Һеҙҙең тормош - үҙе батырлыҡ

Бына, һәр йылдағыса, һары ҡанаттарын йәйеп, уҙған кѳҙҙән бер ере менән дә айырылмаған кѳҙ килде. Әүәлгесә кѳндәр йылы, ара-тирә ямғырҙар яуғылай, ағастарҙан һары, ҡыҙыл япраҡтар ҡойола.

Исмаҡай ауылында “Һеҙҙең тормош - үҙе батырлыҡ” тип исемләнгән кисә үтте. Унда күренекле яҙыусы, романист Яныбай Хамматовтың хеҙмәттәштәре, тыл ҡаһармандары килде. Әлеге кѳндә Исмаҡай ауылында тѳрлѳ йәштәге оло кешеләр йәшәй. Тормош ауырлығы уларҙың рухын һындыра алмаған, бѳгѳнгѳ кѳндә лә улар шатлыҡлы ҡәнәғәт йѳҙҙәре, кѳр күңелдәре менән яҡындарын шатландырып йәшәй. Ололар беҙҙең кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ, тормош йәмебеҙ. Шуға күрә лә улар менән бәйләнеште ѳҙмәйбеҙ. Ауылда ойошторолған бер сара, кисә лә уларһыҙ үтмәй.

Сираттағы байрам сараһы ла ололар ѳсѳн арналды. Ҡунаҡтарҙы матур биҙәлгән сәхнә, слайдҡа һалынған фотолар ҡаршы алды. Мәктәп директоры Ғ.Н. Хитауллина байрамды асып, тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе. Балаларҙың шиғыр һѳйләүе, йыр-бейеүе, ололарҙың сығыштары менән аралаштырылып барҙы. З.Ғ. Иҙрисованың, Ф.Т. Ноғайғолованың, Г.З. Мѳхәмәтғәлинаның, Х.Ғ. Йосопованың, Д.Р. Кравцовтың сығыштары барыһының да күңеленә хуш килде. Мәҙәниәт йорто етәксеһе байрам күстәнәстәре тапшырғас, кисә сәй табыны артында дауам итте. М.Х. Хафизова, Г.Т.Ҡужакова, Ф.Ф.Хәйбуллиналар байрамды тағы ла күркәмләндереп, кәйефтәрҙе күтәреп ебәрҙе.

Исмаҡай ауылында үтәсәк киләһе сара ике дан ғаилә - Фәймә Ғариф ҡыҙы менән Ғәли Дәүләткилде улы Сафиндарға һәм Гѳлсѳм Иманғәле ҡыҙы менән Ғәлим Хәлим улы Абдрахмановтарҙың иңгә-иң терәп 50 йыл бергә ғүмер итеүҙәренә арналасаҡ.
З. ҠУЖАКОВА.
Оставить комментарий