Сәләмәтлек үҙе бәхет

Сәләмәтлек үҙе бәхет
Һаумыһығыҙ! Һау булығыҙ! Борон- борондан килгән ниндәй тәрән мәғәнәле һүҙҙәр. Кеше осрашҡанда ла, хушлашҡанда ла бер-береһенә тик һаулыҡ теләй. Донъяла иң ҡәҙерле нәмә ул сәләмәтлек. Бөгөнгө һүҙем ғүмерен кеше һаулығына арнаған, һәр саҡ кешегә ярҙам итергә әҙер торған әхирәтем Фәрхәнә тураһында.
Белорет педагогия училищеһын тамамлаған Зиннәт ағайымды Шығай мәктәбенә математиканан уҡытырға ебәрәләр. Шунда ул үҙ яҙмышын - Мәфрүзә апайҙы осрата. Уларҙың мөхәббәт емештәре булып өс бала донъяға килә. Күп тә үтмәй Сермәнгә күсеп ҡайталар. Фәрхәнә Сермән мәктәбендә уҡый. Тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә ул. Мәктәп, район буйынса олимпиадаларҙа призлы урындар яуланы. Беҙ, Урта ауыл балалары, элекке Түбәнге Сермәнгә йөрөп уҡыныҡ. Ике сменала уҡыйбыҙ, бөгөнгө кеүек урамдар ҙа яҡтыртылмаған. Икенсе сменала шөғөлләнгән саҡтарҙа Фәрхәнәне бер үҙен ҡалдырмаҫ өсөн дәрестәре бөткәнен көтөп алабыҙ. Бигерәк тә ҡыш көндәре, иртә ҡараңғы төшкәндә, гел бергә генә йөрөнөк. Бөгөнгөләй хәтерләйем, бер көн, әллә көтөргә ялҡау килгәнме, әллә башҡа сәбәптәнме, ҡыҙҙар менән һөйләштек тә Фәрхәнәне һуңғы география дәресенән уҡытыусыбыҙ Йәзилә Ғата ҡыҙынан һорап алып ҡайтырға булдыҡ. Ҡыҙҙар йәшеренде, ә мин батырсылыҡ итеп, класс ишеген шаҡып, Фәрхәнәне беҙҙең менән бергә ҡайтарыуын һораным. Уҡытыусы бик мөләйем генә итеп: “Ярай, хәҙер сығарырмын”, - тине. Бер аҙҙан ишекте асып: ”Фәрхәнә, яңғыҙ булһа ла ҡайтырмын, дәрес ҡалдырмайым, тип әйтте”, - тине. Шул мәл уҡытыусынан оялыуҙарыбыҙ әлегеләй иҫемдә. Дуҫыбыҙҙы барыбер яңғыҙ ҡалдырманыҡ, уҡытыусыға күренмәҫ өсөн тышта өшөп тороп булһа ла, көтөп алдыҡ.
Мәктәп йылдарында әхирәтемә әсә наҙын да оҙаҡ татырға тура килмәне. Мәфрүзә апай ҡаты ауырыуға дусар булды. Шул саҡта әхирәтемә бәләкәс туғандарын тәрбиәләшергә, атаһына мал-тыуар ҡарашырға, өй эштәрендә ярҙамлашырға тура килде. Шулай V класта ғына уҡып йөрөгәндә ғәзиз әсәһе, өс баланы зар илатып, баҡыйлыҡҡа күсте…
Атай көндөҙ эштә, кисен дәфтәрҙәр тикшереү, пландар яҙыу менән мәшғүл - уҡытыусының мәшәҡәттәре күп инде ул. Фәрхәнә күп йорт хәстәрҙәрен үҙ өҫтөнә ала.
Әсәһе бик йәшләй генә вафат булғас, Фәрхәнә киләсәктә кеше һаулығы өсөн көрәшәсәге тураһында хыялланды. VIII класты тик "биш"легә генә тамамлап, Белорет медицина училищеһына уҡырға инде. Дуҫым менән айырылышыуы ҡыйын булды, ялға ҡайта алмаған саҡтарында хат яҙыша торғайныҡ.
Училищены ла ҡыҙыл дипломға бөттө. Тәүҙә Аҙнағол, унан Берештамаҡта эшләп алды. Унан Асы дауаханаһына фельдшер итеп ебәрҙеләр. Яҙмыш һынауҙары әхирәтемде һағалап ҡына торҙо. Атаһы ла ауырып үлеп китте. Кесе туғандарына хәленән килгәнсе ярҙам ҡулы һуҙып торҙо.
Эше Асыла ыңғай ғына бара ине. Фәнүр исемле егеткә тормошҡа сығып, матур ғына йәшәп ятҡанда тағы ҡайғы һеңгәҙәтә һуға - ире фажиғәле вафат була. Ул мәлдә ҡустыһы армияла хеҙмәт итә, ә һеңлеһе медучилищела уҡып йөрөй ине. Атай йорто ла буш торғас, Фәрхәнә Сермәнгә күсеп ҡайтып, Сермән дауаханаһында эшләй башлай.
Ауыр минуттарында әхирәтемдең эргәһендә булырға тырыштым. Атайым менән әсәйем дә Фәрхәнәне бик яратты.
Тормош дауам итә. Ауылыбыҙ егете Рафаил менән донъя ҡороп, өй һалып сыҡтылар. Ярҙамсыл, эшсән Рафаил менән балаларын матур тәрбиәләнеләр. Өс бала ла юғары белемле. Бөгөнгө көндә Рифат - полицияның кесе лейтенанты, Ришат менән Азат БДУ-ның физика факультетын тамамлап, ”Когалымнефтегеофизика” йәмғиәтендә геодезист булып эшләп йөрөй.
Яҙмыш был тормош юлдашынан да иртә айырҙы әхирәтемде. Оҙаҡ һәм ҡаты ауырыуҙан һуң Рафаил да вафат булды. Фәрхәнә көнө-төнө эргәһенән китмәне, тәрбиәләне. Ире Өфөлә дауаханала ятҡанда эргәһенә санитарка ла булып урынлашты, әммә ауырыу үҙенекен итте.
Фәрхәнә Зиннәт ҡыҙы Таипова хаҡлы ялда булһа ла, һаман тынғы белмәй, сирлеләргә ярҙам итергә әҙер. Ҡайҙа ғына булһа ла, уның кеҫә телефоны ялды белмәй, әле береһе, әле икенсеһе ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Берәүгә ҡан баҫымын тикшерһә, икенсеһе укол һалдырырға, өсөнсөһө массаж эшләргә һорай. Фәрхәнә берәүгә лә “юҡ” тип әйтә белмәй, ярҙам итергә ашыға.
Матур итеп донъя көтә әхирәтем, йәйен баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк, сәскәләр үҫтерә. Кәртә тулы мал-тыуар. Оло улы матур итеп йорт һалып сыҡты. Береһенән-береһе матур ейәнсәрҙәре “өләсәй” тип өҙөлөп тора. Шул бәхет түгелме ни!
Нәсимә ӘМИРСАНИЕВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
Сермән ауылы.
Оставить комментарий