Бәләкәй дуҫтарыбыҙҙан ѳйрән

Нимә ул Мѳхәббәт? Был һорау кешелекте һәр саҡ ҡыҙыҡһындырған. Һәр кем уны үҙенсә аңлай, иҫбат итергә тырыша. Кеше ғүмер буйы мѳхәббәт хәлендә йәшәй. Һәр кем үҙен ысын, эскерһеҙ ярата беләм тип иҫәпләй. Әммә был хаҡмы икән? Ата-әсәләр балаларын ташлай, үҫеп еткәндәре олоғайған ата-әсәһен ҡарамай. Яңылыҡтарҙа һәр саҡ ташланған сабыйҙар, ололар тураһында күрһәтеп торалар. Бер-береһен ѳҙѳлѳп яратҡан парҙар ташлаша. Мѳхәббәт үткәнме?

Ә, бәлки, ярата белмәйбеҙҙер? Кешеләр үҙен Ер шарында иң аңлы тип иҫәпләй, һәм нескә хистәр бәләкәй дуҫтарыбыҙға ла хас булыуы тураһында уйлап та бирмәй. Әйҙәгеҙ, хайуандар донъяһындағы ҡайһы берҙәренең мѳнсәбәттәрен ҡарап үтәйек. Бәлки, беҙгә уларҙан яратырға һәм хәстәрлек күрергә ѳйрәнергә кәрәктер?

Ҡоштарҙан башлайыҡ. Күгәрсен тыныслыҡ һәм мѳхәббәт символы булып тора. Улар ныҡлы пар булдыра, киләсәк быуындары тураһында ҡайғырта белә. Беренсе мѳхәббәттәре шул тиклем кѳслѳ, хатта уларҙы оҙаҡ ваҡытҡа айырып торғандан һуң осраштырһаң, яңынан бергә булалар, айырылышҡан осорҙа барлыҡҡа килгән парҙарын ташлайҙар. Аҡҡоштар ҙа мѳхәббәт символы. Улар ғүмер буйы бер-береһенә тоғролоҡтарын һаҡлай. Әгәр ҙә икенсе яртыһын юғалтһа, айырылыуҙы кисерә алмай, һәләк булалар. Бѳркѳттәр ҙә ғүмерлек бәйләнеш булдыра. Ата бѳркѳт мѳхәббәтен белгертеп тороу ниәтендә кѳн дә йәшел ботаҡ килтерә, тѳрлѳсә оҫта оса белеүен күрһәтеп, үҙенең яҡшы физик хәлдә булыуын иҫбатлай.

Кимереүселәр араһында ла нәфис тойғолар барлығы һеҙҙе ғәжәпләндерер. Ялан сысҡандары ғүмерлеккә пар булдыра, бер-береһе тураһында хәстәрлек күрә, киләсәк быуынды үҫтереү бурысын да бергә атҡара. Уларҙың үҙ-ара мѳнәсәбәте кешеләр араһындағы ҡайһы бер парҙарға һоҡланып һәм кѳнләшеп ҡарарға мѳмкин. Ялан сысҡандарының тик бер генә яратҡаны була, икенселәр менән осрашҡанда асыҡ рәүештә агрессия күрһәтә. Ҡондоҙҙар ғаиләһендә бер нисә быуынды тәрбиәләй.

Бүреләр ҙә бер партнерҙа туҡтала. Бер тапҡырға һәм мәңгелеккә пар булдыралар. Партнерының ауырыуы, үлеүе, ѳйѳрҙән китеүе ғаиләне тарҡатыуға сәбәп була ала.

Филдәр, маймылдар, киттар икенсе яртыларын юғалтыуҙы ауыр кисерә, ҡайғынан йәш һәм һау хайуандың үлеү осраҡтары ла бар.
Бѳжәктәрҙең тормошо космос кеүек, ауыр һәм аҙ ѳйрәнелгән. «Мѳхәббәткә баш-аяғым менән бирелдем» тип әйтеү бѳжәктәрҙең ҡайһы бер тѳрҙәренә ҡағыла. Ҡайһы бер үрмәкселәр берҙән-берҙәре менән танышҡандан һуң үлә. Инә үрмәксе шунда үк кейәүен ашай. Бына мѳхәббәт ѳсѳн ниндәй ҡорбан килтерәләр.
Фән хайуандар араһында мѳхәббәт булыуын инҡар итә, әммә уларҙы күҙәткәндән һуң хәстәрлекте, наҙҙы һәм яратыуҙарын кешеләргә ҡарағанда эскерһеҙ күрһәтә алалар. Шуға ла үҙебеҙҙе уларҙан ѳҫтѳн ҡуйырға кәрәкмәйҙер, ә бәләкәй дуҫтарыбыҙҙан юғары хистәргә ѳйрәнергә кәрәк, улар хис-тойғоларын йәшермәй.

Гѳлназ МѲХӘМӘТЙӘРОВА,
ҡурсаулыҡ белгесе.
Оставить комментарий