«Спортһыҙ йәшәү мѳмкин түгел»

Үткән ял кѳндәрендә илебеҙҙә “Рәсәй саңғыһы” Бѳтә Рәсәй саңғы ярыштары үтте. Был сараға беҙҙең ҡала-район спорт һѳйѳүселәре лә ҡушылды.
Ярышты асыу тантанаһында “Рәсәй саңғыһы” байрамы ме- нән ҡотлап ДОСААФ-тың Бе- лорет автомәктәбе етәксеһе З.Ш. Ахибзянов, ҡала Советы депутаты А.В. Белов сығыш яһаны. ДОСААФ-тың Белорет автомәктәбе хәрби кухня ойоштороп, саңғы байрамына килгәндәрҙе эҫе сәй менән һыйланы. Металлургтар стадионында үт- кән ярышта 230 кеше ҡатнашты. Тәүҙә ғаиләләр кѳс һынашһа, аҙаҡ ир-егеттәр һәм ҡатын- ҡыҙҙар стартҡа баҫты. Үҙ йәш- тәре буйынса еңеүгә ирешкән саңғысыларға Маҡтау ҡағыҙҙары һәм миҙалдар тапшырылды. Шулай уҡ һәр ҡатнашыусыға сертификат бирелде, “Рәсәй сағыһы - 2016” тип яҙылған спорт башлыҡтары ла таратылды. Ярышта үҙен һынап ҡарарға баҙнат иткән 62 йәшлек Рима Сәйфулла ҡыҙы Ҡадирова 1961 йылға тиклемге йәштәге спортсылар араһында I урын яуланы. “Мин элек тә саңғы ярыштарында ҡатнаша инем. Бѳгѳн дә ошо сарала үҙемә ыңғай тәьҫораттар алдым. Спортһыҙ йәшәү мѳмкин түгел. Бѳтәһен дә спорт менән шѳғѳлләнергә саҡырам”, - тине Рима Сәйфулла ҡыҙы.
Рәмилә МУСИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий