Сермәндәр башлыҡтан уңды

Сермән - районда иң ҙур ауылдарҙың береһе. Ауыл территорияһы бик ҙур булғанға күрә уны йәйен-ҡышын таҙалыҡта тотоу, халыҡҡа уңайлыҡтар тыуҙырыу ѳсѳн күп кѳс һалырға кәрәк. Ҡатмарлы шарттарҙа етәкселектең уңғанлығы ла, уңмағанлығы ла шунда уҡ асыҡ күренә. Беҙ ауыл хакимиәте башлығынан уңдыҡ, тип ауыҙ тултырып әйтә алабыҙ. Ни ѳсѳн тигәндә Айытбай Зәбир улы Әйүпов бер эштән ҡурҡып тормауы, нимәгә тотонһа, шуны килтереп сығарыуы менән алдыра. Әле Аҙнағол мәктәбендә эшләгән сағы хәтерҙә. Унда ла, әллә мәктәп тракторы булғанмы икән, Айытбай Зәбир улы шул ҡорос атта мәктәптең теге-был йомошон йомошлай торғайны. Яҡшы эш хәтерҙә ҡала бит ул.

Быйыл ҡар кѳрәп яуа. Элгәре урамдан йәйәү ҙә, машинала ла үтеүе ауыр ине. Ә бѳгѳнгѳ кѳндә Айытбай Зәбир улының тырышлығы менән хакимиәттең тракторы бар. Эш кѳндәрендә әҙ генә ҡар яуһа ла, тракторсыбыҙ Ринат Хәлим улы Ялмырҙин биләмә юлдарын геүләтеп таҙартып ҡуя. Шулай ҙа рәхмәт һүҙемдең иң олоһо Сермән биләмәһе хакимиәте башлығына, сѳнки ҡар бит ял кѳнѳ тип тормай, яуа ғына. Ә беҙҙең техника тип йәнен бирер башлыҡ руль артына үҙе ултырып ала ла урамдарҙы ҡарҙан таҙартып та сыға. Бер осрағанда шулай: “Ял кѳнѳ ни ял итмәй, ни эшләп үҙегеҙ юл таҙартаһығыҙ?”, - тип һораным. Һәр ваҡыттағыса йылмайып: “Урамдар ҡарға батып ятҡанды нисек түҙеп күҙәтеп ултырмаҡ кәрәк, трактор бар, яңы, геүләтеп кѳрәйһең дә сығаһың” - тип яуапланы.

Танылған яҙыусы Зѳлфәр Хисмәтуллин исемен йѳрѳткән Урта Сермәндә юлдар еңел машина менән үткеһеҙ ине бер мәл. Ауылдаштарыбыҙ Закир Алсынбай улы Мәғәфүров һәм уның ҡустыһы Артур Иҫәнбаев юлдарға ҡырсынташ түктеләр, тигеҙләнеләр. Хәҙер урамдан йѳрѳүе еңел, уңайлы. Уларға ла рәхмәтле ауылдаштары, эштәре уң, үҙҙәре иҫән-һау булһын.
Ауылы тураһында ҙур хәстәрлек күргән, һыуын да, утын да йүнләү буйынса яңынан-яңы ысулдар ҡулланған эшһѳйәр башлығыбыҙға - Айытбай Зәбир улына эшендә уңыштар, яңы үрҙәр, ғаиләһенә именлек, бәхет, ырыҫ теләйбеҙ.
Вәхит ВӘЛИУЛЛИН.
Оставить комментарий