Шәғәле Шаҡманды иҫкә алдылар

Үткән ял кѳнѳ Ҡаһарман ауылы халҡы Тамъян ырыуының бейе Шәғәле Шаҡман рухына ҡорбан салдырҙы.
Сараны Рима Кәлим ҡыҙы Мусина тәҡдиме менән ойошторорға ҡарар иттеләр. Ойоштороу эшенә Сәүиә һәм Вәсилә Ирғәлиналар, Мәүлит Нәжметдинов, Рәшит Ирғәлин ҡушылды. Ауыл халҡынан аҡса йыйҙылар. Мәсетте ипләү, аш-һыу әҙерләү эшенә дин юлында йѳрѳгән Әлфиә Хәлитова, Йәнбикә Ирғәлина, Нажия Байымова, Гѳлйыһан Ҡасимова ҙур ѳлѳш индерҙе. Ауыл килене Лариса Ҡужәхмәтова ихлас ярҙам итте.
Сараға ҡунаҡтар - Әбйәлил районы Күсем ауылы имам - хатибы Йәмил хәҙрәт менән Ибраһим хәҙрәт, Белорет ҡалаһынан Шәғәле Шаҡман вариҫы Фәүҡинур инәй Хѳсәйенова килде. Шулай уҡ Үҙән ауылынан Сания Вәлиуллина, Кәримә һәм Вәлимә Аллаяровалар, Әсмә Байтурина ҡорбан ашын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашты.

Тәүҙә Шәғәле Шаҡман рухына зыярат ҡылып, аят уҡынылар. Аҙаҡ мәсеттә ҡорбан ашынан ауыҙ иттеләр.
Ситтән килгән муллалар: “Ыңғай эш башлағанһығыҙ. Ир-егеттәрҙең аҙ ҡатнашыуы ғына эсте бошорҙо. Әммә был донъяла күп нәмә ҡатын-ҡыҙҙан тора. Һеҙ башлап йѳрѳһәгеҙ, бѳтә изге эштәр ҙә барып сығасаҡ”, - тине.
- Аңлы, белемле, юғары мә-ҙәниәтле дин әһелдәре менән аралашып, ыңғай тәьҫораттар алып ҡалдыҡ. Был сараны ойоштороуҙа ҡатнашҡан, ѳлѳш индергән һәр кемгә рәхмәтлебеҙ, - ти Вәсилә Камал ҡыҙы Ирғәлина.
Р. Хѳснуллина.
Оставить комментарий