Тел байлығы йәки Ҡәйнә менән теща араһында айырма бармы?

Башҡорт теленең ни тиклем бай, күп ҡырлы булыуы тураһында күп һѳйләргә лә кәрәкмәй. Саҡ ҡына иғтибарлыраҡ булғанда быны кѳндәлек тормошта ла асыҡ күрергә була. Һәр күренештең, һәр ваҡиға, атаманың тѳплѳ аңлатмаһы, мәғәнәһе бар. Телен яратҡан, уның нескәлектәрен белгән кешеләр ошо байлыҡ менән файҙалана ла белергә тейеш тә бит. Тик ғәмһеҙлекме, әллә инде бѳгѳнгѳ кѳн менән генә йәшәүгә күнегеп барыуыбыҙмылыр, был турала уйланып торорға урын да ҡалдырмай.
Ә бит ныҡлабыраҡ уйлап ҡараһаң, ҡасандыр телебеҙҙә бер сит һүҙ ҙә булмаған, нимәнелер аңлатыу ѳсѳн дә һүҙ тапмай, башҡа милләттекен ҡулланмағандар. Бѳгөнгѳ телмәребеҙгә ҡолаҡ һалһаң, ябай ғына кешеләрҙең түгел, белемле, етәксе урындарҙа эшләгәндәрҙең дә фекерен аңлата алмай, күберәк рус телен ҡулланыуын күрәһең. Быға ваҡ нәмә, ғәҙәти күренеш тип ҡарауыбыҙ арҡаһында телмәребеҙ ҙә сүпләнгәндән-сүпләнә бара. Шул арҡала наверное, может, если, например, тогда, значит, все, или кеүек һүҙҙәрҙең сит һүҙҙәр булыуын, уларҙың башҡортса бѳтѳнләй икенсе тѳрлѳ яңғырауын уйлап та бирмәйбеҙ. Элегерәк үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең телебеҙгә инеп, нығынып китеүен аңларға ла була, сөнки заман алға барған һайын техника ла үҫешкән, тормош шарттары ла яҡшыра барған. Шул арҡала яңы һүҙҙәр ҙә уйлап сығарырға кәрәк булған. Бѳгѳн телебеҙ аралашыу, фекер аңлатыу өсөн һүҙҙәргә мохтажлыҡ кисермәй. Ҡайһы берәүҙәрҙең сит һүҙҙәрҙе йыш ҡулланыуы, уларҙың тормошобоҙға кѳндән-кѳн нығыраҡ үтеп инеүе тѳп башҡорт һүҙҙәрен телмәребеҙҙән бѳтѳнләй ҡыҫырыҡлап сығарып, уларҙың юғалыуына ғына килтерәсәк. Бѳгѳнгѳ телмәребеҙҙе ишеткән ата-бабаларыбыҙ ни әйтергә теләгәнебеҙҙе, ни турала һүҙ алып барғаныбыҙҙы тѳшѳнмәй ҙә торор ине, моғайын.
Эльза Мөхәмәҙиеваның тулы материалын гәзиттең 68-се һанында (25 август) уҡығыҙ.



Оставить комментарий