Фельдшерыбыҙҙан уңдыҡ

Изгелек ҡылған, үҙ эше менән ихтирам һәм хѳрмәт яулаған кешеләр һәр саҡта ла һоҡланыу уята. Ундайҙарға рәхмәт һүҙҙәрен дә ваҡытында еткереп барғы килә. Ваҡытында әйтелгән бер генә йылы һүҙ ҙә яңы үрҙәргә әйҙәй, күңелдә дәрт һәм сәм уята.

Айыс, Ноҡат, Арышпар ауылында йәшәгән Сәкинә Мырҙағәлина, Кәримә Динисламова, Хәлиҙә Мѳхәмәтова, Рауза Вәлиева, Зәйтүнә Дәүләтбаева, Сәмсиә Хәсәнова, Әсмә Дәүләтбаеваларҙан редакцияға хат килде. Улар үҙҙәренең фельдшеры Гѳлсѳм Әхмәт ҡыҙы Солтановаға гәзит аша рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләүен белдергән.

“Фельдшерыбыҙҙан уңдыҡ, кешегә һәр саҡта ла яҡшы ҡарашта, алсаҡ. Ниндәй генә һорау менән мѳрәжәғәт итһәң дә, бер ваҡытта ла баш тартмай, ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Гѳлсѳм Әхмәт ҡыҙы үҙ эшенә яуаплы ҡараған фельдшер ғына түгел, егәрле, тырыш хужабикә лә. Биш бала тәрбиәләп үҫтергәне ѳсѳн Хѳкүмәтебеҙҙең юғары наградаһына - “Әсәлек даны” миҙалына ла лайыҡ. Фельдшерыбыҙ беҙҙе ҡыуандырып, тағы ла оҙаҡ йылдар эшләүен теләйбеҙ. Уға рух ныҡлығы, сәләмәтлек юлдаш булһын”, - тип яҙалар хатта.
Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий