«Ҡуңыр буға» үҙ юлынан бара

Урал аръяғы ижади көстәренең “Ҡуңыр буға” йәмәғәт ойошмаһының нәүбәттәге күсмә ултырышы Белорет районының Сосновка ауылы модель китапханаһында үтте.

Ултырыштың тәүге өлөшөндә Мәүлит Ямалетдинов ойошманың йыл дауамында йыйған ижад емештәрен барлап сыҡты. Йәмәғәт башланғысында эшлә- гән ижади ойошма етәксеһе М.Ямалетдиновтың отчетына саҡ ҡына туҡтап үтмәй булмай, сөнки ҡатмарлы осорҙа үҙ һуҡмағын дөрөҫ тоҫмаллаған "Ҡуңыр буға"ның юлы киңәйә, тауышы көсәйә бара. Мәҫәлән, ошо йылдың 10 айында ойошмаға 55 ҡулъяҙма - 700 шиғыр, 16 хикәйә, 1 пьеса тапшырылған. Асҡарҙа үткән йәш ижадсы- ларҙың зона конференцияһына 141 шиғыр сығарылған, "Әҙәби нағыш" республика марафонына 250 шиғыр һәм 1 повесть , айырым китапҡа 285 шиғыр, "Әҙәби нағыш" анталогияһына - 50 шиғыр, гәзиттәргә 16 шиғыр тәҡдим ителгән.

Ойошма ағзалары - Хәким Алсынбаевтың "Күңел дәфтәре", Ф.Вәлиуллинаның "Ҡурайлы сағыл", Мәргән Хөсәйеновтың "Облако надежд", Х.Хажиндың "Һоҡланам матурлыҡҡа" М.Яма- летдиновтың "Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри тәфсир", Х.Ниғмәтуллиндың "Юлға сығам", Әлфиә Әбдрафиҡованың "Күңелем серҙәре", Сания Мортазинаның "Йырҙар" исемле китаптары нәшер ителде. Коллектив йыйынтыҡтарҙа Учалы балаларының иң яҡшы әҫәрҙәренә "Минең беренсе китабым" конкурсы буйынса 10 уҡыусының "Яҡты эҙҙәр", Әбйәлил районынан яҙышыусы 17 уҡыусының "Йырҙарыбыҙ һиңә, Әбйәлил!", зона конференцияһы ҡарары буйынса Лилиә Солтанова, Динара Ғәлләмова, Эльмира Әхмәҙиеваларҙың "Тыуған яҡ биҙәктәре", ойошмаға ҡараған 40 авторҙың әҫәрҙәренән торған "Ҡуңыр буға балҡышы" исемле китаптар донъя күрҙе. Журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәр: А.Хәсәнова ("Ватандаш", поэма), М.Ямалетдинов ("Ағиҙел", шәл- кем), Бибикамал Шәйдуллина, М.Ямалетдинов ("Бельские прос- торы", шәлкемдәр), С.Вәхи- това ("Шоңҡар", шәлкем), М.Ямалетдинов ("Минги-тау", шәлкем, балҡар телендә). "Ағиҙел" журналының 7-се, 8-се һандарында 23 авторҙың шиғырҙары, 8 авторҙың проза әҫәрҙәре донъя күрҙе. Отчет осоронда 1 конференция, 2 күсмә семинар, 1 "Әҙәби нағыш" марафоны уҙғарылған. Әҙәбиәт һөйөүселәр менән 15 осрашыу (Учалы, Белорет, Әбйәлил райондарында, Магнитогорск ҡалаһында), 8 тапҡыр китаптарҙың исем туйы уҙғарылған. Киң күләм мәҙәни сараларҙан Белорет районының Сосновка ауыл модель китапханаһында ҡурайсы Т. Латиповтың хәтер кисәһе, Шығай ауылында А.Хәлфетдинов призына һәүәҫкәр композиторҙар конкурсы, Учалыла Т. Ғиниәтуллиндың 90 йәшенә ҡарата уҡыусы балалар менән фәнни конференция, Белоретта һәүәҫкәр композитор М. Сәлимовтың йырҙарын башҡарыусы балалар араһында зона конкурсы, Учалыла Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата шиғыр һөйләүсе уҡытыусылар конкурсы, З. Рәсүлев исемендәге мәсеттә балалар араһында Ҡөрьән сүрәләрен яттан һөйләүселәр конкурсы һ.б.

