Йылмайыуҙан күҙҙәр сағылһын

Йылмайыуҙан күҙҙәр сағылһын
Билдәле “Иван Васильевич һөнәрен алмаштыра” фильмында стоматолог Шпактың пациентының тешен нисек “дауалағанын” иҫләйһегеҙҙер. Ҡыҙыҡ бит. Әлбиттә, фильм төшөрөүселәр арттырып ебәргән. Ысынында иһә, стоматологҡа барыу бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс тыуҙырмай. Киреһенсә, врачҡа барыу матур һәм ныҡ тештәрҙең ысын байрамына әүерелеүе ихтимал. Ә тештәрһеҙ, белеүегеҙсә, бер нәмә лә эшләп булмай. Яҡшы тештәр - кеше йөҙөнөң һәм йәшәү образының “визит карточкаһы”. Тештәр кешенең матурлығына ғына түгел, һаулығына ла туранан-тура бәйле. Сәләмәтлегенә иғтибарлы булған һәр кем ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла теш табиптарына мөрәжәғәт итмәй ҡалмай. Хәҙер стоматология бүлмәһе янында “дер” ҡалтырап ултырыусыны күрмәҫһең, сөнки заманса ҡорамалдар һәм эш алымы бер ниндәй ауыртыныуһыҙ, һыҙланыуһыҙ дауаланыу үтергә мөмкинлек бирә.
Халыҡ-ара стоматолог көнө уңайынан, заман талаптары, яңы технологиялар, кадрҙар менән нисек тәьмин ителеүе, пландары тураһында һөйләүен һорап, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының стоматология поликлиникаһының баш врачы, юғары категориялы белгес Әмир Таһир улы ҺАҒЫНБАЕВҠА мөрәжәғәт иттек.

► Әмир Таһир улы, әлбиттә, район-ҡала халҡы Һеҙҙе яҡшы беләлер. Ә шулай ҙа үҙегеҙ менән таныштырып үтһәгеҙ ине.
- Учалыла тыуғанмын, ҡала мөхитендә үҫтем. 1988 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтының стоматология факультетын тамамлап, Белорет ҡалаһына эшкә килдем. Һөнәрем буйынса төрлө дауахана-поликлинкала эшләргә тура килде.
1997 йылдан үҙәк район дауаханаһында яңаҡ-йөҙ хирургы булдым һәм 4 районды хеҙмәтләндерергә тура килде. Ә 2012 йылдан үҙәк район клиник дауаханаһының стоматология поликлиникаһында баш врач вазифаһын башҡарам. Йәмғеһе ошо өлкәлә 30 йыл эш стажым бар.
► Стаж, кадрҙар тураһында һүҙ сыҡҡас, йәштәр стоматология өлкәһен һайлаймы? Һайлаған хәлдә лә, улар дәүләт ҡарамағындағы һаулыҡ учреждениеларына эшкә киләме, әллә аҡсалы шәхси клиникаларға өҫтөнлөк бирәме?
- Башҡа райондар кеүек, беҙҙең район- ҡала ла йәш белгестәргә ҡытлыҡ кисерә. Балалар стоматологтары юҡ кимәлдә. Улар күбеһенсә терапия, ортопедияны һайлай. Районға 19 балалар стоматологы талап ителһә, улар беҙҙә 5-әү генә. Штат 26 процентҡа ғына тулыланған. Былтыр Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, 2 белгес эшкә килде. Лилиә Ғәҙелшина - Белоретта, ә Алһыу Ғәйфуллина Сосновка амбулаторияһында эш башланы. Яҡшы ғына эш башлап ебәргән йәш белгестәргә өмөтөбөҙ ҙур. Балалар стоматологтары эшкә килһә, приемға яҙыла алмайбыҙ, тип шылтыратыусылар ҙа кәмер ине.
► Әмир Таһир улы, үткән 2017 йыл һеҙҙең поликлиника өсөн һөҙөмтәле булды. Бер юлы ике пилот проектта - “Ихтирамлы регистратура” һәм “Һаҡсыл поликлиника” проекттарында ҡатнаштығыҙ. Был проекттар һөҙөмтә бирҙеме?
- Эйе, йыл уңышлы булды. Проекттарға ярашлы күп эштәр башҡарылды. “Ихтирамлы регистратура” сиктәрендә поликлиниканы тулыһынса реконструкциялап, пациенттарыбыҙ өсөн уңайлы мөхит тыуҙырҙыҡ. «Һаҡсыл поликлиника» проекты дауалау-иҫкәртеү учреж- дениеларының эш һөҙөмтәлелеген һәм медицина ярҙамы менән файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуға йүнәлтелгән. Ул сираттарҙы ҡыҫҡартырға, анализ тапшырыуҙы һәм уны тикшереүҙе тиҙләтергә, терапевҡа яҙылыуҙы ябайлаштырырға һәм шул уҡ ресурстарҙа тағы ла күберәк пациенттар ҡабул итергә шарттар булдырасаҡ. Проектҡа ярашлы, оҙаҡламай рентген бүлеге эшләй башлаясаҡ. Пациенттарға рентген үтер өсөн әллә ҡайҙа йөрөргә тура килмәйәсәк. Етәкселәр тарафынан иғтибар бүленә башланы, һорауҙарыбыҙҙы үтәргә тырышалар. Хәҙер дәғүә белдереүселәр ҙә кәмей. Проектта ҡатнашҡас, һаулыҡ учреждениеһында йыш ҡына етәкселәр, депутаттар була, яңылыҡтар, үҙгәрештәр менән ҡыҙыҡһына, кәңәштәр бирә. Ғөмүмән, күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыт та ҡалмай.
Эльвира Хәмзинаның тулы материалын гәзиттең 12-се һанында (09.02.18) уҡығыҙ.
Оставить комментарий