Халыҡ нәфис һүҙгә һыуһаған

Әҙәбиәт йылы ҡолас йәйеп, йәйрәп ил гиҙеүен дауам итә. Билдәле шәхестәребеҙ - Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатовтың һәм шағир, журналистика ветераны Әхмәҙин Әфтәхтең, яҙыусы- сатирик Венер Исхаҡовтың, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Айгиз Баймѳхәмәтовтың һәм виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың Иҙел башы тѳйәгенә “әҙәби десант” булып килеп тѳшѳүе районыбыҙ ѳсѳн оло ваҡиғаға әйләнде.

Ҡунаҡтар тәүге кѳндә ҡаланың лицей-интернатында башҡорт теле уҡытыусылары, уҡыусылар, тәрбиәселәр менән осрашты. - Бѳгѳн беҙ - яҙыусылар әҙәбиәткә ылығыусыларҙы арт- тырыу, күренекле яҙыусылар менән яҡындан таныштырыу маҡсатында был сараны Бело- рет районы хакимиәте һәм “Башҡортостан” гәзите менән берлектә ойошторабыҙ, - тине Айгиз Баймѳхәмәтов. Ҡәҙим Аралбаев сығышын “Башҡортостан” шиғыры менән башланы, уның “Ҡот”, “Еңеү икмәге”, “Замандаштарға”, “Күс- тәнәс” шиғырҙарын да тамашасы яратып ҡабул итте.

- Мин лицей-интернатҡа беренсе тапҡыр киләм. Бала саҡта беҙ бындай лицей-интернат күрмәнек. Һеҙгә уҡырға бѳтә шарттар ҙа тыуҙырыла, - тип бѳгѳнгѳ уҡыу шарттарына һоҡланыуын йәшермәне шағир. Йор, шаян һүҙле Ирек Кинйәбулатов: “Беҙ һағынғанды белдеңме, әллә үҙең һағынып килдеңме? Яҙыусы ѳсѳн һәр кѳндә лә, ай, йыл буйына ла Әҙәбиәт йылы дауам итә. Мин һеҙҙе һағынып килдем”, - тип башланы сығышын. Ирек ағайҙы йәш ҡәләмдәшенең яҙмышы битараф ҡалдырмаған, ул Айгизгә “Етем илағанда ер, күк илай” шиғырын яҙған, уны ла уҡып ишеттерҙе. Виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың сығышы ваҡытында залда себен тауышын да ишетмәҫһең. Тамашасы кѳйҙѳң бер мәлен дә тѳшѳрѳп ҡалдырмаҫҡа тырышамы ни. Атаҡлы милләттәшебеҙҙең коллекцияһында 30-ҙан ашыу ҡумыҙ бар.

Был юлы ул сығышын башҡорт халҡының ағас ҡумыҙында уйнап башланы, шулай уҡ башҡа милләттәрҙең ҡумыҙында ла уйнау һәләте менән уртаҡлашты. “Сал быуаттар ауазы” импровизацияһы һәр кемде быуаттар тѳпкѳлѳнә алып киткәндер. Яҡташыбыҙ, Абҙаҡ ауылынан сыҡҡан шағир Әхмәҙин Әфтәхтең ижадында тыуған ергә, ауылына ҙур урын бирелгән. Был юлы ул Бѳйѳк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап “Күпһенмәгеҙ” шиғырын һѳйләне. “Башҡортостан” гәзитенең иҡтисад бүлеге мѳдире, юморескалар оҫтаһы булған яҙыусы Венер Исхаҡов сығыш яһағанда бер кем дә бойоғоп ултыра алмай. Был юлы ла уның хикәйәләрен тамашасы йотлоғоп тыңланы. Сара лицей-интернат уҡыу- сылары башҡарыуындағы йыр- бейеүҙәр менән аралашып барҙы.

