Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһында Указға ҡул ҡуйҙы 15-09-2017, 10:58 / Әсәм теле - сәсән теле

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһында Указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 68-се статьяһына ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының республикала йәшәгән халыҡтарҙың туған телен һаҡлап ҡалыуға тиң хоҡуҡты гарантиялаған 54-се статьяһын тормошҡа ашырыу, Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен ирекле өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырыу, башҡорт телен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен өйрәнеү системаһының һөҙөмтәлелеген...
Тел байлығы йәки Ҡәйнә менән теща араһында айырма бармы? 25-08-2017, 15:18 / Әсәм теле - сәсән теле

Тел байлығы йәки Ҡәйнә менән теща араһында айырма бармы?

Башҡорт теленең ни тиклем бай, күп ҡырлы булыуы тураһында күп һѳйләргә лә кәрәкмәй. Саҡ ҡына иғтибарлыраҡ булғанда быны кѳндәлек тормошта ла асыҡ күрергә була. Һәр күренештең, һәр ваҡиға, атаманың тѳплѳ аңлатмаһы, мәғәнәһе бар. Телен яратҡан, уның нескәлектәрен белгән кешеләр ошо байлыҡ менән файҙалана ла белергә тейеш тә бит. Тик ғәмһеҙлекме, әллә инде бѳгѳнгѳ кѳн менән генә йәшәүгә күнегеп барыуыбыҙмылыр, был турала уйланып торорға урын да ҡалдырмай....
Халыҡ нәфис һүҙгә һыуһаған 27-10-2015, 11:36 / Әсәм теле - сәсән теле

Халыҡ нәфис һүҙгә һыуһаған

Әҙәбиәт йылы ҡолас йәйеп, йәйрәп ил гиҙеүен дауам итә. Билдәле шәхестәребеҙ - Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатовтың һәм шағир, журналистика ветераны Әхмәҙин Әфтәхтең, яҙыусы- сатирик Венер Исхаҡовтың, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Айгиз Баймѳхәмәтовтың һәм виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың Иҙел башы тѳйәгенә “әҙәби десант” булып килеп тѳшѳүе районыбыҙ ѳсѳн оло ваҡиғаға әйләнде....
«Ҡуңыр буға» үҙ юлынан бара 27-10-2015, 11:26 / Әсәм теле - сәсән теле

«Ҡуңыр буға» үҙ юлынан бара

Урал аръяғы ижади көстәренең “Ҡуңыр буға” йәмәғәт ойошмаһының нәүбәттәге күсмә ултырышы Белорет районының Сосновка ауылы модель китапханаһында үтте....
Ижад шишмәң урғылһын 6-04-2015, 11:54 / Әсәм теле - сәсән теле

Ижад шишмәң урғылһын

Ҡала Мәҙәниәт һарайында Әлфиә Мәғәфүрова алып барған «Тере шишмә» клубының сираттағы ултырышында шағирә, «Ағиҙел ѳҫтѳндә йәйғор» премияһы лауреаты Мәнзүрә Абдуллинаның ѳлкәндәр ѳсѳн «Әбейҙәр сыуағы», балалар ѳсѳн «Бесәй шатлығы» тип аталған китаптарының исем туйы уҙҙы....
Тѳклѳ аяғың менән, Әҙәбиәт йылы! 2-02-2015, 11:09 / Әсәм теле - сәсән теле

Тѳклѳ аяғың менән, Әҙәбиәт йылы!

