Емеш-еләк йыйып та аҡса эшләргә була

Районыбыҙ тәбиғәтенең байлығына хайран ҡалырһың. Ниндәй генә файҙалы үләндәр, еләк-емеш үҫмәй! Ә бына емеш-еләк ѳлгѳрѳүен күптәр кѳтѳп ала. Миңә еләк-емеш йыйыусы бер нисә кеше менән әңгәмәләшергә тура килде.

«Заядлый» емеш-еләк, бәшмәк йыйыусы Ғәфәр ҒӘЛИУЛЛИН:
- Мин бала саҡтан емеш йыйҙым. Бигерәк тә ҡара һәм ҡыҙыл кѳртмәле осоро табышлы. Ҡыраҡа тауҙары буйлап йыйҙым да иртәгәһенә, тоҡтан рюкзак эшләп, йәйәүләп Белоретҡа һатырға алып барҙым, уҡыу осорона кейем алдым. Атай-әсәйгә йыуаса алып ҡайтылды. Әле лә емеш-еләк осорон кѳтѳп алабыҙ. Пенсиябыҙ етә лә ул, балалар бар бит. Уҡыуға әҙерләргә кәрәк, үҙебеҙгә лә ярап ҡала. Ҡайһы бер кѳндѳ ғаилә подряды буйынса эшләйбеҙ. Күпмегә һатҡаныбыҙ сер булып ҡалһын.
- Йәшереп тормайым, 70 меңдән артыҡ килем алдым, - тип һүҙгә ҡушылды Хәлимә АБДРАХМАНОВА.
- Үҙебеҙгә етерлек ҡайнатма әҙерләнем, артығын һатабыҙ инде. Ѳфѳлә йәшәгән ѳлкән ҡыҙым үҙ йортон тѳҙѳй. Икенсе ҡыҙымдың кейәүе йѳк машинаһы һатып алды. Уларға аҡсалата ярҙам иттек. Ѳсѳнсѳ ҡыҙыбыҙ үҙ-үҙен ҡарай. Иң кесе ҡыҙыбыҙ Ләйсән емеш-еләк һатып кейенде. Әлегә бәшмәктән килем аҙ.

Апалы-һеңлеле Зарина һәм Рузалиә:
- Беҙ иптәшебеҙҙең машинаһы менән иртәнге сәғәт 6-ла сығып китәбеҙ. Тѳшкә тиклем йыябыҙ ҙа, тѳштән һуң һатырға сығабыҙ. Ҡайһы бер кѳндѳ 7-8 меңлек һатабыҙ. Һәр беребеҙҙең килеме 100 меңдән ашып китте. Бына шулай, йыл буйына етерлек аҡса эшләргә була. Әлбиттә, арыта, бейек тауға менергә кәрәк бит. Бер мәртәбә машина эргәһенә килһәк, ҡыр сусҡалары йѳрѳй. Айыу ҙа килеп сығыуы мѳмкин. Алған килемгә газ үткәрҙек, балаларҙы кейендерҙек, яңы мебель һатып алдыҡ.
Белорет-Ѳфѳ трассаһы буйында Аҙналы ауылынан Гѳлфирә ӘБҮТАЛИПОВА бәшмәк һәм ҡайын еләге һата.
- Йәй кѳнѳ емеш-еләк һатып балаларҙы кейендерәбеҙ, ашарға тотонабыҙ, ҡыш буйына етерлек ҡайнатмалар эшләйбеҙ, - тине ул.
Шулай уҡ Шығайҙан Мәүзифа КАМАЛЕТДИНОВА кѳртмәле йыйып һата. Ул үҙенең бала сағын иҫенә тѳшѳрѳп алды. Әсәһе 6 баланы үҫтереп аяҡҡа баҫтырған. Тап емеш-еләк арҡаһында йәйен аслыҡты бик күрмәнек, ти.
Еләк-емеш һатырға Аҙнағолдан, Аҙналынан, Шығайҙан, Яңы Ағиҙел, Сосновка, хатта Үҙәнбаштан киләләр. Бына шулай йәйге осорҙа еләк-емеш һатып аҡса эшләй улар.
Әңгәмәләшеп ҡайтып барған саҡ-та юл ыңғайы магазинға туҡтарға булдым. Килеп тѳшѳүем менән ике әзмәүерҙәй ир һәм урта йәштәрҙәге ҡатын, йылмайышып, минән 10 һум аҡса һорайҙар. Уйлап торҙом да, Ҡыраҡа тауы яғына күрһәтеп:
- Ана, шунда 10 һум түгел, ә 10 мең ята, тик сүпләргә генә кәрәк,- тинем. Тегеләр китеү яғын ҡараны.
С. СИРАЖЕТДИНОВ.
Сермән ауылы.
Оставить комментарий