Күҙ - күңел кѳҙгѳһѳ

Халыҡ-ара һуҡырлыҡты киҫәтеү агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, планетала яҡынса 285 миллион кеше күҙ ауырыуҙарынан яфалана. Күреү һәләтен бөтөнләй юғалтҡандар һаны 45 миллиондан ашып китә. Күреү һәләте боҙолоуҙан яфаланған балалар һаны 19 миллионға еткән, шул иҫәптән 1,4 млн. бала ғүмерлеккә күреү һәләтен юғалтҡан.

Күҙҙәр кеше тәнендәге барлыҡ ағзалар менән тығыҙ бәйләнгән. Организмда аҙ ғына үҙгәреш була икән, улар шунда уҡ күҙҙә сағылыш таба. Табиптар “күҙҙәр - йыһан” тип билдәләй. Күҙгә, күҙҙең төбөнә ҡарап шәкәр сирен, ҡан баҫымы юғары булыуын һәм неврология ауырыуҙарын билдәләргә була. Ҡала-райондың балалар врач- офтальмологы Лариса Ерлыченкова ѳс тиҫтә йылға яҡын балалар сәләмәтлеге һағында тора. 1988 йылда Лариса Владимировна Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия бүлеген тамамлай. Йәш белгес бер йылдан интернатураны бѳтѳрә һәм Новокузнецкиҙа белемен камиллаштырып, тыуған ҡалаһына эшкә ҡайта. Врач-офтальмолог һѳнәрен үҙләштереүҙә ул ваҡытта балалар поликлинкаһында күҙ врачы булып эшләгән Ирина Марат ҡыҙы Васильева ла сәбәпсе булғандыр. Лариса Владимировна әлеге кѳнгә тиклем тәжрибәле врачҡа рәхмәтле. “Офтальмология серҙәренә Ирина Марат Байрам афишаһы 5-18 октябрҙә - Ҡала тарихи-крайҙы ѳйрәнеү музыйында сәғәт 10-дан 6-ға тиклем - “Тыуған ерем - Башҡортостан”, “Минең бәләкәй Ватаным” мини- күргәҙмәләре була. 8 октябрҙә - Инйәрҙә сәғәт 10-да ауыл хужалығы йәрминкәһе башлана. Республика кѳнѳнә арналған тантаналы йыйылыш һәм байрам концерты Ҡала Мәҙәниәт һарайында сәғәт 4-тә башлана. 10, 11, 12 октябрҙә - ҡала автовокзалы эргәһендәге майҙансыҡта сәғәт 10-да - ауыл хужалығы йәрминкәһе.

10 октябрҙә - Тирләндә сәғәт 10-да - ауыл хужалығы йәрминкәһе. 11 октябрҙә - Республика кѳнѳнә арналған А.М. Новиков иҫтәлегенә XXXII Белорет ярым марафоны "Металлург" стадионында 10 сәғәт 30 минутта башлана. Хѳрмәтле белореттар! Һеҙҙе 8 октябрҙә ҡала Мәҙәниәт һарайына Республика кѳнѳнә арналған тантаналы йыйылышҡа һәм байрам концертына саҡырабыҙ. Башлана сәғәт 4-тә. Инеү ирекле. ҡыҙы тѳшѳндѳрҙѳ. Бѳгѳнгѳ белгәндәрем, ҡаҙаныштарым тик уның ярҙамы менән булды”, - ти I категориялы белгес. Ул һәр ваҡыт белемен камиллаштырыу ѳҫтѳндә эшләй, курстарҙа уҡый. Лариса Владимировна балалар поликлинкаһында, дауаханала, 44-се махсуслаштырылған балалар баҡсаһында ла эшләргә ѳлгѳрә, бала табыу йортонда консультациялар алып бара. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, врачты балалар ҙа, коллегалары ла ихтирам итә. Балалар поликлиникаһының баш врачы Вера Ивановна Ғәлиева әйтеүенсә, Лариса Владимировна кескәй пациенттар менән уртаҡ тел таба белеүе, ата-әсәләргә аңлайышлы, тыныс аңлатыуы, үҙенә ылыҡтырып тороуы менән айырыла. Ата-әсәләрҙең балаларын тик уға күрһәтергә тырышыуы ла барыһын аңлаталыр. Диспансеризациялау, профилактик тикшереүҙәрҙе лә алып бара. Ғѳмүмән, булмышы менән врач. - Сирҙәр хәҙер йәшәрә бара. 15-16 йәшкә тиклемге һәр ѳсѳнсѳ баланың күреү һәләте боҙолоуы күҙәтелә. Күрәғарау, үтәғарау кеүек сирҙәр йәшәү рәүешебеҙҙән килә. Саф һауала йѳрѳмәү, стресс, уҡыу йѳкләмәһе лә сирҙәрҙе барлыҡҡа килтерә. Мине ата- әсәләрҙең балаларына етди ҡарамауы борсой. 2-3 йәштән баланың сәләмәтлегенә иғтибар итергә кәрәк, һуңғараҡ дауаларбыҙ әле, тип ҡарарға ярамай. Ул ваҡытта күҙҙәр “ялҡауға әйләнә”, 7 йәштә амблиопияны дауалау һуң булыуы ихтимал. Был йәштә күҙҙе дауалау ауыр бирелә, йә иһә балаға ғүмерлеккә күреү һәләтен юғалтыу ҡурҡынысы янай. Бала тѳрлѳ ауырыуҙар менән донъяға килә. Етлекмәй тыуғандар ретинопатия ауырыуы менән сирләй. Был ҡурҡыныс ауырыу, дауалауға ла тѳрлѳсә бирелә, һуҡыр ҡалыуы ихтимал. Бәхеткә күрә, бала табыу йорто башланғыс стадиялағы ретинопатияны диагностикалау аппаратуралары менән йыһазландырылған. Сир менән кѳрәшеүе еңел түгел, шулай ҙа үҫеш бар. Сит илдәрҙә, Рәсәйҙә был сирҙе диагностикалау, дауалау алға киткән, әлбиттә. Ҡалабыҙҙағы махсуслаштырылған балалар баҡсаһында ла кескәйҙәрҙең күҙҙәрен дауалау ѳсѳн барыһы ла бар. Был йәһәттән, ҡала-район мәғариф идаралығына, балалар баҡсаһы мѳдиренә рәхмәтлебеҙ. Улар ошо балалар баҡсаһында тѳркѳмдѳ һаҡлап алып ҡалдылар, кәрәкле ҡорамалдар менән тәъмин ителгән. Коллектив та балалар менән махсус шѳғѳлләнә, улар кѳн һайын түләүһеҙ дауалау курстары үтә. 100 процентҡа тиклем күреү һәләтен ҡайтарыу мѳмкинлеге бар. Ѳйҙә ата-әсәләрҙең балалары менән шѳғѳлләнергә ваҡыты ла ҡалмай, ә балалар баҡсаһында һәр бала менән педагогтар махсус шѳғѳлләнә, күнегеүҙәр ҙә шәхси бирелә. Балалар поликлиникаһы ла күреү үҫешен профилактикалау буйынса етди эшләй, шулай уҡ ҡорамалдар менән йыһазландырылған, һәр пациентҡа ярҙам итәбеҙ. Ѳфѳгә махсус күҙ дауаханаларына ла ебәрәбеҙ, - тине БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, балалар врач-офтальмологы Лариса Владимировна Ерлыченкова. Күҙ - күңел кѳҙгѳһѳ. Күҙҙәребеҙҙе һаҡлайыҡ, сәләмәт тормош рәүеше алып барайыҡ. Ауырыуҙар күҙҙәребеҙҙә сағылыш таба, шуға ла һаулығыбыҙға етди ҡарайыҡ.
Э. ХӘМЗИНА.
Оставить комментарий