Илгә - Инйәр  урманы 12-10-2012, 17:17 / Экология

Илгә - Инйәр урманы

1922 йылда ойошторолған Инйәр леспромхозына 90 йыл булды. Ул тәүҙә (1954 йылға тиклем) 14 - Инйәр, Ҡаҙмаш, Ремашта, Мәнәү, Рәүәт, Түбәнге Тѳлмәй, Ноҡат, Бәләғош, Берештамаҡ, Асы, Һуран, Ҡалашты, Кәртәле, Кѳҙйылға урман пункттары ингән Белорет металлургия комбинатың урман контораһы тип йѳрѳтѳлә. Йыл һайын был урман участкаларында 160 мең кубометр ағас, 79 мең кубометр әрҙәнә, Инйәр тѳркѳмѳ мейестәрендә 40 мең кубометр, Бәләғош тѳркѳмѳ мейестәрендә 120 кубометр ағас күмере әҙерләнә. Шулай уҡ леспромхоз ҡулланыусыларға 100 тоннаға тиклем сайыр һәм 500 тонна аҡ шыршы майы оҙата. 1936 йылдан...