Һин ҡайтманың

Атаһын һуғышҡа алғанда Гөлсөм әсәһенең ҡары-нында ғына булып ҡалған.
Береһенән-береһе бәләкәй ике малайын күкрәгенә ҡыҫып һөйөп яратҡас, инде ҡорһағы беленә башлаған ҡатынына ҡарап:
“Малайҙарҙы һаҡла, быныһы ҡыҙыҡай булыр, шулай һиҙәм, - тигән Фәтих һалдат. - Һуғыш бөтөүгә дүртәү булып ҡаршы алырһығыҙ.”

Их, шулай булһа ине лә…Ниңә һаман атайым ҡайтмай, тип гел үкенеп, көтөп йәшәне Гөлсөм. Бәләкәй саҡта аңламай ине “хәбәрһеҙ юғалды” тигәнде. Үҫә төшкәс, ҡай саҡ сығып китә лә, тау башына менеп ултырып, оло юлды күҙәтә. Бәлки, атаһы ҡайтып киләлер. Күҙ алдына осрашыу мәлен килтереп хыяллана. Бына оло юлдан арҡаһына ҙур ғына артмағын аҫып, түше тулы орден-миҙалын ялтыратып, аҡһай-аҡһай бер һалдат килә...Юҡ, аҡһамаһын, юғиһә, атаһынан юрый ғына ҡасып йәшеренһә, ауыртҡан аяғы менән нисек эҙләп тапһын, ти. Бер ҡулы яралы, юҡ, улай ҙа түгел. Ҡыҙым, кил әле тип нисек һыңар ҡул менән күтәреп алһын. Ярай, бөтә ере лә һау, теүәл булһын. Яңынан башлай. Оло юлдан бер һалдат ҡайтып килә икән, ти. Бына ул Гөлсөмдәр тәңгәленә етте… Әсәһе, ағайҙары, күршеләре йүгереп килеп сыҡты, ҡосаҡлаштылар. Гөлсөм дә тау башынан осоп ҡына төшөп, эргәләренә килеп баҫа.

-Ә был кем? Ә-ә был бит минең бәләкәсем, ҡыҙым даһа.
Атаһы уны күтәреп ала, кеҫәһенән лампасый алып ҡыҙына ҡаптыра.
Хыялдар, хыялдар… Их, атаһы ҡайтманы ла, ҡайтманы шул…
Фәтих-яугир ҡаты яуҙа һуғыш яланында ятып ҡалды. Гөлсөм кеүек миллионлаған бала ана шулай хыялланып атаһын, әсәләр улын, бисәләр ирен көттө лә көттө. Улар ҡайтманы.
Гөлсөм үҙе әсәй булғас, улы Морат олатаһын таптыра башланы.
- Әсәй, минең олатайым ҡайҙа, ниңә беҙгә килмәй. Ана Айратҡа олатайы велик алып биргән.
- Олатайҙар ауылда йәшәй бит ул,барғас күрерһең, -тип йыуата ла ҡуя әсәһе улын.
- Ҡалала олатайҙар булмаймы?
- Ҡарт олатайҙар тик ауылда ғына йәшәй, - тигән була улына.
Еңеү байрамы алдынан тыуған ауылында һуғышта һәләк булғандар өсөн һәйкәл асылыу тантанаһына улы менән ҡыҙын да алып ҡайтты Гөлсөм.
- Был сәскәләр кемгә?- тип һорай балалары.
- Олатайҙарға.
- Ә, ә ҡарт олатайҙарғамы?
Автобустан төшөүҙәренә ауыл гөж килә ине. Ауыл Советы янында ҡунаҡтар, ауылдаштар, уҡыусылар митингыға теҙелгән.
Ҡаланан килгән оркестр уйнап ебәрҙе. Гөлсөмдѳң бөтә тәне буйлап ток үттеме ни. Аҡ япманы асып, хәрбиҙәр, ҡунаҡтар, ветерандар телмәр тотто. Сәстәре салланған, күкрәктәре тулы орден-миҙаллы дүрт ветеран (иҫәндәре шул ғына) һәйкәлде ҡосаҡлап, ундағы яҙыуҙарҙы һыйпап, түгелеп илай. Тол ҡатындар күҙ йәштәрен тыя алмай. Әйтерһең дә, таш һын булып, яуҙа ятып ҡалған улдары, ирҙәре, атайҙары ҡайтҡан.
- Әсәй, ҡайҙа минең олатайым?- еңенән улы Морат тарта икән. Гөлсөм һиҫкәнеп китте. Улын етәкләп алып, сәскәләрен һәйкәлгә һалды ла, дүрт ветерандың береһенә, атаһының бер туған ҡустыһы Карам ағаһына күрһәтеп:
- Ана һинең олатайың! - тине.
- Ә ул ниңә илай?
- Һуғышта үлеп ҡалған тағы бер олатайыңды, башҡаларҙы иҫенә төшөрөп илай.
Шул көндө Гөлсөм төш күрҙе.
“Имеш, ҡараңғыраҡ бер бүлмәгә барып инһә, өҫтәлгә эйелеп, һалдаттар картала нимәлер күрһәтә. Быларҙың ҡайһыһы атайым икән, тип уйлай. Ҡайтыр өсөн үҙҙәренә юл эҙләйҙәр, ахырыһы. Ул өҫтәлде урап үтә. Ишек янында оҙон эскәмйәлә һалдаттар теҙелешеп ултыра. Шунда ултырған һалдаттар араһынан береһе тороп Гөлсөмгә ҡулын һуҙып күреште. Үҙе бер һүҙ ҙә өндәшмәй, урынына ултырҙы ла ишеккә күрһәтте. Әһә, атайым ошо икән, тип уйлай Гөлсөм. Ишек янында әсәһенең сергетышы эленеп тора, ситтәре ҡара төҫтәге ҡусҡар менән уратылған, урталағы ҡыҙыл төҫтәге ҡусҡарының бер осо ҡара, имеш.Ҡыҙыл сепрәге етмәгән микән ни, тип уйлай ҙа, ҡараһын өҙөп алып ташлап, сығып китә.
Бәй, атайым матур, йәп-йәш кенә, ә мин ҡартайғанмын, ҡайһылай ҙа оят булды миңә, тип уйлап уянып китә Гөлсөм.
Яугир атаһын ана шулай ғүмерендә бер тапҡыр ысын һымаҡ итеп төшөндә генә күрә.
Ниңә миңә бер һүҙ ҙә әйтмәне атайым, ниңә ишеккә ымлап күрһәтте? Ғүмер буйы мине көтөп уйланып хәсрәтләнмәһен тине микән? Ауырыу-сырхауҙарым, ҡайғы-ларым шул ҡараңғы бүлмәлә ятып ҡалды, тип юраны аҙаҡ төшөн Гөлсөм. Үҙенә шунан һуң күңелендә рәхәтлек тоя.
Һәр яҙ һайын ауылына таш һын ғына булып ҡайтҡан һалдаттар һәйкәленә сәскәләр сәсеп, ҡарап тәрбиәләп тора Гѳлсѳм.
…Улы Морат үҙе хәҙер олатай. Афған һуғышы ветераны. Ул да сәскәләр тотоп, ейәнен эйәртеп, афған, чечен һуғышы яугирҙәренә ҡуйылған һәйкәлгә йөрөй.
Фәриха
Вәлиуллина.
Оставить комментарий