Тѳклѳ аяғың менән, Әҙәбиәт йылы!

Үткән аҙнала ҡаланың Дауыт Юлтый исемендәге китапханаһы «Иҙел башы» һәм Учалы яҙыусылар ойошмаһы менән берлектә Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында, Әҙәбиәт йылы программаһына ярашлы һәм “Яныбай Хамматов һабаҡтары” кѳндәренә ҡарата, әҙәби кисә үткәрҙе.

Унда муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, «Иҙел башы» һәм Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзалары, “Башҡортостан” гәзите хәбәрселәре, “Урал” гәзите ди-ректор-баш мѳхәррире Сатура Минһажитдинова, Әбйәлил районы һәм Магнитогорск ҡалаһынан башҡорт әҙәбиәтен һѳйѳүсе ҡунаҡтар ҡатнашты.т Сараның тәүге ѳлѳшѳ күренекле романист, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Яныбай Хамматовтың иҫтәлегенә арналды. Яҙыусыны күреп-белгәндәр уның хаҡындағы яҡты хә- тирәләре менән уртаҡлашты. Икенсе ѳлѳштә районыбыҙ шағирәләре - Зѳлфирә Сѳләймәнова менән Зѳһрә Үтәғолованың ижадына байҡау яһап, Башҡортостан Яҙыусылар союзына инеүҙәре менән тәбрикләп, яңы сыҡҡан “Күңелем моңдары”, ”Ҡунаҡҡа саҡырам”, тип аталған китаптарының исем туйын туйланылар.

Зѳлфирә Сѳләймәнова “Урал” гәзите хәбәрсеһе, 4 китап авторы. Әйткәндәй, “Урал” гәзитенән инде нисәнсе быуын яҙыусылар, шағир-шағирәләр сыға. Шулар иҫәбендә Яныбай Хамматов, Нурислам Шәйхулов,Дамир Шәрәфетдинов, Рәсүл Сәғитов, Гүзәл Ситдиҡова, Нуриман Шаһибәков, Фәриха Вәлиуллина бар. Зѳһрә Үтәғолова Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле уҡытыусыһы, 3 китап авторы. Улар үҙҙәре тураһында һѳйләп, ижади пландары, хыялдары менән дә таныштырып үтте. Кисәгә килгән ҡунаҡтарҙың һәр береһе тиерлек һүҙ алып, уларға йылы теләктәрен еткерҙе. Гимназия уҡыусылары шағирәләрҙең шиғырҙарын һѳйләп ишеттерҙе. Шулай уҡ кисәлә уларҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны.
Н. ШӘРИПОВА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий