Теш һыҙлауын нисек баҫырға?

Йәнгә тейә торған ауырыуҙар исемлеген тѳҙѳргә ҡушһаң, моғайын, һәр кеше беренсе урынға теш һыҙлауын ҡуйыр ине. Ысынлап та, яҙлы-кѳҙлѳ һауа торошо кинәт кенә үҙгәргән мәлдә тештәргә йоғонтоһо ҙур. Бындай осраҡта күптән түгел дауалатҡан йәки кариеслы тештәр елһенеп, маҙаға тейеп һыҙлай башлай. Бигрәк тә кискә, тѳнгә табан ауыртыу киҫкенләшән мәлдә ѳй шарттарында теште дауалау ысулдарын файҙаланыу зарур.

АУЫРТЫУҘЫҢ СӘБӘПТӘРЕ
Ауыртыу ҡуҙғытыусы (йылы, һыуыҡ, химик матдә йәки ҡаты предмет, кѳн торошо) йоғонтоһо арҡаһында барлыҡҡа килеүе мѳмкин. Теш һыҙлауҙың бындай тѳрѳ кариес һәм пульпитҡа хас. Әгәр ауыртыу үҙенән-үҙе барлыҡҡа килһә, был пульпа йәки апекаль (юғары ѳлѳшѳндәге) периодонттың шешеүен аңлата.
Теш һыҙлауҙың дауамы пульпаның үҙгәреүе күләменән тора. Тештең нормаль пульпаһы ғәҙәти механик, температура һәм химик ҡуҙғытҡыстарҙы тоймай.
Теш һыҙлауы – ул тынысһыҙлыҡ, тештең боҙолоуы тураһында сигнал. Теш ауыртыуы патологик процесс үҫешә башлағас барлыҡҡа килә, шуның ѳсѳн табипҡа күренеүҙе оҙаҡҡа һуҙмағыҙ.

ҺЫҘЛАУҘЫ БАҪЫУҘЫҢ БИШ ЫСУЛЫ
Теш һыҙлау ныҡ тынғыһыҙлыҡ килтерә. Йылмайғанда йәки йѳҙѳгѳҙҙѳ йыйырғанда, ашағанда йәки эскәндә, ауыҙығыҙҙы асҡанда йәки япҡанда, хатта башығыҙҙы борғанда ла ауырта. Ҡайһы берҙә тын алғанда ла һыҙлай, сѳнки һалҡын һауа, ауыҙға инеп, ауыртҡан теш янынан үтә.
Теш һыҙлауы бер нисә ауырыуҙың симптомы булыуы ихтимал. Ауыртҡан теш янындағы пульпа йәки теш ҡаҙнаһы зарарланған (серегән йәк сатнаған) булыуы мѳмкин. Шул уҡ ваҡытта ауыртыуға теш араһында ҡыҫылып ҡалған аҙыҡ ҡалдығы ла сәбәпсе була. Шуға күрә ниндәй генә осраҡ булыуына ҡарамаҫтан теш һыҙлағанда табипҡа күренергә кәрәк. Уға барып күренгәнгә тиклем ваҡытлыса һыҙлауҙы баҫыу ѳсѳн түбәндәге алымдарҙы ҡулланырға мѳмкин.
1. Теште сайҡау. Тән температураһы йылылығындағы һыуҙы ауыҙығыҙға алып, яҡшылап сайҡатығыҙ. Әгәр теш аҙыҡ ҡыҫылыуҙан ауыртҡан булһа, был алым тиҙ ярҙам итер.
2. Еп менән таҙартығыҙ. Әгәр сайҡатыу ярҙам итмәһә, теш араһында ҡыҫылып ҡалған аҙыҡты еп ярҙамында сығарып ҡарағыҙ. Теш ҡаҙналарын йәрәхәтләүҙән һаҡ булығыҙ.
3. Ауыртыуҙы баҫыусы препараттар ҡулланығыҙ. Һыҙлаған теш яғына араҡы уртлағыҙ. Теш ҡаҙналары ниндәй ҙә күләмдә алкоголде үҙенә һеңдерә һәм теш ойой. Ҡалғанын тѳкѳрѳгѳҙ. Шулай уҡ ауыртыуҙы баҫыусы ибупрофен, анальгин, аспирин кеүек кѳслѳ булмаған препараттарҙы эсергә мѳмкин.
4. Тоҙло йәки содалы һыу менән сайҡатығыҙ. Һәр саҡ ашағандан һуң һәм йоҡлар алдынан 1 балғалаҡ тоҙҙо 250 г. йылымыс һыуҙа болғатығыҙ. Һәр йотомдо ауыҙығыҙҙа тотоғоҙ, сайҡатығыҙ, тѳкѳрѳгѳҙ. Шулай уҡ 1 стакан йылымыс һыуға 1 балғалаҡ аш содаһы һалып сайҡатып ҡарағыҙ. Ялҡынһыныуҙан һыҙлаған тешкә был алым бик файҙалы.
5. Ҡулығыҙға массаж эшләгеҙ. Теш һыҙлағанда был алым ауыртыуҙы 50 процентҡа еңеләйтергә мѳмкин. Баш һәм һуҡ бармаҡтар осрашҡан ерҙе (V кеүек ѳлѳшѳн) боҙ киҫәге менән ыуығыҙ. Шунда уҡ боҙ менән 5-7 минут һаҡ ҡына баҫҡылағыҙ.

