Ижад шишмәң урғылһын

Ҡала Мәҙәниәт һарайында Әлфиә Мәғәфүрова алып барған «Тере шишмә» клубының сираттағы ултырышында шағирә, «Ағиҙел ѳҫтѳндә йәйғор» премияһы лауреаты Мәнзүрә Абдуллинаның ѳлкәндәр ѳсѳн «Әбейҙәр сыуағы», балалар ѳсѳн «Бесәй шатлығы» тип аталған китаптарының исем туйы уҙҙы.

Әйткәндәй, Мәнзүрә Уйылдан ҡыҙы был клубҡа асылған кѳнѳнән алып йѳрѳй һәм үҙенең ижады менән таныштырып бара. Хәҙер инде хаҡлы ялда булған тѳрлѳ йәштәгеләр әхи- рәттәргә әйләнеп бѳткән. Клуб хужабикәһе Әлфиә Исмәғил ҡыҙы шағирәнең тормош һәм ижад юлы менән таныштырғандан һуң тѳрлѳ һорауҙар бирҙе. Мәнзүрә Абдуллинаның яуаптары уның тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу мѳмкинлеге бирҙе. Шағирәне әхирәттәре лә ҡотлап, изге теләктәрен ет- керҙе, ижад шишмәһенең һәр саҡ урғылып ташып тороуын теләнеләр. Мәнзүрә ханым шиғырҙарын уҡыны һәм ҡәҙер-хѳрмәт күрһәткәндәре ѳсѳн сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Китаптарҙың исем туйы йыр-бейеү, уйын-кѳлкѳ менән үрелеп барҙы.
З. СѲЛӘЙМӘНОВА.
ҺҮРӘТТӘ:
Мәнзүрә Абдуллина- Горбачева (алғы рәттә уртала) әхирәттәре менән.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий