Йылмайыуы балаларҙың Байрамға нур өҫтәне 30-08-2018, 15:43 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Йылмайыуы балаларҙың Байрамға нур өҫтәне

Металлургтар майҙанында “Ғаилә” кѳнсығыш район-ара үҙәге “Хәүефһеҙлек дәрестәре” темаһына арнап ойошторған традицион “Ғаилә ялы” сараһы уҙҙы....
Миҙалға тап төшөрмәй 10-07-2018, 10:59 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Миҙалға тап төшөрмәй

Республикала Ғаилә йылына арналған сираттағы мәҙәни сараны Нура китапханаһы китапханасыһы Фәниә Ғиззәтуллина үткәрҙе. Кисәгә быйыл “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған әсәләр - Айһылыу Ғилман ҡыҙы Ротовская һәм Әлиә Минәхәт ҡыҙы Ершовалар саҡырылды. Айһылыу Ротовская Нура ауылында почтальон булып эшләй. Уңған хужабикә гөрләтеп донъяһын да ҡарарға өлгөрә. Әлбиттә, уға уң ҡулдары - балалары һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Итәғәтле, тырыш, ярҙамсыл балалар үҫтерә Ротовскийҙар. Оло ҡыҙҙары Аделина ауылда үткәрелгән бер концерттан ситтә ҡалмай, ул матур бейей. Улдары Владик драма түңәрәгендә...
Бәхет - матур ғаилә йөҙөндә 15-05-2018, 13:42 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Бәхет - матур ғаилә йөҙөндә

Ирҙе ир, ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән Зөлхизә һәм Илнур Әхмәтшиндар ғаиләһенә нигеҙ һалыныуға 8 йыл. Был йылдар эсендә бер-береһен ярты һүҙҙән аңларға, һәр нәмәне уртаҡ уйлап, кәңәшләшеп эшләргә кәрәклеген, ике яҡ туғандарҙы ла үҙеңдеке кеүек ҡабул итергә өйрәнеүҙән тыш, тәүге хистәрен һаҡлап, ҡәҙерләп йәшәгән матур йәш ғаиләләрҙең береһе улар. Аҙналы ауылы егете Илнур Рәфил улы бөгөнгө көндә Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында музыканан уҡыта. Гимназияла этно-түңәрәк алып бара һәм «Етегән» йыр ансамбленә етәкселек итә. Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө...
Кѳслѳ рухлы Хисаметдиновтар 3-05-2018, 17:09 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Кѳслѳ рухлы Хисаметдиновтар

Абҙаҡ ауылында татыу, матур донъя кѳткән ғаиләләр бик күп. Ҡырҡ туғыҙ йыл бергә татыу ғүмер иткән Светлана һәм Хөббитдин Хисаметдиновтар, тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына ғаилә, әммә улар ошо ябайлыҡтары менән ауылды йәмләй, башҡаларға өлгө булып тора. Светлана Динислам ҡыҙы 1944 йылдың 15 ноябрендә Әбйәлил районы Ишҡол ауылында донъяға килгән. Атаһы ғаиләһе менән үҙенең тыуған ауылы Абҙаҡҡа ҡайтырға була һәм 1961 йылда күсеп ҡайта. Тырыш ҡыҙ 1962 йылда Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә һәм 1966 йылда уны уңышлы тамамлап, Абҙаҡта башланғыс класс уҡытыусыһы булып эш башлай. 1969 йылда Абҙаҡ...
Ишле ғаилә - ырыҫлы ғаилә 20-04-2018, 16:15 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Ишле ғаилә - ырыҫлы ғаилә

2016 йылдың йәйе. Ауыл уртаһындағы майҙанда оло йыйын бара. Бар йыйылған халыҡтың йөҙө шат, байрамса. Ҙур, заманса сәхнәнән төрлө ҡотлауҙар, уйын- көлкө өҙөлмәй... Бында - Сосновка ауылының 80 йыллыҡ юбилейын байрам итәләр. Ошо сағыу тамашаны тағы ла күркәмләндереп, сәхнә алдына матур итеп биҙәлгән туй машинаһы килеп туҡтаны. Унан, көслө алҡышлауҙар аҫтында, ауылдарының юбилейы кө- нөндә яҙмыштарын бергә бәйләгән ике йәш йөрәк сәхнәгә күтәрелде. Фәнзилә менән Айваз Йосоповтарҙың ғаилә тормошо тәүге көндән үк шундай шатлыҡлы ваҡиғанан башланып китеүенә, әлбиттә, иң һөйөнгән кешеләр Рима...
Декрет отпускыhы ялмы?  йәки Эшлекле әсәйзәр тураhында... 12-04-2018, 16:32 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Декрет отпускыhы ялмы? йәки Эшлекле әсәйзәр тураhында...

Нәҫел дауам итергә һәләтле һәр ҡатын-ҡыҙ, иртәме-һуңмы, йѳмлә донъя хәстәрен икенсе планға күсереп, хеҙмәт урынын ваҡытлыса ҡалдырып, декрет ялына китә. Ә унда... кемеһелер баҙап ҡала, кемеһелер үҙен таба, бәғзеләре иһә, бала ҡараусы яллап, кире эшенә сыға. Һис шикһеҙ, бәпес бағып ѳйҙә ултырыу, ҡайһы берәүҙәр уйлауынса, еңелдән түгел. Яңы халәт ҡатын-ҡыҙҙы йән-яҡтан һынай тѳҫлѳ. Шулай булмай ни, декрет ялына тиклем улар тирәләй ѳйѳрѳлгән ҡыҙыҡлы донъя, бер кѳн килеп, ѳй һәм бәпәй менән саф һауала йѳрѳүгә генә ҡайтып ҡала. Йорт хужаһы ҡара таңдан тѳнгә ҡәҙәр эштә, дуҫ-иш, әхирәттәр менән...
Тормошта ҡайнап йәшәйҙәр 3-02-2016, 10:02 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Тормошта ҡайнап йәшәйҙәр

Сосновка ауылында уңған ғаиләләр күп. Гөлсимә һәм Азамат МӨХӘМӘТЙӘРОВТАР ғаиләһе шундай уңғандарҙың береһе....
Матур ғаилә - ауыл күрке 21-07-2015, 16:49 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Матур ғаилә - ауыл күрке

Тормош мәшәҡәттәренә бирешмәй, күңел тѳшѳнкѳлѳгѳнә бирелмәй, гѳрләтеп донъя кѳткән ауыл кешеләре һәр ваҡытта ла һоҡланыу уята. Улар баҡса үҫтерергә лә, мал аҫрарға ла, тѳп эштәренән тыш, тѳрлѳ йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәргә лә ваҡыт таба. Ундайҙарҙың күңел нуры, дәрте эргә-тирәләгеләргә лә күсһен, тырышлығы, сәме ѳлгѳ булып торһон ине, тип теләйһең....
Ғаиләгә лә, ижадҡа ла ваҡыт таба 7-07-2015, 07:16 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Ғаиләгә лә, ижадҡа ла ваҡыт таба

Мәүлит Зиннәт улы Кәримов 2013 йылдан “Ҡуңыр буға” ижади ойошмаһы идараһы рәйесе урынбаҫары. Уның шиғырҙары - “Миләштәр”, “Әрем тәме”, хикәйәләре “Биҙәктәр” йыйын- тыҡтарында донъя күрҙе. Мәүлит Кәримовтың ижады, мәҡәләләре “Ағи- ҙел” журналында, “Урал”, “Йәшлек” гәзиттәрендә лә йыш баҫыла. 2011 йылда “Йәшлек” гәзите ойошторған Рәмил Ҡолдәүләт исемендәге премия лауреаты була, ижады һәр саҡ Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнеп килә. Исмаҡай ауылында Яныбай Хамматовтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы үткә- релгән сарала яҙыусы Мәүлит Кәримов Башҡорт әҙ әбиәтенә индергән ѳлѳшѳ һәм Әҙәбиәт йылы...
Матурлыҡ менән тоғролоҡ ѳлгѳһѳ 7-07-2015, 07:09 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Матурлыҡ менән тоғролоҡ ѳлгѳһѳ

Был биниһая киң донъяла кеше яҙмыштарында ҡояш нурҙары, ләйсән ямғыр, йәйғор сағыулығы менән бергә ел-бурандар, дауылдар осрамай ҡалмай. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, ғаиләһен бәхетле, мөхәббәтле итер өсөн күңел йылыһын һәм ҡул көсөн һалғандар күп арабыҙҙа. Үҙ көстәре менән донъя көткән, лайыҡлы балалар үҫтергән һоҡланғыс парҙар бар Манышты ауылында....