Йәш табип эшкә ҡайтты

Сосновка амбулаторияһы Сосновка, Шығай ауыл хакимиәттәренә ҡараған 10 ауылды хеҙмәтләндерә. Был тораҡ пункттарында 4094 кеше йәшәһә, уларҙың 3004-е — 18 йәштән үткәндәр, ә балалар - 1090.

Амбулаторияла оҙаҡ йылдар эшләгән табип Флүр Ханнановтың күсеп китеүе сәбәпле, ауыл халҡы табипһыҙ ҡала. Быйыл, ниһайәт, ауылға йәш белгес Альбина Зариф ҡыҙы Кәримова (Байегетова) участка табибы булып эшкә ҡайтты. Ул сығышы менән ошо ауылдан, быйыл Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған.

- Участка табибына ҙур яуаплылыҡ йѳкмәтелә. Кабинетта ғына ултырмайбыҙ, һәр саҡырыуға сығабыҙ, ауыр хәлдәге инвалидтарҙың ѳйҙәренә барабыҙ. Беҙҙең участкала ике Бѳйѳк Ватан һуғышы ветераны йәшәй. Тѳп дауалау эшенән тыш, документтар менән дә күп ултырырға тура килә. Эштә тәжрибәле участка шәфҡәт туташы Венера Шәйхетдин ҡыҙы Ғәлимованың ярҙамы ҙур. Әйткәндәй, Венера Шәйхетдин ҡыҙы быйыл Рәсәй Федерацияһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Яңы ғына эш башлаһам да, коллективты ла яратып ѳлгѳрҙѳм, татыубыҙ. Тәүге ярҙам күрһәтеү ѳсѳн дарыуҙар менән яҡшы тәьмин итәләр. Үҙем ошо ауылдан булғас, эшләүе рәхәт, кешеләрҙең күбеһе таныш, улар ҙа яҡын күреп ҡарай. Был да эште күпкә еңелләштерә. Эш хаҡы ла зарланырлыҡ түгел. Һѳнәремде яратып башҡарам, - ти Альбина Кәримова.

- Быйыл бина яҡшы йылытыла, шуға пациент- тарҙы ҡабул итеү ҙә рәхәт. Тик, ниңәлер, ам- булаторияның хеҙмәт машинаһын алдылар. Беҙгә бит ауылдарға йѳрѳргә, саҡырыуҙарға барырға кәрәк. Быны етәкселектең аңлап етмәүе үкенесле. Беҙҙә ѳс меңдән ашыу оло йәштәге кеше иҫәпләнә, норматив буйынса 1500 оло кешегә бер табип булырға тейеш, ә беҙҙә иһә бер табип ике кешенең эшен башҡара, - тип һүҙгә ҡушылды Венера Ғәлимова. Быйыл Сосновка амбула- торияһына ҡараған ауылдарҙан 450 кеше диспансеризация үткән. Тикшереү ваҡытында ҡайһы берәүҙәрҙең сирләүе асыҡланған, уларҙы иҫәпкә ҡуйғандар. Ауыл халҡы участка табибы Альбина Зариф ҡыҙының эше менән ҡәнәғәт. Кешеләргә иғтибарлы, яғымлы, тип әйтәләр уның хаҡында. Йылы һүҙ йәнгә лә, тәнгә лә дауа, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул.
Р. МУСИНА.
Оставить комментарий