Хәмзә ағайыбыҙға рәхмәт!

Асы ауылы халҡы исеменән хѳрмәтле ауылдашыбыҙ Хәмзә хажи әкбәр Ғәлләмовҡа “Урал” гәзите аша тағы ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Үткән йылда Хәмзә Ғәлләмов ауыл зыяратын кәртәләү ѳсѳн материал алып бирҙе. Ѳмәләр ойоштороп, зыяратты кәртәләп алдыҡ. Әлегәсә Хәмзә хажи бер үтенесебеҙҙе лә кире ҡаҡҡаны юҡ. Уның кеүек ярҙамсыл, ауылын, районын хәстәрләүсе кешеләр йѳҙ йылға бер тыуалыр.

Республиканың тѳрлѳ тѳбәктәрендә мәсеттәр тѳҙѳп тә дан алды яҡташыбыҙ. Халҡы мәнфәғәтендә башҡарған изге эштәрен һанап бѳтѳрлѳк тә түгел. Мәҫәлән, ауылда бынан ике йыл элек йәш ғаиләнең йорто янып юҡҡа сыҡты. Ҡаза күреүселәрҙең хәсрәтен ишетеү менән килеп етте Хәмзә ағай һәм ѳй башын ябырлыҡ материал бирҙе. Үҙ кѳсѳ менән Асыла тәүҙә мәҙрәсә асты, унан һуң мәсет күтәртеп ултыртты.

Йыл да тиерлек Ололар кѳнѳндә Асы, Ғәбдѳк, Йѳйәк, Сермән һәм башҡа ауылдарҙа сәй табындары ойоштора, һарыҡ килтереп салдыра, оло кешеләргә бүләктәр бирә. Был изгелектәрҙе ул йѳрәк ҡушыуы буйынса эшләй - бына шуныһы ҡәҙерле һәм мәртәбәле. Асы ауылы мәҙәниәт йортоноң “Еңгәләр” халыҡ фольклор ансамбле ағзаларының районда бер булып биҙәнеп-кейенеп йѳрѳүҙәре лә Хәмзә ағайыбыҙҙың йомартлығынан. Ул Асы таланттарына икенсе тапҡыр сынъяһау иттереп милли костюмдар тектереп бүләк итте.
Хәмзә Искәндәр улына Урал ҡаяларылай ныҡлы һаулыҡ, башҡорт моңолай бай, Ағиҙел йылғаһылай оҙон ғүмер теләйбеҙ һәм тағы бер тапҡыр рәхмәт әйтәбеҙ.
Фәрхәнә СӘЛИМЙӘНОВА,
Асы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы.
Оставить комментарий