Йыл аҙағына тиклем "Ҡуңыр буға" ижади йәмәғәт ойошмаһының Асҡарҙа, унан Магнитогорскиҙа үтәсәк семинарҙы ла индерһәң, йыллыҡ эш һөҙөмтәһе Әҙәбиәт йылына торошло. Отчет сығышынан һуң М.Ямалетдиновтың бѳйѳк ҡаҙаҡ шағиры Моҡағәле Моҡатаевтың байтаҡ шиғырҙарына тәржемәләрен уҡыуын йыйылыусылар, әҙәбиәт һөйөүселәр ихлас тыңланы. Ултырыштың эшлекле өлөшөндә ике ҡулъяҙма тикшерелде. Әбйәлил районының Буранғол ауылы ҡыҙы, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенты, мәктәп йылдарында уҡ "Йәншишмә", "Йәшлек" гәзиттәрендә шиғыр конкурстарында ҡатнашып, лауреат исеме алған Гөлфирә Вәлиева, сығышы менән ошо уҡ райондың Хәмит ауылынан, хәҙерге ваҡытта Межгорьела йәшәгән Айгөл Муллағәлләмова тикшереүгә шиғырҙар шәлкемен тапшырған. Гөлфирә Вәлиеваның уҡытыусыһы Мәрйәм Сәлмәнованың, Айһылыу Йәғәфәрованың, Зөһрә Кашапова, Фәнүзә Биктимерова, Зөһрә Усманова, Рәмзилә Кәлимова, М.Ямалетдиновтарҙың йәш ижадсыларға әйтер теләктәре, тәҡдимдәре, кәңәштәре күп булды. Ысын-ысындан ижади мөхит барлыҡҡа килеп, йәш яҙышыусыларға өлгө булырлыҡ оҫталыҡ дәресе килеп сыҡты.

"Йәйғор балҡышы" ойошмаһы етәксеһе, Әбйәлил районының мәҙәниәт идараһы методисы, "Тамъян иле - гүзәл Башҡортостан" ғилми хеҙмәт авторы Хәҙис Ниғмәтуллин етәкселегендәге ижадсылар һәр семинарға, ултырышҡа ҙур әҙерлек һәм ойошҡанлыҡ менән килеүҙәрен билдәләргә кәрәк. Айгөл Муллағәлләмованың шиғырҙарын Мәүлит Ямалетдинов бик ентекле тикшереп, тейешле кәңәштәр бирҙе һәм: “Шиғыр бар, ә ҡалғаны үҙегеҙҙән тора”, - тине. Булыр бала биләүҙән, тигәндәй, Әбйәлил ҡыҙҙары икеһе лә яҙғандарына талапсан, икеләнеүгә урын ҡалдырып, яҙмалары өҫтөндә ялһыҙ эшләргә әҙер. Ошо урында Айгөлдөң ауылдашы, хәҙер танылған шағирә, "Башҡортостан ҡыҙы" журналы хәбәрсеһе Гөлнара Хәлфетдинованың баһа- ламаһынан өҙөк килтермәһәк, яҙыҡ булыр. Айгөл Рәжәпова- Муллағәлләмова үҫмер сағында бик әүҙем яҙышты, шиғырҙары республика баҫмаларында даими баҫылып торҙо. Ҡәләме өмөтлө ине, әммә ул тормош көтөү, бала бағыуҙы өҫтөн күрҙе һәм хәҙер биш балаға йән бүләк иткән әсәй булып та китте. Хәҙер телде белеп, аһәңен тойоп яҙыусылар һирәгәйҙе. Айгөлгә Интернет селтәре, дуҫтары ла үҫергә, асылырға, үҙ өҫтөндә эшләргә ярҙам итә.

