Экологик эстафета дауам итә 17-06-2013, 15:10 / Экология

Экологик эстафета дауам итә

“Киләсәк быуын ѳсѳн ерҙе һәм һыуҙы һаҡлайыҡ” тип аталған автосәйәхәттең икенсе турын Белорет районы муниципаль район ҡатын-ҡыҙҙар советы уҙғарҙы....
Ҡурсаулыҡтар ярышты 14-06-2013, 14:33 / Экология

Ҡурсаулыҡтар ярышты

4-5 июндә Башҡортостан Республикаһының айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең дәүләт инспекторҙары иң яҡшы оператив тѳркѳмдѳ билдәләү һәм үҙ белемдәрен камиллаштырыу ѳсѳн бишенсе тапҡыр уҡыу-күнекмә семинарына йыйылды. Сараны Кѳньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы менән Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй тәбиғәтте күҙәтеү хеҙмәте ойошторҙо....
БМК акцияға ҡушылды 14-06-2013, 14:32 / Экология

БМК акцияға ҡушылды

Белорет металлургия комбинаты 5 июндә “Тирә-яҡ мѳхиткә ноль насар йоғонто” акцияһына ҡушылды. Был кѳндѳ республика предприятиелары тирә-яҡ мѳхиткә насар йоғонто яһаусы эшмәкәрлеген үҙ ирке менән ҡыҫҡа ваҡытҡа туҡтатып торҙо....
Ғәйеплеләрҙе яза кѳтә 14-06-2013, 14:31 / Экология

Ғәйеплеләрҙе яза кѳтә

Республикабыҙ Тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау йылына әүҙем ҡушылды. Халыҡты тирә-яҡ мѳхиткә, тәбиғәткә һаҡсыл булырға саҡырған мәҡәләләр баҫыла, тѳрлѳ конкурстар ойошторола, ултырыштар үткәрелә. Был эштәрҙең барыһы ла граждандарҙа экологик культура тәрбиәләүгә йүнәлтелгән....
Киләсәк быуын ѳсѳн ерҙе һәм һыуҙы һаҡлайыҡ 14-06-2013, 14:29 / Экология

Киләсәк быуын ѳсѳн ерҙе һәм һыуҙы һаҡлайыҡ

2013 йылды Тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау йылы тип иғлан итеү айҡанлы был йүнәлештә тѳрлѳ саралар, экологик акциялар йыш үтә. Башҡортостанда “Киләсәк быуын ѳсѳн ерҙе һәм һыуҙы һаҡлайыҡ” тип аталған автосәйәхәт тә ошо маҡсаттан ойошторолдо. Акцияның инициаторҙары - республиканың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы һәм БР Йәмәғәт палатаһы. Автосәйәхәт шулай уҡ Бѳтә Рәсәй халыҡ фронтының беренсе ойоштороу съезына ла арналды. Унда 15 автомобиль ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусылар Ҡырмыҫҡалы, Архангел һәм Белорет райондарының шишмә, күл һәм йылға буйҙарын таҙартты. БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы...
Беҙ - экологик ғаилә 14-06-2013, 14:15 / Экология

Беҙ - экологик ғаилә

Тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау йылына арналған “Атай, әсәй, мин - экологик ғаилә” конкурсының беренсе этабы тамамланды. Халҡыбыҙҙа, бигерәк тә үҫеп килгән быуында, экологияға һаҡсыл ҡараш, тыуған яҡҡа һѳйѳү тәрбиәләү, тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау эшен алып барған кешеләргә ихтирам уятыу маҡсатын ҡуйған был сараға Сермән балалар йорто ла дәррәү ҡушылды. Һәр бала, һәр хеҙмәткәр был изге эшкә ѳлѳш индерергә тырышты....
Ѳмәләр 30-05-2013, 16:27 / Экология

Ѳмәләр

Яңы Хәсән һәм Сәфәрғол ауылдары араһындағы Инйәр йылғаһының яр буйы сүплеккә әйләнеп бара. Был урынды берәүҙәр Малибу пляждары менән сағыштырһа, икенселәр ожмахҡа тиңләй. Сѳнки бында ял итеү ѳсѳн тѳрлѳ ауылдарҙан киләләр. Яҙ кѳндәрендә сәйәхәт иткән туристар ҙа үҙенсәлекле урында туҡтамайынса үтмәй. Техника заманында йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, халыҡ сүп-сарын ҡайҙа етте шунда ташлап китә. Һѳҙѳмтәлә был урын кѳнкүреш әйберҙәре, һауыт-һаба, тәгәрмәс, ҡош-ҡорт, бесәй һәм эт үләкһәләре менән тула. 20 май Кѳньяҡ Урал ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре Яңы Хәсән ауылынан килгән волонтерҙар менән Инйәр буйын...
Шәхси тѳҙѳлѳш арта, ер ҡиммәтләнә 30-05-2013, 15:48 / Экология

Шәхси тѳҙѳлѳш арта, ер ҡиммәтләнә

Һуңғы йылдарҙа ҡалала үҙ йортон тѳҙѳргә теләүселәр күбәйә. Был иһә ер участкаларына һорауҙы арттыра. Ер алырға теләүселәр булғас, ергә хаҡ та арта. Рәсәй закондары буйынса тѳҙѳлѳш ѳсѳн бушлай ер биш категория граждандарға бирелә: күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждарға, бюджет ѳлкәһендә эшләгән торлаҡҡа мохтаждарға, йәш ғаиләләргә. Ә ҡалған граждандар йорт тѳҙѳргә теләһә, аукциондан һатып алыу мѳмкинлегенә эйә....
Тәбиғәткә ярҙамға ашығабыҙ 30-05-2013, 15:47 / Экология

Тәбиғәткә ярҙамға ашығабыҙ

Йәш натуралистар станцияһы педагогтары һәм тәрбиәләнеүселәре, «ЭКА» хәрәкәте активистары, металлургия колледжының башланғыс һѳнәри белем биреү тѳркѳмѳ студенттары Бельский күпере районында Ағиҙел йылғаһының һул ярын һәм шул тирәләге шишмә буйын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса бергәләп экологик рейд үткәрҙе....
Закон боҙоуға  сик ҡуйылды 30-05-2013, 15:46 / Экология

Закон боҙоуға сик ҡуйылды

Тимер юл ауылында йәшәүселәр февраль айында “Башлеспром” ағас әҙерләү компанияһы” йәмғиәте территорияһында ағас ҡалдыҡтарын яндырыуҙары тураһында полицияға хәбәр итә. Эске эштәр органының тикшереү-оператив тѳркѳмѳ әйтелгән ергә барып, предприятиеның хеҙмәткәрҙәре, етәкселектең ҡушыуы буйынса, ҡайын һәм ылыҫлы ағас ҡалдыҡтарын яндырыуын асыҡлай....