Үткән аҙнала ҡаланың Дауыт Юлтый исемендәге китапханаһы «Иҙел башы» һәм Учалы яҙыусылар ойошмаһы менән берлектә Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында, Әҙәбиәт йылы программаһына ярашлы һәм “Яныбай Хамматов һабаҡтары” кѳндәренә ҡарата, әҙәби кисә үткәрҙе....
Карт алмагас 19-01-2015, 09:10 / Әсәм теле - сәсән теле

Карт алмагас

Ҡапыл көслө ел сыҡты. Ҡыйыҡ баштарынан нимәләрҙер осто, асыҡ торған ҡапҡалар, тәҙрәләр шартлап ябылды, урамда йөрөгән ҡош-ҡорт, эт, бесәйҙәр ояларына инә һалып боҫто. Урам аша иҫке йорт баҡсаһында бер ағас сырт һынды. Ҡарт алмағас ҡото осоп ыңғырашып ҡуйҙы. Янындағы буш дүңгәккә таяна-таяна ел ыңғайына йән-яҡҡа бөгөлдө. “Бөттөм, ахырыһы, минең дә ғүмерем ҡыл өҫтөндә”, тигән уй үтте башынан. Ергә көҙгө емештәре - бәләкәй алмалары - күҙ йәштәре булып тып-тып тамды. Ҡойон нисек килеп сыҡҡан, шулай дер һелкетеп үтте лә китте. Ҡарт алмағас уфылдап тын алып, турайып баҫып, ҡаршы баҡсаға күҙ һалды....
Шәғәле Шаҡманды иҫкә алдылар 26-05-2014, 11:15 / Әсәм теле - сәсән теле

Шәғәле Шаҡманды иҫкә алдылар

Үткән ял кѳнѳ Ҡаһарман ауылы халҡы Тамъян ырыуының бейе Шәғәле Шаҡман рухына ҡорбан салдырҙы. Сараны Рима Кәлим ҡыҙы Мусина тәҡдиме менән ойошторорға ҡарар иттеләр. Ойоштороу эшенә Сәүиә һәм Вәсилә Ирғәлиналар, Мәүлит Нәжметдинов, Рәшит Ирғәлин ҡушылды. Ауыл халҡынан аҡса йыйҙылар. Мәсетте ипләү, аш-һыу әҙерләү эшенә дин юлында йѳрѳгән Әлфиә Хәлитова, Йәнбикә Ирғәлина, Нажия Байымова, Гѳлйыһан Ҡасимова ҙур ѳлѳш индерҙе. Ауыл килене Лариса Ҡужәхмәтова ихлас ярҙам итте. Сараға ҡунаҡтар - Әбйәлил районы Күсем ауылы имам - хатибы Йәмил хәҙрәт менән Ибраһим хәҙрәт, Белорет ҡалаһынан Шәғәле Шаҡман...
Һин ҡайтманың 15-04-2013, 13:25 / Әсәм теле - сәсән теле

Һин ҡайтманың

Атаһын һуғышҡа алғанда Гөлсөм әсәһенең ҡары-нында ғына булып ҡалған. Береһенән-береһе бәләкәй ике малайын күкрәгенә ҡыҫып һөйөп яратҡас, инде ҡорһағы беленә башлаған ҡатынына ҡарап: “Малайҙарҙы һаҡла, быныһы ҡыҙыҡай булыр, шулай һиҙәм, - тигән Фәтих һалдат. - Һуғыш бөтөүгә дүртәү булып ҡаршы алырһығыҙ.”...
“ХАЛЫҠ ҺӨЙӨҮЕНӘ СИРАТ  ӨҘӨЛМӘГӘН..” 5-02-2013, 15:55 / Әсәм теле - сәсән теле

“ХАЛЫҠ ҺӨЙӨҮЕНӘ СИРАТ ӨҘӨЛМӘГӘН..”

Күренекле яҡташыбыҙ, шағир һәм журналист, Хөкүмәттең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты Дамир Шәрәфетдинов менән бер һөнәр кешеләре булғас, яҡындан аралашып торабыҙ. Ғәҙәттә, ул редакциябыҙға, кәм тигәндә, аҙнаһына ике тапҡыр инеп сыға. Әҙәбиәт, сәнғәт һәм башҡа тормош күренештәре тураһында гәпләшәбеҙ. Шул һөйләшеүҙә Дамир ағайыбыҙ бик ҡыҙыҡ фекерҙәр әйтеп һала. Ә мин, күп уйламай, шуларҙы теркәп тә ҡуям. Бына шулар менән һеҙҙе лә таныштырмаҡсымын....