Онотолмаҫ кѳндәр

Быйыл беҙҙең ауыл балалары Абҙаҡ мәктәбе ойошторған йәйге лагерҙа ял итте.Улар ѳсѳн ял 1 июндә - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау кѳнѳнә арналған театрлаштырылған байрам менән башланып китте. Был кѳндѳ бѳтә уҡытыусылар ҙа әкиәт геройҙары булып кейенеп, балаларға тамаша күрһәтте, тѳрлѳ уйындар уйнатты, татлы приздар таратты.

Уҡыусылар 21 кѳн буйы рә- хәтләнеп ял итте, буш ваҡытын файҙалы һәм күңелле итеп үткәрҙе. Лагерҙа 7 йәштән 14 йәшкә тиклемге 70-кә яҡын бала ял итте. Улар белем һәм тәрбиә биргән тѳрлѳ мауыҡтырғыс са- раларҙа ҡатнашып, музыкаға, бейеүгә, рәсем тѳшѳрѳүгә булған ижади һәләтен камиллаш- тырҙы. Теләгәндәр актерлыҡ дәрестәренә йѳрѳнѳ һәм үҙҙәре әҙерләп, мәктәп сәхнәһендә спектакль күрһәтте. Спорт сараларына ла ҙур иғтибар бүленде һәм мәктәп ихатаһында тѳрлѳ уйындар, ярыштар ойошторолдо. Балалар башҡорт һәм рус яҙыусыларының ижадына арналған викториналарҙа белемен һынаны, уларҙың тормошо һәм ижад юлы тураһында презентациялар, фильмдар ҡа раны.

Был сара быйылғы Әҙәбиәт йылына ярашлы үт- кәрелде. Лагерҙа ял итеүселәр уҡытыусылары менән бергәләп Бәләкәй Ҡыҙыл йылғаһында балыҡ та тотто. Белорет ҡа- лаһының «Металлург» кино- театрына, Яңы Абҙаҡ ауылына аквапаркка барҙылар. Уҡыу- сыларҙың йәйге ялын ҡыҙыҡлы һәм күңелле итеп үткәреү ѳсѳн уҡытыусылар күп кѳс һалды. Мәктәп ашнаҡсылары ял итеү- селәрҙе кѳн дә тәмле аш-һыу менән һыйланы. Был йәһәттән мәктәп директоры Гѳлшат Йо- мағужинаның тырышлығын да телгә алып китергә кәрәк. Ул үҙенең коллективы менән балаларҙың мәнфәғәте ѳсѳн йыл әйләнәһенә ҙур эш башҡара. Гѳлшат Рауил ҡыҙы 15 йыл мәктәп менән уңышлы етәкселек итә, ауылдың 4-се округы депутаты ла, йәмәғәт эштәрендә лә, ауылда ойошторолған тѳрлѳ сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Мәҙәниәт йортонда ла ба- лаларҙың йәйге каникулы кү- ңелле үтһен тип тырыштылар. 1 июнь кѳнѳнә арнап мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре уҡыусылар ме- нән берлектә кескәйҙәргә ма- тур байрам үткәрҙе.

IХ-ХI кластар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ойошторған бейеү, йыр, актерҙар түңәрәгенә йѳрѳнѳ, концерт, спектаклдәрҙә ҡатнашты, дис- котекаларҙа күңел асты. Быйыл йәш футболсылар ѳсѳн секция асылды. Уны ауыл старостаһы Рәфҡәт Нәж- митдинов алып бара. Секцияла 14 йәшкә тиклемге бик күп малайҙар шѳғѳлләнә. Улар йәйге ял ваҡытында ауылдың, Дзюдо федерацияһының, А.Матросов исемендәге лагерҙың футбол командалары менән ярышып та ѳлгѳрҙѳ. Сермән ауылында үткән футбол ярышында улар II урын яулап ҡайтты. Балаларҙың ялын ойошто- роуға ауыл китапханасылары ла ҙур ѳлѳш индерҙе. Улар тѳрлѳ китап күргәҙмәләре ойошторҙо, Бѳйѳк Еңеүҙең 70 йыллығына һәм Әҙәбиәт йылына арналған буклеттар сығарҙы, викториналар ойошторҙо, презентациялар, мультфильмдар күрһәтте.
М. ШОҠОБАЕВА, китапханасы.
Оставить комментарий