“ХАЛЫҠ ҺӨЙӨҮЕНӘ СИРАТ ӨҘӨЛМӘГӘН..”

Күренекле яҡташыбыҙ, шағир һәм журналист, Хөкүмәттең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты Дамир Шәрәфетдинов менән бер һөнәр кешеләре булғас, яҡындан аралашып торабыҙ. Ғәҙәттә, ул редакциябыҙға, кәм тигәндә, аҙнаһына ике тапҡыр инеп сыға. Әҙәбиәт, сәнғәт һәм башҡа тормош күренештәре тураһында гәпләшәбеҙ. Шул һөйләшеүҙә Дамир ағайыбыҙ бик ҡыҙыҡ фекерҙәр әйтеп һала. Ә мин, күп уйламай, шуларҙы теркәп тә ҡуям. Бына шулар менән һеҙҙе лә таныштырмаҡсымын.

Университетты яңы ғына тамамлаған йәш белгес Дамир Шәрәфи менән кәңәшләшә икән: 
- Ағай, бына минең телевидениела эшләгем килә. Нисек уйлайһығыҙ, булдыра алырмынмы?
- Ну, тапшырыу алып барыу өсөн һөйләй белеү кәрәк инде. Эфир ваҡыты бөткәнсе шунда юҡ-бар хаҡында һүҙ йөрөтәһең. Мәғәнәһеҙ хәбәр һөйләй күберәге. Ә һин уны, ҡустым, булдыра алаһың. Шуға, тележурналист булып китһәң, һис тә аптырамам, - тип яуаплай Дамир Шәрәфи. 

* * *
Дамир Шәрәфи бер журналдың баш мөхәррире менән ыҙғышып ала, шунан үҙенең бүлегенә йәне көйөп ҡайтып инә лә ҡулдарын йәйеп һөйләнә икән:
- Ҡарале, анау әҙәм миңә аҡыл өйрәтеп маташа. Кемгә-кемгә, миңә - Дамир Шәрәфигә-ә-ә! Кем ул шул хәтлем!? 

* * *
Күгәрсен районында Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшыралар икән. Ҙур дәрәжәле түрәләр лауреаттарҙы ҡотлай. Бүләкләнеүселәр араһында Дамир Шәрәфи ҙә бар. 
Атаһын хөрмәтләүҙәрен күреп, Дамир Шәрәфиҙең ҡыҙы һоҡланып туя алмай. Ахырҙа:
- Атай, һин шундай бөйөк кеше икәнһең! Мин әле генә шуны аңланым, - тигән. 
- Ҡыҙым, үәт, аңлағас, ҡайт та ошоно әсәйеңә төшөндөр. Белһен ул кем менән йәшәгәнен! - тип кәңәш иткән лауреат. 

* * *
- Дамир ағай, ниңә яҙыусылар шулай итә икән? Фотоға төшкәндә гел уйланған булалар йә ситкә ҡараш ташлап ултыралар, йә ҡулына ҡәләм алып ҡыланалар. Ҡыҙыҡлы күренеш...  
- Эй, ҡустым! Бына үҙеңдең бер-ике хикәйәң баҫылып сыҡһа, һин дә ҡайын ҡо-саҡлай башларһың... 

* * *
- О-о-о, Дамир ағай, әллә һимереп киткәнһең инде, - тигән булдым. 
- Шулай шул, - тине ул, йылмайып. - Бына ҡорһаҡ үҫтерергә булдым әле. Юғиһә, сәхнәгә сыҡһам, кешеләр мине күрмәй бит. 

* * *
“Әҙәбиәт - ҡыҙыҡ донъя ул, - ти Шәрәфи. - Бына беҙ ҙә ҡасандыр унда “малайҙар” инек. Ваҡыт үткән һайын бөтә нәмә үҙгәрә. Оло быуын әҙиптәре арабыҙҙан яйлап ҡына китә, уларҙың урынына беҙ киләбеҙ. Шунан халыҡ беҙҙе ҙур шәхес булараҡ ҡабул итә башлай. Шулай ул - һәр нәмәнең үҙ сираты бар. Фатирға сират бөтһә лә, халыҡ һөйөүенә сират әле өҙөлмәгән...”

* * *
Бер мәл Дамир ағай, ауырып китеп, дауаханаға эләкте.
- Һаулығың нисек? - тип һорайым унан. 
- Яйлап йүнәлеп киләм. 
- Ҡасан эшкә сығаһың? 
- Әллә инде... Беҙҙең илдә “больничный”ҙа булыу күпкә шәберәк икән. Бына палатала ятам, бушлай ашаталар, һаулығымды хәстәрләйҙәр. Ә эштә хеҙмәт хаҡым тулыһынса яҙылып бара. Шулай булғас, ята бирәм әле.

* * *
Гәзиттә Дамир Шәрәфиҙең шиғри шәлкеме сығыу менән редакцияға шағир Рәмил Йәнбәк шылтырата. 
- Ниңә уны Шәрәфетдинов түгел, ә Шәрәфи тип яҙаһығыҙ ул? Үҙе бәләкәй булғас, исмаһам, фамилияһы оҙон булһын ине!..
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий