Онотолмаҫ кѳндәр 31-08-2015, 13:59 / Хаттар

Онотолмаҫ кѳндәр

Быйыл беҙҙең ауыл балалары Абҙаҡ мәктәбе ойошторған йәйге лагерҙа ял итте.Улар ѳсѳн ял 1 июндә - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау кѳнѳнә арналған театрлаштырылған байрам менән башланып китте. Был кѳндѳ бѳтә уҡытыусылар ҙа әкиәт геройҙары булып кейенеп, балаларға тамаша күрһәтте, тѳрлѳ уйындар уйнатты, татлы приздар таратты. Һуғыш йылы балалары ке- үек Фәридә апай ҙа күп ауырлыҡ күргән....
Емеш-еләк йыйып та аҡса эшләргә була 25-08-2014, 14:58 / Хаттар

Емеш-еләк йыйып та аҡса эшләргә була

Районыбыҙ тәбиғәтенең байлығына хайран ҡалырһың. Ниндәй генә файҙалы үләндәр, еләк-емеш үҫмәй! Ә бына емеш-еләк ѳлгѳрѳүен күптәр кѳтѳп ала. Миңә еләк-емеш йыйыусы бер нисә кеше менән әңгәмәләшергә тура килде....
Ғәлиәне алып киттеләр... 25-08-2014, 14:56 / Хаттар

Ғәлиәне алып киттеләр...

Хәмиҙә, Ғәлиә, Рәшидә һәм мин күрше генә йәшәйбеҙ. Ғәлиәнең атаһы булдымы-юҡмы, бер ҙә ишеткәнем булманы, ә беҙ ѳсәүҙең атайҙары һуғышта. Беҙгә инде аң керә башлаған, һуғыштың ҡурҡыныс нәмә икәнен аңлайбыҙ. Рәшидәнең атаһы менән оло ағаһы ҡайтмай, «ҡара ҡағыҙҙары» килгән, тиҙәр. Хәлиҙәнең атаһынан да хәбәр юҡ. Ә беҙҙең атайыбыҙ иҫән-һау, хат яҙып тора. Бер йыйылышып хатын уҡыған саҡ иҫтә ҡалған. «Бик ҡаты һуғыштар бара, бына Варшау тигән ҡаланы алдыҡ, хәҙер ниместәрҙе үҙ яғына баҫтырабыҙ». Ҡаланы алыу нимә булалыр, беҙ ѳсәү бер нәмә лә аңламайбыҙ....
Ярҙам ерҙә ятып ҡалмай 17-06-2013, 15:29 / Хаттар

Ярҙам ерҙә ятып ҡалмай

Бәлә ағас башынан түгел, әҙәм башынан йѳрѳй, тип боронғолар юҡҡа ғына әйтмәгән. Эйе, кеше бѳгѳн, иртәгә ни булырын да, ҡасан теге донъяға китерен дә, ниндәй ҡаршылыҡтарҙы, ауырлыҡтарҙы үтергә кәрәклеген алдан белеү түгел, күҙ алдына ла килтермәй. Күптәрҙең донъя мәшәҡәтенә күмелеп, был турала уйларға ваҡыты ла ҡалмай....
Сермәндәр башлыҡтан уңды 29-01-2013, 10:14 / Хаттар

Сермәндәр башлыҡтан уңды

Сермән - районда иң ҙур ауылдарҙың береһе. Ауыл территорияһы бик ҙур булғанға күрә уны йәйен-ҡышын таҙалыҡта тотоу, халыҡҡа уңайлыҡтар тыуҙырыу ѳсѳн күп кѳс һалырға кәрәк. Ҡатмарлы шарттарҙа етәкселектең уңғанлығы ла, уңмағанлығы ла шунда уҡ асыҡ күренә. Беҙ ауыл хакимиәте башлығынан уңдыҡ, тип ауыҙ тултырып әйтә алабыҙ. Ни ѳсѳн тигәндә Айытбай Зәбир улы Әйүпов бер эштән ҡурҡып тормауы, нимәгә тотонһа, шуны килтереп сығарыуы менән алдыра. Әле Аҙнағол мәктәбендә эшләгән сағы хәтерҙә. Унда ла, әллә мәктәп тракторы булғанмы икән, Айытбай Зәбир улы шул ҡорос атта мәктәптең теге-был йомошон...
Хәмзә ағайыбыҙға рәхмәт! 29-01-2013, 10:13 / Хаттар

Хәмзә ағайыбыҙға рәхмәт!