Артабан осрашыу ҡаланың Дауыт Юлтый исемендәге китапханала дауам итте. Абруйлы ҡунаҡтар менән аралашырға Белорет медицина колледжы студенттары, башҡорт теле уҡытыусылары, китап һѳйѳүселәр килгән. Сара ҡапма-ҡаршы һѳйләшеү ѳлгѳһѳндә барҙы. - Беҙҙең ѳсѳн иң яҡшы кешеләр - китапханасылар, һеҙ беҙҙең ижадты уҡыусыға еткереүсе, - тип Ирек Кинйәбулатов китапхана хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләне, башҡорт әҙәбиәтенең бѳгѳнгѳ хәле тураһында һѳйләп үтте. Китапхана мѳдире Флүрә Шакирова осрашыуға килгән һәр шәхестең тормош юлына байҡау яһаны. Әйткәндәй, уларға арнап буклеттар сығарылған, стендтар әҙерләнгән. Әҙиптәребеҙ уҡыусыһына әйтергә теләгән һүҙҙәрен шиғырҙары, хикәйәләре аша еткерһә, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡумыҙ моңо аша күңел ҡылдарын сиртте.
Яуап һүҙе менән шағирәләребеҙ Мәнзүрә Абдуллина, Зѳһрә Үтәғолова шиғырҙарын уҡыны. Шәмбе кѳнѳ Абҙаҡ мәктәбендә оло ҡунаҡтар килеүгә арнап ҙур сара ойошторолдо. Әҙәбиәт байрамы булды тиһәң дә хата булмаҫ, сѳнки сараға Учалы, Әбйәлил һәм Белорет районынан урындағы яҙыусылар ойошмалары ағзалары, район-ҡала башҡорт теле уҡытыусылары килде. Ҡунаҡтарҙы ҡаршылағандан һуң мәктәп буйлап экскурсия яһанылар. Аҙаҡ абруйлы ҡунаҡтар асыҡ дәрестәрҙә ҡатнашты. Тамаша залында Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡумыҙ уйнау серҙәре менән бүлешһә, Әхмәҙин Әфтәх II “а”, II “б” класс уҡыусылары менән “Беҙ бәләкәй саҡтарҙа” дәресендә осрашты. Абҙаҡтан йәш шағирә Эльмира Әхмәҙинаға “Балалар әҙәбиәте - мѳғжизәле донъя” дәресендә ҡатнашыу бәхете тейҙе. IX “а” класы уҡыусылары “Тарихта ҡалыр эҙҙәр” дәресендә йәш яҙыусы Айгиз Баймѳхәмәтов менән осрашып, яҡындан аралашты. IX “б” класс уҡыусылары менән үткәрелгән “Тормоштан илһам алып” дәресендә Ҡәҙим Аралбаев һәм Венер Исхаҡов ҡатнашты. X класс уҡыусылары “Ғүмер китабы дауам итә” тип аталған дәрестә Ирек Кинйәбулатов менән рәхәтләнеп аралашты.

Сараның тѳп ѳлѳшѳ “Күңелдәрҙә - ижад рухы” исемле әҙәби-музыкаль кисәлә дауам итте. Тәбрикләү һүҙе менән мәктәп директоры Гѳлшат Йомағужина, Белорет муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, Абҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы Хәмзә Мѳхәмәҙиев сығыш яһаны. Ѳфѳнән килгән ҡунаҡтар ҙа үҙҙәренең ижады менән таныштырҙы, шиғыр-хикәйәләрен уҡыны. - Республикабыҙҙың билдәле шәхестәренең беҙҙең мәктәпкә килеүе - оло мәртәбә. Бығаса китаптар, йәки телевизор аша күреп өйрәнгән яҙыусылар менән уҡыусылар яҡындан аралашты. Бындай бәхет һәр кемгә лә тәтемәй. Балалар ҙа, уҡытыусылар ҙа саранан шундай дәрт алды.