Уның шиғырҙарында образдар тослана, сағыштырыуҙары үҙенсәлекле була бара. Айгөлдөң ижад шишмәһенең сылтырап йырлауы башҡаларҙы ҡабатламай, был да мөһим. Шағирә бар, китап та бар, ә шиғриәте йәшәрме, үҫерме, уныһы инде тик Айгөлдөң үҙенән тора”. Ике ҡулъяҙма ла ыңғай баһа алды һәм тәүҙә шәлкем итеп район, республика баҫмаларына бирергә, тигән ҡарар сығарылды. Йәш шағирәләр Гөлфирә Вәлиева, Айгөл Муллағәлләмова, Нәркәс Йомағужина апай-ағайҙарының тәнҡиттәренә, кәңәштәренә, матур теләктәренә рәхмәт йөҙөнән шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Мәүлит Ямалетдинов әүҙем эшләгән яҙыусыларға Республика көнө байрамы айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының Маҡтау грамотаһын тапшырҙы. Ижади ойошманың 40 ағзаһының әҫәрҙәрен туплаған "Ҡуңыр буға балҡышы" исемле китаптың исем туйы шиғырҙар, йырҙар, бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Хәҙис Ниғмәтуллин һәм Айһылыу Хәсәнова Әбйәлил ижадсылары исеменән "Белорет шишмәләре" яҙыусылар бе- рекмәһенә картина бүләк итте. Сосновка ауылы һәм китапханаһының, Шығай һәм Үткәл мәҙәниәт йорттарының һәүәҫкәр артистарының сығышы, Мөхәррәм Сәлимовтың Мәүлит Ямалетдинов менән бергә яҙған "Муса Мортазин" исемле йырҙы айырыуса ҙур дәрт, илһам менән башҡарыуҙары, Лира Хәйруллинаның моңло йыры һәм шиғыры, Әбйәлилдән Филүрә Моратшинаның "Ҡ" хәрефенә башланған һүҙҙәрҙән кисә барышында ижад иткән монологы, бейеү көйҙәренә күмәкләшеп сығып бейеүҙәр һәм ретройырҙар, Зөлфирә Ҡарағужинаның, Зөһ- рә Усманованың, Мәүлит Кәримовтың, Фәриха Вәлиул- линаның, Әнисә Аҫылғужи- наның, Әбйәлил ижадсыларының ҡотлау-сығыш-тары, имләү тынылай, күңелдәргә илһам, көс бирҙе.

"Белорет шишмәләре" яҙыусылар берекмәһе етәксеһе Сәғирә Шәрәфетдинова кисәне бәҫле, моңло, бай йөкмәткеле итеп алып барҙы. "Ҡуңыр буға" ижади йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Мәүлит Ямалетдинов, йыйылыусылар Сосновканың әүҙемдәре, берекмә бюроһы рәйесе, шағир Мәүлит Кәримовҡа һәм уның хәләле Земфира Шәйхетдин ҡыҙына, модель китапхана мөдире Гилә Рауил ҡыҙы Фәтҡуллинаға, йыр-моң бүләк итеүселәргә, табын ойошторусыларға башҡорт әҙәбиәтен күтәреүгә индергән өлөштәре өсөн рәхмәт әйтте. Күсмә ултырыштың респуб- ликабыҙ халҡы өсөн иң ҙур байрам - Республика көнө, мөстәҡиллек алыуға 25 йыл тулыу алдынан үтеүе үҙенә күрә бер яуаплылыҡ, етдилек тә өҫтәне. Сығыштарҙа әсә телен, мәҙәниәтебеҙҙе һәм әҙәбиәтебеҙе һаҡлап алып ҡалыуға бирелгән мөмкинлекте тулы көскә файҙаланып, йәш быуынды ижад мөхитенә ылыҡтырырға, таланттарҙы мәлендә асырға кәрәклеге хаҡында әйтелде. Был йәһәттән дә "Ҡуңыр буға" ижади йәмәғәт ойошмаһы маҡсатҡа ярашлы эш алып бара, туған әҙәбиәттең иртәгәһе көнөн хәстәрләү юлында.
Зилә АБЗАЛОВА, БР һәм РФ Журналистар союзы ағзаһы.
Оставить комментарий