бар. Шунда алып барһындар ине. Һыу буйын ҡыйлаған ѳсѳн 1000-2000 һум күләмендә штраф һалына. Әгәр ҙә күрелгән сараларҙан һуң да етешһеҙлектәр булһа, штраф күләме ике тапҡырға арта. Ә аҙаҡ эш суд приставтарына тапшырыла, - ти инспектор Таһир Әбсәләмов.
Тирә-яҡ мѳхит - дѳйѳм йортобоҙ. Һәр ташланған сүп-сар - үҙ ѳйѳбѳҙҙѳ бысратыу ул. Ѳйҙѳ һәр саҡ таҙалап, йыуып торабыҙ. Шунһыҙ уның ҡото китә. Тәбиғәт тә үҙенә шундай уҡ мѳнәсәбәт талап итә. Беҙҙе йәшәткән Ер-әсәгә миһырбанлы булайыҡ!
Р. Мусина.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий