Гәзит тураһында

«Урал» юбилей алдынан
Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының «Урал» гәзите оло юбилейына яҡынлаша. Гәзитебеҙ тиҙҙән 90 йыллығын билдәләйәсәк. Республиканың иң оло баҫмаларының береһе булараҡ, «Урал» данлы юл үтте. Тѳрлѳ йылдарҙа гәзиттә кѳслѳ журналистар эшләне. Гәзитебеҙ ул ваҡытта рус һәм башҡорт телдәрендә сыға ине. Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Ғабдулла Ғарифуллин, Нәсибулла Ғүмәров, яҙыусы-публицист Николай Худовеков, яҙыусылар Нурислам Шәйхулов, Нуриман Шаһибәков, Гүзәл Ситдиҡова, Әхмәдин Әфтәх, Дамир Шәрәфетдинов, Бѳйѳк Ватан һуғышы ветерандары Иншар Хәмитов (1967 йылдан Журналистар союзы ағзаһы), Марат Хәлиловтар (Журналистар союзында 1957 йылдан) менән бергә эшләүебеҙгә ғорурланабыҙ.

«Урал» гәзите башҡорт телендә сыға башлауға ике тиҫтәнән ашыу ваҡыт үткән. Тәжрибәле журналистарға алмашҡа йәштәр килде. Бѳгѳн улар коллективта күпселек.

Мѳхәрриребеҙ Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажитдинова Журналистар союзы ағзаһы. Ул эш башлау менән редакцияға капиталь ремонт үткәртте, хеҙмәткәрҙәренең эш шарттарын яҡшыртыуға күп кѳс һалды.

Коллективыбыҙ тѳрлѳ сараларҙа актив ҡатнаша. Учалы яҙыусылар ойошмаһы конференцияһын Белоретта үткәреү эше тулыһынса беҙҙең иңгә ятты.

Шүлгәнташ, Арҡайымға сәйәхәт, Ирәмәл менән Рәз тауҙарына менеү, Ағиҙел буйҙарында ял итеү һәр беребеҙҙең күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ҡыҫҡаһы, редакция коллективы эшләй ҙә, ял итә лә белә.

Редакцияның яуаплы секретары Фәриха Нәҙербай ҡыҙы Вәлиуллина Журналистар союзында 1989 йылдан бирле. Ѳс китап авторы йәш быуынды тәрбиәләүгә тос ѳлѳш индерә. Ижад юлын башлап ҡына тороусыларҙың, танылыу яулаған яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен китап итеп сығарырға ярҙам итә. Белорет типографияһында Бѳйѳк Ватан һуғышы ветераны Ғилми Сиражитдиновтың «Дауытов һѳнгѳһѳ» һәм «Ҡушйылға», Мәнзүрә Абдуллинаның «Тау ҡыҙы», «Инйәр ҡыҙҙары моңо», Рәсимә Сәитғәлинаның «Умырзая», Линиза Шәкированың «Шәмдәр булып янайым» исемле һәм башҡа авторҙарҙың китаптары донъя күрҙе.

Фәриха Вәлиуллина менән Сатура Минһажитдинова «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем йѳрѳтә. 2006 йылда балалар ѳсѳн «Боҙорсоҡҡа кем тейгән?» китабы ѳсѳн Фәриха Нәҙербай ҡыҙы район-ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге премияһына лайыҡ булды.

2000 йылда Сатура Жәүәт ҡыҙы ҡала һәм райондың «Йылдың иң яҡшы журналисы» тип табылды. Башҡортостан журналистарының XVI съезында БР Журналистар союзы идараһы ағзаһы итеп һайлана. Әйткәндәй, урындағы авторҙарҙы дәртәндереү ѳсѳн яҡташыбыҙ Яныбай Хамматов, шағирҙар ѳсѳн «Ағиҙел ѳҫтѳндәге йәйғор» премияларын булдырыу инициативаһын күтәреүселәрҙең береһе Сатура Минһажитдинова булды. Ул һуңғыһының комиссия рәйесе. Хәбәрсебеҙ, ике китап авторы Зѳлфирә Сѳләймәнова «Ағиҙел ѳҫтѳндәге йәйғор» премияһы лауреаты булды.

Оҙаҡ йылдар лотерея уйыны, шахмат турнирҙары, конкурстар үткәреп, гәзит уҡыусылары, почта хеҙмәткәрҙәре менән бәйләнеште нығытабыҙ.

Резида Ғәҙелшина.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно