Сабыйҙар һѳтһѳҙ ҡалды

Беҙҙең ҡалала һѳт ашханаһы эшләй ине. Инде 40 йыл кѳн һайын меңдән ашыу ата-әсә бында сабыйҙары ѳсѳн һѳт, кефир һәм эремсеккә килә ине. Беҙҙә һѳт аҙыҡтарының сифаты ѳсѳн ҡурҡыу булманы, ә иң мѳһиме - балаларыбыҙ рәхәтләнеп һѳт, кефир эсте, эремсек ашаны. Хеҙмәтләндереү ҙә яҡшы булды. Ай аҙағында, бланк тултырған ваҡытта ғына, сират барлыҡҡа килде. Күп ата-әсәгә һѳт ризығы алыу сабыйҙары ѳсѳн берҙән-бер туҡланыу сығанағы. Бынан аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр ҙә бушлай һѳт алды.

Һѳт ашханаһы махсуслаштырылған балалар йортон, балалар һәм инфекция дауаханаларында дауаланыусы бәләкәй пациенттарҙы ла тәьмин итте.
Беҙгә, ата-әсәләргә, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһындағы һѳт ашханаһы, аҡса булмау сәбәпле, 2013 йылдың 1 ғинуарынан ябылыуы кѳтѳлмәгән хәл булды. Бюджет средстволарын экономиялау ниңә беренсе сиратта беҙҙең балалар һаулығында сағылырға тейеш һуң? Бѳтә ил кимәлендә әсәлек һәм балалыҡты яҡлау буйынса реформалар барғанда, яңы балалар баҡсалары һәм мәктәптәр тѳҙѳлгән саҡта беҙҙә ошондай хәл күҙәтелә. Мәҫәлән, Ҡазанда һѳт ашханаһы пункттары һаны арта ғына.
Урындағы һаулыҡ һаҡлау бүлегендә белдереүҙәренсә, был федераль закон ҡабул ителеүенә һәм мотлаҡ медицина страховкалау системаһы буйынса финанслауға бәйле. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, балаларҙы һѳт продукттары менән бушлай тәьмин итеү федераль бюджетта ҡаралмаған. Әммә урындағы бюджет үҙенә алғанда, был мәсьәләне ыңғай хәл итергә була. Илдәге, республикалағы, Межгорьелағы, шулай уҡ күрше Силәбе ѳлкәһендәге һѳт ашханалары нәҡ шулай эшләй ҙә.
Беҙ муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Мироновтың, район депутаттар Советы рәйесе Евгений Карепановтың һәм бѳтә район Советы депутаттарының был мәсьәләне ыңғай хәл итеүҙәрен һорайбыҙ. Мѳһим объектты ябыу аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең финанс хәлендә, иң мѳһиме - район-ҡаланың иң бәләкәй һәм яҡлауһыҙ сабыйҙары һаулығында сағылыш табасаҡ.
Ата-әсәләр.

Бер тѳркѳм ата-әсәнән килгән хатҡа Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының баш табибы Хәбир Мѳжәүир улы МОСТАФИН-дан түбәндәге яуапты алдыҡ:
- Рәсәй Федерацияһы закондары үҙгәреүенә, атап әйткәндә, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының мотлаҡ медицина страховкалауы (ОМС) системаһы буйынса бер каналлы финанслауға күсеүе сәбәпле, 2010 йылдың 8 майында ҡабул ителгән «Дәүләт (муниципаль) учреждениеларының хоҡуҡи положениеларын камиллаштырыуға бәйле Рәсәй Федерацияһының айырым закондар актына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы 83-сѳ Федераль закон, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының тѳрҙәре 2010 йылдың 29 ноябрендә ҡабул ителгән «Рәсәй Федерацияһында мотлаҡ медицина страховкалауы тураһында»ғы 326-сы Федераль законға ярашлы үҙгәрҙе.
Бѳгѳнгѳ кѳндә Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы составында эшләгән һѳт ашханаһы эшен туҡтатты, сѳнки ОМС-ҡа ауырыуҙарҙы дауалау стандарты ғына инә. Статус үҙгәреү сәбәпле, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы ОМС аҡсаһынан һѳт ашханаһын тотоуға түләй алмай. Башҡортостан Республикаһының 2007 йылдың 12 ғинуарында ҡабул ителгән «Башҡортостан Республикаһында ѳс йәшкә тиклемге балаларҙы һѳт ризығы менән тәьмин итеү тураһында»ғы 1-се ҡарарына ярашлы, балаларҙы бушлай һѳт аҙыҡ-түлеге менән тәьмин итеүгә бәйле сығымдарҙы финанслау урындағы бюджет иҫәбенә башҡарыла.
Һѳт ашханаһы эшен туҡтатыу дауахана етәкселеге ҡарары менән башҡарылмай, ә алда әйтелгән закон нормалары талаптарын үтәү.
Үрҙә әйтелгәндәргә нигеҙләнеп, 2011 йылдың 21 ноябрендә ҡабул ителгән «Рәсәй Федерацияһы граждандары һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында»ғы 323-сѳ Федераль законы, Башҡортостан Республикаһы граждандары һаулығын һаҡлау тураһында кодексы, Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәтенең 2007 йылдың 12 ғинуарында ҡабул ителгән «Башҡортостан Республикаһында ѳс йәшкә тиклемге балаларҙы һѳт ризығы менән тәьмин итеү тураһында»ғы 1-се ҡарары, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2001 йылдың 13 февралендәге «Башҡортостан Республикаһында ѳс йәшкә тиклемге балаларҙы һѳт аҙыҡ-түлеге менән тәьмин итеү тураһында»ғы 161-Д ҡарары, РФ Граждандар кодексына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының 2003 йылдың 6 октябрендә «Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны дѳйѳм ойоштороу принциптары тураһында»ғы 131-се федераль законы, Рәсәй Федерацияһының 1996 йылдың 1 декабрендә ҡабул ителгән «Коммерция булмаған ойошмалар тураһында»ғы 7-се Федераль законы, Рәсәй Федерацияһының 2010 йылдың 8 майында ҡабул ителгән «Дәүләт (муниципаль) учреждениеларының хоҡуҡи положениеларын камиллаштырыуға бәйле Рәсәй Федерацияһының айырым закондар актына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы 83-сѳ Федераль законына, РФ Конституцияһына нигеҙләнгән Рәсәй Федерацияһы закондары нормаларына таянып, юридик нигеҙҙә Белорет районы муниципаль районының Белорет һѳт ашханаһы муниципаль бюджет учреждениеһын ойоштороу һѳт ашханаһын һаҡлауҙың иң уңайлы варианты булып тора.
Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы үҙ йәһәтенән ярҙам итергә, һѳт ашханаһы ѳсѳн бина бирергә әҙер.

Р. МУСИНА әҙерләне.
Оставить комментарий