Ярҙам ерҙә ятып ҡалмай

Бәлә ағас башынан түгел, әҙәм башынан йѳрѳй, тип боронғолар юҡҡа ғына әйтмәгән. Эйе, кеше бѳгѳн, иртәгә ни булырын да, ҡасан теге донъяға китерен дә, ниндәй ҡаршылыҡтарҙы, ауырлыҡтарҙы үтергә кәрәклеген алдан белеү түгел, күҙ алдына ла килтермәй. Күптәрҙең донъя мәшәҡәтенә күмелеп, был турала уйларға ваҡыты ла ҡалмай.

9 апрелдә Ғәбдѳк ауылында ла кѳн ғәҙәттәгесә тормош ығы-зығыһы менән башланып китте. Кѳнѳ буйы һәр кем үҙ эше, мәшәҡәттәре менән булды. Шул саҡта алда үҙен ниндәй мәхшәр кѳтѳүен берәйһе уйлаһасы. Бер ниндәй хәүеф-хәтәр тоймаған кешеләр киске 11-ҙәрҙә генә ары-бире эшен бѳтѳп, ѳйѳнә инә.
Кѳндәлек мәшәҡәттәрҙән арманһыҙ булып йоҡоға талған ауыл халҡын тѳнгѳ икеләрҙә ѳйҙәргә килеп бәрелгән ҡалын-ҡалын боҙҙар уята. Йоҡо аралаш бер ни аңламаған халыҡты ѳй эсенә ингән һыуыҡ һыу тамам йоҡонан айныта. Ҡото осҡан кешеләр урамға йүгереп сыға. Урамда балалар илаша, ололар ҡысҡырыша, мал баҡыра. Кѳслѳ ағым кешенең ғүмер буйы йыйған донъяһын күҙ менән ҡаш араһында боҙло һыу аҫтында ҡалдыра. Кемдер ағып барған малын тотоп ҡалырға, икенсе береһе балаларын боҙло һыуҙан ҡурсаларға тырыша. Тѳн буйы ғәрәсәтле һыу менән кѳрәшкән ауылдаштарҙы берҙәмлеге, ярҙамсыллығы ғына ҙур ҡайғыларҙан аралап алып ҡалды. Ғәбдѳк ауылын һыу баҫыу тураһындағы хәбәр бѳтә республикаға таралды. Ситтә уҡыған студенттар, йәштәр икенсе кѳнѳнә үк ҡайтып, бәләгә ҡалған яҡындарына ярҙам итеп, урам буйҙарын таҙартышып, ҡаза эҙемтәләрен бѳтѳрѳүҙә ҙур ярҙам күрһәтеп китә. Күмәк кѳс менән ҡазаны еңһәләр ҙә, бер нисә сәғәт эсендә кешенең хәләл кѳс менән йыйған донъяһының юҡҡа сығыуы ғына күңелдә ауыр тойғолар ҡалдырҙы. Ғәбдѳктәр үҙҙәре, балалары, туғандары иҫән ҡалыуға һѳйѳнѳп бѳтә алмай. Тѳн уртаһында боҙло һыу кисеп ярҙамға килгән изге күңелле ауылдаштарына, ауыр саҡта ярҙам күрһәткән бѳтә республика халҡына оло рәхмәтен белдерә улар.
Н.Йосопова.
Ғәбдѳк.
Оставить комментарий