Гиппократ антына тоғро

Аҡ халатлы табиптарҙы борондан уҡ юҡҡа ғына изгелек ҡылыусы фәрештәләргә тиңләмәйҙәр, сөнки кешеләрҙең сәләмәтлеге, ғүмере улар ҡулына ышанып тапшырылған. Табип ошо яуаплы йөктө ғүмере буйына лайыҡлы алып барырға, кешеләр мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә бурыслы. Әммә һөнәрен яратҡандар үҙ эшен бурыс итеп кенә башҡармай, ә күңел һалып, бөтә булмышын ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыуға бағышлай. Быны Тирлән участка дауаханаһының баш врачы, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы Ҡәйүм Мәүлит улы СИТДИҠОВ миҫалында һөйләмәксемен.

Ҡәйүм Мәүлит улы Ни колаевка ауылында донъяға килә, I класты тамамлауға ата-әсәһе Тирләнгә күсә. Ул Тирлән урта мәктәбен тамамлағас, армия хеҙмәтенә алына. Тыуған иле алдында хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, 1982 йылда Өфөләге медицина институтына уҡырға инә. Эйе, егет бында осраҡлы килеп эләкмәй. Олатаһы заманында абруйлы мулла, имсе, йәғни өшкөрөү, халыҡ медицинаһына таянып, төрлө ауырыуҙарҙан дауалауы менән даны таралған халыҡ табибы була. Егет олатаһының юлын дауам итеп, медицина йүнәлешенән китә. Ул хирург һөнәрен үҙләштереп, 1988-89 йылдарҙа Белоретта интернатура үтә. Унан йәш белгесте Тирләнгә хирург итеп ебәрәләр. 1992 йылда уны дауахананың баш врачы итеп тәғәйенләйҙәр. Тиҙҙән ул белемен камиллаштырып, дөйөм практика врачына уҡып ала. Тырыш, егәрле белгес, ауырыуҙарҙы дауалауҙан тыш, дауахананың хужалыҡ эштәрен әүҙем алып бара. 2003 йылда ауыл хакимиәте ярҙамы, баш врачтың ныҡышлығы менән дауахана заман талаптарына ярашлы итеп яңыртыла. Вер- хнебельскийҙағы фельдшер- акушерлыҡ пункты янып киткәс, унда ла ентекле ремонт эшләнә. Ауылдаштарының мән- фәғәтен һәр яҡлап та ҡай- ғыртҡан оло йөрәкле табип халыҡ араһында ихтирам, хөр- мәт яулай. Ҡәйүм Мәүлит улы хеҙмәттә генә түгел, ә тормошта ла ѳлгѳлѳ, уңған ғаилә башлығы. Тормош иптәше Эльза ханым менән ул һәм ҡыҙ үҫтереп, уларға юғары белем алырға ярҙам итәләр. Эйе, Ҡәйүм Ситдиҡовтың маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булыуы, бихисап республика һәм райондан тапшырылған Маҡтау ҡағыҙҙары уның арҙаҡлы хеҙмәте тураһында һөйләй, ә инде быйылғы һабантуйҙа район-ҡаланың “Иң яҡшы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” тип билдәләнеүе егәрле, яуаплы, үҙ һѳнәре оҫтаһы икәнен тағы бер ҡат раҫланы.
Нурия ШӘРИПОВА. Автор фотоһы.
Оставить комментарий