Асы ауылы халҡы исеменән хѳрмәтле ауылдашыбыҙ Хәмзә хажи әкбәр Ғәлләмовҡа “Урал” гәзите аша тағы ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Үткән йылда Хәмзә Ғәлләмов ауыл зыяратын кәртәләү ѳсѳн материал алып бирҙе. Ѳмәләр ойоштороп, зыяратты кәртәләп алдыҡ. Әлегәсә Хәмзә хажи бер үтенесебеҙҙе лә кире ҡаҡҡаны юҡ. Уның кеүек ярҙамсыл, ауылын, районын хәстәрләүсе кешеләр йѳҙ йылға бер тыуалыр....
Сабыйҙар  һѳтһѳҙ ҡалды 29-01-2013, 10:10 / Хаттар

Сабыйҙар һѳтһѳҙ ҡалды

Беҙҙең ҡалала һѳт ашханаһы эшләй ине. Инде 40 йыл кѳн һайын меңдән ашыу ата-әсә бында сабыйҙары ѳсѳн һѳт, кефир һәм эремсеккә килә ине. Беҙҙә һѳт аҙыҡтарының сифаты ѳсѳн ҡурҡыу булманы, ә иң мѳһиме - балаларыбыҙ рәхәтләнеп һѳт, кефир эсте, эремсек ашаны. Хеҙмәтләндереү ҙә яҡшы булды. Ай аҙағында, бланк тултырған ваҡытта ғына, сират барлыҡҡа килде. Күп ата-әсәгә һѳт ризығы алыу сабыйҙары ѳсѳн берҙән-бер туҡланыу сығанағы. Бынан аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр ҙә бушлай һѳт алды....
Тырышлыҡ - уның булмышы 29-01-2013, 10:09 / Хаттар

Тырышлыҡ - уның булмышы

Мәғрур ҡарағайҙар бөйөклөгөнә һоҡлана-һоҡлана, уратып алған тәбиғәт серен аңларға тырышып, уй-хыялдар диңгеҙендә йөҙгәндә, Сермән ауылында йәшәүсе олатай-өләсәһенә бесән әҙерләшкәндә, әхирәттәре менән еләк-емеш йыйып, ҡыр-болондар гиҙгәндә, осраған һәр бер йән эйәһенең фиғелен күҙәткәндә, аяҡ-ҡулдар, йөҙ һыпырып ҡалған һәр гөл-сәскә, ағас-ҡыуаҡ торошона күҙ һалғанда, һәр миҙгелдә Нура йылғаһының ҡабатланмаҫ ағышын тыңлағанда, үҙенсә асыш яһай барған Белорет ҡыҙы Рәйсә бала саҡтан ғүмерен география фәне менән бәйләйәсәген алдан төҫмөрләп ҡуя....
Һеҙҙең тормош -  үҙе батырлыҡ 7-11-2012, 15:39 / Хаттар

Һеҙҙең тормош - үҙе батырлыҡ

Бына, һәр йылдағыса, һары ҡанаттарын йәйеп, уҙған кѳҙҙән бер ере менән дә айырылмаған кѳҙ килде. Әүәлгесә кѳндәр йылы, ара-тирә ямғырҙар яуғылай, ағастарҙан һары, ҡыҙыл япраҡтар ҡойола....
Бәләкәй дуҫтарыбыҙҙан ѳйрән 7-11-2012, 15:37 / Хаттар

Бәләкәй дуҫтарыбыҙҙан ѳйрән

Нимә ул Мѳхәббәт? Был һорау кешелекте һәр саҡ ҡыҙыҡһындырған. Һәр кем уны үҙенсә аңлай, иҫбат итергә тырыша. Кеше ғүмер буйы мѳхәббәт хәлендә йәшәй. Һәр кем үҙен ысын, эскерһеҙ ярата беләм тип иҫәпләй. Әммә был хаҡмы икән? Ата-әсәләр балаларын ташлай, үҫеп еткәндәре олоғайған ата-әсәһен ҡарамай. Яңылыҡтарҙа һәр саҡ ташланған сабыйҙар, ололар тураһында күрһәтеп торалар. Бер-береһен ѳҙѳлѳп яратҡан парҙар ташлаша. Мѳхәббәт үткәнме?...