Ҡотороу сиренән һаҡланығыҙ!

Ҡала һәм ауылдарҙа хужаһыҙ ҡалған эттәрҙең күбәйеүе йәмғиәтебеҙ ѳсѳн мѳһим проблемаларҙың береһе булып ҡала. Яуапһыҙ һәм вайымһыҙ хужалар эттәрҙе үҙ яйына ҡуйып сығарып ебәрә. Ә ҡайҙа етте шунда йѳрѳгән эттәр хәүеф сығанағына әйләнә. Улар ѳйѳр булып тупланып, үҙҙәренә аҙыҡ табыу маҡсатында сүп-сар ѳйѳмдәрен, сүп бактарын аҡтара. Бынан тыш, уларҙың тәбиғәттә ҡотороу сирен таратыусы ҡырағай хайуандар менән бәйләнешкә инеүе ихтимал. Күп осраҡта эттәрҙең агрессивлығынан бала-саға йәки иҫеректәр зыян күрә, сѳнки улар үҙҙәре эттәрҙе һѳжүм итеүгә этәрә. Балаларға берәҙәк эттәр менән уйнау ярамағанлығын аңлатығыҙ. Эт тешләү ауыртыу ғына килтермәй, бик хәүефле лә, сѳнки тешләү аша ҡотороу вирусын йоҡтороуы ихтимал.

Нимә ул ҡотороу?
Ҡотороу - хайуандарҙы һәм кешеләрҙе үлемгә килтереүсе вируслы сир. Тешләгән саҡта ҡотороу вирусы эттең һеләгәйе аша яраға эләгә. Дауаханаға ваҡытында мѳрәжәғәт итмәгән осраҡта кешелә ҡотороуҙың клиник билдәләре үҫешә һәм уның үлемгә килтереүе лә бар.

Был сирҙән нисек һаҡланырға?
Хужа кеше этен прививкаға килтермәй, ветврач үҙе килһә, эт йә урам буйлап сабып йѳрѳй, йә уның хужаһы: «Һеҙгә кәрәк - һеҙ тотоғоҙ!» тип яуаплай. Бер яҡтан был яуапһыҙлыҡты аңлата. Ә бит ҡотороу сирен профилактикалау, тәү сиратта, хужаға кәрәк, юғиһә зарарлы эт хужаһы үҙе тәүге зыян күреүселәр араһында буласаҡ.
Йорт хайуандарына даими рәүештә ҡотороуға ҡаршы вакцина эшләтергә кәрәк. Ә ихаталағы эттәрҙе бәйҙә тоторға, фатирҙа йәшәгәндәрен хужа тышҡа бауҙа һәм морондоҡ кейҙереп сығарырға тейеш. Ҡотороуға ҡаршы вакцинация һалғандан һуң хайуандарҙы мотлаҡ Белорет район-ҡала ветстанцияһында теркәргә кәрәк. Ауылдарҙа был эште участка ветеринарҙары алып бара. Хайуандарҙы тотоу ҡағиҙәләрен боҙған шәхестәргә 5 мең һумға тиклем штраф һалына.

Әгәр эт тешләһә…
Әгәр һеҙҙе эт тешләне икән, тиҙ арала травматология пунктына мѳрәжәғәт итегеҙ. Шул уҡ ваҡытта был хәл ҡайҙа, ниндәй осраҡтарҙа, нисек килеп сығыуын әйтергә онотмағыҙ. Әгәр эт хужаһының фамилияһын, телефонын белһәгеҙ, тағы ла һәйбәтерәк.

Дауалау ҡағиҙәһен боҙмағыҙ!
Билдәләнгән дауалауҙы боҙорға ярамай, вакцинацияны бары врач-рабиолог тешләгән эттең һау-таҙа булыуына тулыһынса ышанғас ҡына туҡтата ала. Ветеринария - санитария ҡағиҙәләре буйынса, кешене тешләгән хайуан 10 кѳн белгес күҙәтеүе аҫтында булырға тейеш. Ҡотороу билдәләре асыҡланмаған осраҡта, хайуандың клиник хәле тураһында белешмә бирелә. Шуға ла хайуандан тиҙ генә ҡотолорға ярамай.
Вакцинация һорауҙары буйынса ветеринария станцияһына 4-73-79 телефондары буйынса, йә булмаһа урындағы ветеринария участкаларына мѳрәжәғәт итегеҙ.

116 кеше
зыян күргән

Үҙәк дауахананың травма-тология бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан 117 кеше эт тешләү сәбәпле мѳрәжәғәт иткән. Мѳхәмәттән 6 йәшлек бала ҡотороу вируслы эттән зыян күргән. Бала һәм ғаилә ағзалары ҡалаға йѳрѳп уколдар ала. Тешләгән эт 6-сы кѳндә үк үлгән.
Ветстанция хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, был осраҡтар буйынса бѳтә саралар ҙа күрелгән. Ошондай күңелһеҙ хәлдәр килеп сыҡмаһын ѳсѳн йорт хайуандары хужаларына вайымһыҙлыҡтан, битарафлыҡтан ҡотолоу кәрәк.

З. Сѳләймәнова
әҙерләне.
Оставить комментарий