Табип тигән бѳйѳк исем бар

Табип тигән бѳйѳк исем бар
Дауахана тигән юлды һәр кем юҡ-юҡ та тапай... Табипҡа инер алдынан бөтәһе лә унан яҡшы хәбәр алып сығырына ышана һәм өмөтләнә... Изге лә, ауыр ҙа, кеше ғүмере өсөн яуап биргән һөнәрҙе үҙ иткән, уны намыҫлы аҡлаған, яҡындарының, таныш һәм таныш түгел кешеләрҙең һаулығын тикшереүҙән тыш, дөрөҫ диагнозлау һәләтенә эйә булған, дауалау процестарын яҡшы белгән табиптар алтынға бәрәбәр. Йөйәк ауылында ғүмер иткән Абдулла Мөхәмәт улы МИҺРАНОВ был исемде ғорур йөрөткән, ауылдаштары араһында хѳрмәткә, ихтирамға лайыҡ кешеләрҙең береһе.
Ул 1938 йылдың ҡарлы-буранлы февраленең һуңғы көндәрендә Йөйәк ауылында һигеҙ бала тәрбиәләнгән ғаиләлә тыуа. Йөйәк мәктәбенең VIII класын тамамлағас, урта белем алыу маҡсаты менән Инйәргә уҡырға бара. Эргә-тирә ауылдарҙан йыйылған башҡорт балалары менән мәктәп ятағында татыу йәшәйҙәр. X класты тамамлағандан һуң Белорет медицина училищеһының фельдшер бүлегенә уҡырға инә. Ул ваҡытта уҡыу йылы башында студенттарҙы картуф алырға ебәрер булалар. Сермәндә ошондай эш мәлендә училищеның ул мәлдәге директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Аркадий Михайлович Мулуков килеп, уларҙан һѳйѳнсѳ һорай һәм Ѳфѳләге медицина училищеһына хәрби медиктар әҙерләү ѳсѳн студенттар йыйыуҙары, уҡыуҙы тамамлағанда уларға кесе лейтенант званиеһы ла биреләсәге тураһында хәбәр итә. Йәшлек дәрте урғылып торған егет, мѳмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай, баш ҡалаға юл тота. Уҡыуын тамамлау менән Һарытауҙа элемтә батальоны часында фельдшер булып хеҙмәт итә. Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, юғары белемле табип булыу, үҙ ғүмерен башҡаларҙың һаулығын ҡайғыртыуға арнау ниәтендә, 1964 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау бүлегенә һынау тота. Уҡыу йортоноң III курсында Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия университетында уҡып йѳрѳгән ауылдашы Рәсимә Шәйәхмәт ҡыҙы Абдрахимова менән өйләнешә. Ҡулына диплом алған йәш белгес Абдулла Миһрановты Асы участка дауаханаһына баш табип итеп ебәрәләр. Биш йыл эшләгәндән һуң, ете йәшлек улдары Илдарҙың һәм ике йәшлек ҡыҙҙары Айһылыуҙың киләсәген ҡайғыртып, ғаиләһе менән Ҡырмыҫҡалыға күсә. Байтаҡ эш тәжрибәһе булған табипты ҡуш ҡуллап үҙәк район дауаханаһына терапевт итеп ҡабул итәләр. Бер нисә айҙан Абдулла Мѳхәмәт улының үҙ эшен яратып башҡарғанлығын күргән баш табип уны Ѳфѳгә рентгенолог һѳнәренә уҡырға ебәрә. Теүәл дүрт айҙан сертификатлы белгес ѳр-яңы рентген кабинетында эш башлай. Шул уҡ ваҡытта терапевт булып та эшләргә ѳлгѳрә. Һигеҙ йылдан һуң, 1974 йылдың август айында, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайталар. Бала саҡ эҙҙәре һаҡлаған Йѳйәктә ѳй һалып ингәс, яңы ғына тѳҙѳлгән Инйәр дауаханаһына рентгенолог, тулы булмаған ставкаға терапевт булып эшкә урынлаша. Биргән антына, һѳнәренә ғүмер буйы тоғро ҡалған, табип эшенең ауырлығына бер ҡасан да зарланмаған Абдулла Миһранов ике ауыл араһын кѳн дә электричка менән йѳрѳп эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Ауылдаштарына ярҙамсыл, ѳмәләргә йѳрѳгән, ипле, баҫалҡы холоҡло ветеран-табип ауылдағы бер генә йыйылыштан да ситтә ҡалмай. Ул һәр ваҡыт ауылда яңы фельдшер- акушерлыҡ пункты тѳҙѳтѳү мәсьәләһен күтәрә. Ике ҡатлы йортта урынлашҡан бүлмәгә ауырыуҙарға, бигерәк тә ололарға баҫҡыс аша үтеп, барып етеүе ауырға тѳшкәнлеген яҡшы аңлай ул.
Рәсимә Сәлихованың тулы материалын гәзиттең 25-се һанында (27.03.18) уҡығыҙ.
Оставить комментарий