Ошондай ихлас осрашыуҙар әле күп йылдар беҙҙең күңелде йылытасаҡ, - тип билдәләне Абҙаҡ мәктәбе директоры Гөлшат Йомағужина. Әҡлимә Сафина етәкселегендәге Учалы яҙыусылар ойошмаһынан Фәриҙә Ситдиҡова, Исмәғил Ғимранов, Гѳлсѳм Хисмәтова, Файза Мәғәсүмова, Нуридә Илһамова, Әбйәлил районынан “Йәйғор” яҙыусылар ойош- маһынан Зѳһрә Кашапова, Айһылыу Хәсәнова, Мәҙинә Йәғәфәрова һәм башҡа ижадсылар бар ине. Белорет районы яҙыусылары Мансур Һиҙиәтов, Фәриха Вәлиуллина, Гѳлсѳм Мостафина, Зѳлфирә Сѳләймәнова, Рәсимә Сәйетғәлина, Рәсимә Сәлихова, Мѳнирә Сәлимйәнова телмәр тотто. Межгорье ҡалаһынан Раят Вәлиев килгән. Әбйәлилдән “Ҡуңыр буға” әҙәби ойошмаһы исеменән Салауат Дауытов теләктәре менән уртаҡлашты.
Сығыштар Абҙаҡ мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары әҙерләгән концерт менән аралашып барҙы.

Ҡунаҡтар матур, фәһемле сараны ойоштороуға ҙур ѳлѳш индергән лицей-интернат, Дауыт Юлтый исемендәге китапхана, Абҙаҡ урта мәктәбе коллективтарына рәхмәт белдерҙе. Абҙаҡ мәктәбенең әҙерлек кимәле менән башҡа ҡунаҡтар ҙа ҡәнәғәт ҡалды. Йылы тәьҫораттар менән һуғарылған осрашыу артта ҡалды. Әммә ундағы әҙәби мѳхит, аралашыу, Ирек Кинйәбулатов, Ҡәҙим Аралбаев, Әхмәҙин Әфтәх кеүек оло ҡәләмдәштәренән ҡалышмай ижад итергә тырышҡан урындағы ойошмаларҙағы яҙыусыларҙың артыуы, милләт- тәштәребеҙҙең осрашыуға алыҫ ауылдарҙан, райондарҙан килеүе халыҡтың нәфис һүҙгә һыуһағанын күрһәтә ине. Тимәк, яҙыусы һүҙе әле лә үҙ баһаһын юғалтмаған. Бѳгѳнгѳ уҡыусы ла халыҡҡа заманында хәл иткес һүҙен әйткән Аҡмулла, Бабич, Ғарипов, Мостай кеүек бѳйѳк яҙыусыларыбыҙ ижадына тиң булырҙай һүҙ кѳтә, әҫәр кѳтә...

Әҙәбиәт байрамына әйләнгән сара тураһында ҡунаҡтар фекерҙәре менән уртаҡлашты. Венер ИСХАҠОВ:
- Бында халыҡ ихлас, сараны ла матур ойошторғандар. Ошондай осрашыуҙар бик кәрәк. Улар әҙәбиәтте таратыуҙа, мәртәбәһен арттырыуҙа мѳһим роль уйнай. Яҙыусылар менән дәрес бик йәнле барҙы.

Ҡәҙим АРАЛБАЙ:
- Осрашыу район сараһы ғына түгел, ә тѳбәк байрамына әйләнде. Республика кимәлендә үтте тиһәм дә хата булмаҫ. Абҙаҡ ауылы борондан Күбәләк ырыуының мәҙәниәт үҙәге булып торған. Бѳгѳн дә район зыялыларын ошонда йыйып, мәктәп коллективы күптәргә үрнәк күрһәтте. Киләсәктә лә ошондай сараны үткәреүҙе күркәм йолаға әйләндерергә булыр ине.
Рәмилә МУСИНА. Автор фотоһы.
Оставить комментарий