Тырышлыҡ - уның булмышы

Мәғрур ҡарағайҙар бөйөклөгөнә һоҡлана-һоҡлана, уратып алған тәбиғәт серен аңларға тырышып, уй-хыялдар диңгеҙендә йөҙгәндә, Сермән ауылында йәшәүсе олатай-өләсәһенә бесән әҙерләшкәндә, әхирәттәре менән еләк-емеш йыйып, ҡыр-болондар гиҙгәндә, осраған һәр бер йән эйәһенең фиғелен күҙәткәндә, аяҡ-ҡулдар, йөҙ һыпырып ҡалған һәр гөл-сәскә, ағас-ҡыуаҡ торошона күҙ һалғанда, һәр миҙгелдә Нура йылғаһының ҡабатланмаҫ ағышын тыңлағанда, үҙенсә асыш яһай барған Белорет ҡыҙы Рәйсә бала саҡтан ғүмерен география фәне менән бәйләйәсәген алдан төҫмөрләп ҡуя.

9-сы мәктәптә уҡығанында бигерәк тә Антипина Галина Павловнаның география дәрестәрен айырым бер илһам менән көтөп ала. Ата яғынан да, әсә яғынан да уҡытыусы һөнәрен һайлаусылар күп булғанға ла, был изге һөнәргә ылығыу йылдан-йыл көсәйә генә. Туғандары араһында географтарҙың алтауға етеүе лә Рәйсә Хәдим ҡыҙы күңеленә тәьҫир итмәй ҡалмағандыр.
Бала саҡ маҡсаттарын тормошҡа ашырып, 1981 йылда ул тыуған ҡалаһына ҡайта. Тәүге хеҙмәт көнөн 10-сы мәктәптә башлай. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған йәш белгесте 1984-1986 йылдарҙа комсомолдың район комитетына етәксе итеп һайлайҙар. Ғаилә ҡорғас, Одесса ҡалаһында балалар баҡсаһында тәрбиәсе-методист булып та эшләп ала. Ҡайҙа ғына булмаһын Рәйсә Хәдим ҡыҙы хеҙмәтен намыҫ менән башҡара, тапшырылған һәр бер эшкә етди ҡарауы менән абруй ҡаҙана килә.
1992-2011 йылдарҙа район мәғариф бүлегендә методист булып эшләү осоронда кәрәкле кәңәштәрен биреп, туплаған тәжрибәләре менән ихлас уртаҡлашып, коллегаларын аҙ һөйөндөрмәне ул. Тынғыһыҙ педагог методист вазифаһын мәктәптәрҙә яратҡан фәнен уҡытыу менән йәнәш алып барҙы.

Рәйсә Хәдим ҡыҙы Фәхретдинованың үҙ эшенә бирелгәнлеге “Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү буйынса маҡтаулы мәғариф хеҙмәткәре” исеме менән баһаланды. Бөгөнгө көндә алдынғы мөғәллимә - Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһында. “Хөрмәт төбө - хеҙмәт” икәненә инанған ихтирамлы педагог үҙ ваҡыты менән иҫәпләшмәй, заманса технологиялар ҡулланып, эш тип янып йәшәүен дауам итә. Авиация техник университетын тамамлаған ҡыҙының да тормошта үҙ урынын лайыҡлы табыуына ҡыуана педагог-әсә.
Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА.
ҺҮРӘТТӘ: Рәйсә Хәдим ҡыҙы Мәйсәрә Ибраһим ҡыҙы менән.
Оставить комментарий