Ғәлиәне алып киттеләр...

Хәмиҙә, Ғәлиә, Рәшидә һәм мин күрше генә йәшәйбеҙ. Ғәлиәнең атаһы булдымы-юҡмы, бер ҙә ишеткәнем булманы, ә беҙ ѳсәүҙең атайҙары һуғышта. Беҙгә инде аң керә башлаған, һуғыштың ҡурҡыныс нәмә икәнен аңлайбыҙ. Рәшидәнең атаһы менән оло ағаһы ҡайтмай, «ҡара ҡағыҙҙары» килгән, тиҙәр. Хәлиҙәнең атаһынан да хәбәр юҡ. Ә беҙҙең атайыбыҙ иҫән-һау, хат яҙып тора. Бер йыйылышып хатын уҡыған саҡ иҫтә ҡалған. «Бик ҡаты һуғыштар бара, бына Варшау тигән ҡаланы алдыҡ, хәҙер ниместәрҙе үҙ яғына баҫтырабыҙ». Ҡаланы алыу нимә булалыр, беҙ ѳсәү бер нәмә лә аңламайбыҙ.

Беҙҙең үҙ ҡайғыбыҙ ҡайғы - кисә нишләптер Ғәлиәнең кѳйѳ-яйы юҡ ине. Мин бер телем икмәк, Хәмиҙә бер картуф, Рәшидә бер ѳшә алып барған, шулар менән Ғәлиәне һыйлап ҡайттыҡ. Әҙерәк һѳйләшеп, күңеле күтәрелеп китте. Ғәлиәнең әсәһе, апалары, ағалары бар, ләкин беҙ уларҙы һирәк күрәбеҙ. Үҙебеҙ уларҙың урамында ѳй ҡорошоп, ҡунаҡҡа саҡырышып уйнайбыҙ, әҙерәк кенә булһа ла Ғәлиәне һыйлайбыҙ. Әсәйем дә йыш ҡына йә ойотҡан, йә айыртылған һѳт, ҡатыҡ индереп биреп тора. Ул ғына ашау етмәгәндер инде, Ғәлиә кѳндән-кѳн ябыға, хәлһеҙләнә бара.

Бер кѳндѳ мин йоҡлай алманым, иртә уяндым. Кѳн шундай йылы, сыуаҡ. Әсәйем тиҙ генә һыйырҙарҙы ҡыуып сығарҙы, самауыр ҡуйҙы. Икәүләп быҙау ҡыуҙыҡ. Һѳт үткәреп алдыҡ, мин күбек яланым. Тиҙҙән апайҙар уянды, сәй эстек. Мин бер телем икмәк тотоп, уйынсыҡтарҙы алып, тиҙерәк Ғәлиә янына йүгерҙем. Рәшидә менән Хәмиҙә юҡ әле. Хәмиҙәне ѳләсәһе иртәнге эштәрҙе эшләп бѳтѳрмәйенсә сығармай шул, ул гел һуңлап сыға. Ә минең апайҙар булғас, миңә эш теймәй. Эй, кѳтәм әхирәттәрҙе, һаман сыҡмайҙар. Ғәлиә лә күренмәй. Ѳйгә инеп саҡырайым тиһәм, ишектәре ҡатыулы, күгәнен генә кейҙергәндәр ҙә тапсыҡ тыҡҡандар. Тимәк, ѳйҙә юҡтар. Ғәлиә, моғайын, йоҡлайҙыр, нигеҙ буйына менеп тәҙрәнән эскә ҡарайым. Тәҙрә тап-ҡырында иҙәндә бер кеше ята, ѳҫтѳ-башына тиклем әрмәк менән ябылған, бите күренмәй. Ул арала ҡулдарына берәр картуф тотоп Хәмиҙә менән Рәшидә килде. Ғәлиәне күрһәткәс, ѳйгә инергә батырсылыҡ иттек. Йоҡлайҙыр, уятырға булдыҡ. Бына ишектең күгәнен асып индек, Ғәлиәгә ѳндәшәбеҙ, ҡулынан тартҡылайбыҙ, уянмай. Мин күҙен асып ҡарайым, барыбер уянмай. Ѳйҙәгеләрҙең ҡалғандары ҡайҙа булғандыр - был беҙгә сер булып ҡалды. Хәмиҙә беҙҙән олораҡ, ул, күрәһең, аңлағандыр. «Ғәлиә үлгән бит ул!» - ти. «Үлгән» һүҙен ишеткәс тә ѳсәүләп ишеккә ташландыҡ, мәғәнәһен бик үк аңлап бѳтмәһәк тә, ниндәйҙер ҡурҡыныс хәл икәненә тѳшѳндѳк. Йүгерешеп ѳйгә ҡайтып, әсәйемә һѳйләгәс, әсәйем сығып йүгерҙе. Бер аҙҙан ҡайтып инде лә: «Бар, ана, иптәшеңде оҙатып ҡал, алып китәләр үҙен», - тине.
- Ҡайҙа? Ниңә?
- Түшкә, зыяратҡа. Меҫкен бала аслыҡтан ҡотолған шул.
Мин йүгереп урамға сыҡҡанда, бер бабай Ғәлиәне әрмәккә тѳрѳп, ҡултығына ҡыҫтырып ҡына зыярат яғына алып китте. Рәшидә менән Хәмиҙә лә сыҡҡайны. Теге кеше Ғәлиәне күтәреп, түшкә менеп еткәнсе, ѳй алдында ҡарап торҙоҡ та күңелһеҙ генә таралыштыҡ.
Ҙурайғас ҡына был ҡәһәрле һуғыштың беҙҙең тиҫтерҙәрҙең дә башына тѳшкәнен аңланыҡ.
Кистән генә бергә һѳйләшеп, уйнап ултырған әхирәтебеҙҙең һәр ваҡыт бойоҡ йѳҙѳ, моңһоу күҙҙәре, ҡапыл үлеп, түшкә оҙатылыуы бала саҡтың юйылмаҫ бер хәтирәһе булып күңелдә һаҡланып ҡалды.
Шәрғиә ЯҠШЫДӘҮЛӘТОВА.
Оставить комментарий