АСПИРИН - мѳғжизәле таблетка

АСПИРИН - ацетилсалициловая кислота, дауалау сараһы ғына түгел, ә кѳнкүрештә лә бик кәрәкле дарыу. Аспиринды 120 йыл элек врач Феликс Хоффман уйлап таба. Шул саҡтан алып ул үҙенең үҙенсәлеге менән ғәжәпләндереүҙән туҡтамай. Уны медицинанан башҡа ѳлкәләрҙә лә бик уңышлы файҙаланып була. Түбәндә ошо турала һүҙ бара.

1. Аспиринды вазаға һалып, сәскәләрҙең ғүмерен оҙайтыуҙы әйтеп торорға ла кәрәкмәйҙер. Ә бына бәшмәк менән зарарланған тупраҡтың структураһын аспирин ярҙамында яҡшыртып булыуын барыһы ла белеп бѳтмәйҙер. Бының ѳсѳн 1 литр һыуға бер таблетка аспирин һалып, проблемалы ергә һирпеп сығыу ҙа етә.

2. Аккумуляторы ултырған автомобилде тоҡандырыу ѳсѳн дә аспиринды файҙаланырға була. Бының ѳсѳн дистиллировкаланған һыуға ярты таблетка аспирин һалырға кәрәк. Аспирин менән электролиттың реакцияһы арҡаһында саҡ заряд алған аккумулятор, автомобилде ҡабыҙырға етәсәк.

3. Аспирин менән тирҙән ҡалған таптарҙы бѳтѳрѳргә мѳмкин. Таплы урынды ике таблетка һалынған ярты стакан һыуға һалырға һәм күпмелер ваҡыттан һуң порошоклап йыуырға кәрәк.

4. Һыуҙа иҙелгән аспиринлы паста менән һытҡыларҙы дауаларға була. Ул 2-3 минутта ҡыҙарған урынды бѳтѳрәсәк. Әгәр ҙә бер тапҡырҙан кәрәкле һѳҙѳмтә килеп сыҡмаһа, процедураны тағы ҡабатларға кәрәк.

5. Үксәләге ҡатҡан тирене лә аспирин менән йомшартып була. Бының ѳсѳн 5-6 таблетканы он кеүек иҙергә һәм ярты сәй ҡалағы лимон һуты менән бутарға. Паста килеп сыҡһын ѳсѳн әҙерәк кенә һыу ҡушырға. Килеп сыҡҡан массаны үксәгә һѳртѳп, сепрәк салфетка менән бәйләп ҡуйырға һәм полиэтилен тоҡсай кейергә. 10-15 минуттан һуң проблемалы урынды пемза менән таҙартып йыуырға.

6. Һағыҙаҡ саҡҡанда ла аспирин ярҙам итә. Сағылған урынды һыулап аспирин таблеткаһы менән ышҡырға кәрәк.

7. Бассейндағы артыҡ хлорлы һыуҙың буялған сәскә насар тәьҫир итеүен барыһы ла беләлер. Проблеманан ҡасыу ѳсѳн 6 таблетка аспиринды 1 стакан һыуға һалып, сәскә һѳртѳргә һәм 15 минуттан һуң уны шампунь менән йыуырға кәрәк.

8. Аспирин маскаһы кислоталы пилингыны тулыһынса алыштыра ала. Тик ҡоро тиреле кешеләр һаҡ булырға тейеш. Кемдең тиреһе майлы һәм битендә ҡара нѳктәләре бар, был маска нәҡ улар ѳсѳн. Бындай масканы һаҡ ҡына итеп, йыш ҡулланыу һытҡыларҙан ҡотолорға ла ярҙам итәсәк, битте лә ағартасаҡ, ваҡ һырҙарҙы ла бѳтѳрәсәк, биттәге киңәйгән тире күҙәнәктәрен дә ябасаҡ. Тиренең торошона ҡарап, аспиринды ҡаймаҡ йә бал менән дә буташтырырға була.

9. ҠАЙМАҠЛЫ МАСКА 1-2 таблетка аспиринды яҡшылап иҙеп, 1 аш ҡалағы ҡаймаҡ менән бутарға.

10. БАЛЛЫ МАСКА 1 таблетка аспиринды һыулап иҙеп, 1 ҡалаҡ бал ҡушып, шыйыҡ бутҡа хәленә ингәнсе яҡшылап бутарға. Масканы яҡшылап таҙартылған һәм һыулы биткә һѳртѳп, 5-10 минут тотҡас, 1-2 минут һаҡ ҡына итеп массаж эшләргә һәм йыуып, дымландырыусы крем һѳртѳргә. Аҙнаһына ике тапҡыр эшләгәндә матур һѳҙѳмтәләргә ирешергә була. Аспирин биттең ялтырауын бѳтѳрә, тигеҙләй. Уны косметика аҫтынан һѳртѳү ѳсѳн тоник урынына файҙаланырға ла була. Бының ѳсѳн С витамины менән иҙелгән аспирин иң яҡшыһы буласаҡ. Шулай ҙа, ни тиклем генә яҡшы булһа ла, аспиринды кѳн дә ҡулланырға ярамай, уның бары тик “тиҙ ярҙам” сараһы ғына икәнен онотмайыҡ. Юғарыла һанап кителгән алымдар ҙа традицион түгел, шуға күрә уны һәр кем үҙе белеп файҙаланырға тейеш. Мәҡәләлә һүҙ бары тик беҙҙең илдә сығарылған аспирин хаҡында ғына барҙы. Сит ил аналогы бындай һѳҙѳмтәләр бирмәйәсәк.
Э. МѲХӘМӘҘИЕВА әҙерләне.
Оставить комментарий