ТЕШ ҺЫҘЛАҒАНДА ХАЛЫҠ МЕДИЦИНАҺЫ САРАЛАРЫ
1. Араҡыла тѳнәтелгән ҡылыс үлән (аир) тамыры менән сайҡатырға.
2. Теш ҡаҙнаһын юл япрағы һуты менән ышҡырға. Шулай уҡ тештәр ныҡ булһын ѳсѳн уның тѳнәтмәһе менән ауыҙҙы сайҡарға.
3. Ауыртҡан тешкә ат ҡуҙғалағы һалырға
4. 2 аш ҡалағы шалфейға 1 стакан ҡайнар һыу һалып, 15 минут тѳнәтергә, һыуытып һѳҙѳргә. Башта 15-20 минут бер туҡтауһыҙ сайҡатырға, һуңынан ауыртыу баҫылғансы процедураны һәр 10 минут һайын ҡабатларға.
5. Ҡулдың беләҙек тирәһен эске яҡлап һарымһаҡ менән ышҡырға. Әгәр уң яҡ теш һыҙлаһа- һул ҡулды, һул яҡ теш булһа – уң ҡулды. Һарымһаҡ һуты яндырмаһын ѳсѳн ҡулға туҡыма киҫәге ябырға кәрәк, пульс беленгән урынға ваҡ итеп туралған һарымһаҡты һалып, тыҙыҙ итеп бәйләргә.
6. Шулай уҡ, тоҙ, һарымһаҡ, һуған ҡатнашмаһының да ярҙамы тейә. Уның ѳсѳн һарымһаҡ, һуған, тоҙҙо тигеҙ күләмдә алып, яҡшылап болғатырға һәм ризыҡ ҡалдыҡтарынан таҙартылған теш тѳбѳнә ошо ҡатнашманы ҡуйып, ѳҫтѳн мамыҡ киҫәге менән ҡапларға кәрәк. Шулай эшләгәндә ауыртыу һис шикһеҙ бѳтәсәк, сѳнки теш ялҡынһынғанда тоҙ барлыҡҡа килгән үңәҙҙе бѳтѳрһә, һарымһаҡ менән һуғанда бактерияларға тәьҫир итеүсе фитонцидтар бар.
Тик нимә генә булмаһын теште һаҡларға кәрәк. Улар һыҙлағандан әллә ниндәй етди, организмға янаусы ауырыуҙар килеп сығырға мѳмкин икәнлеген дә онотмағыҙ.

Теш щеткаһын дѳрѳҫ һайлай беләһеңме?
Теш щеткалары күп тѳрлѳ. Ҡайһы берҙәренең ѳҫтѳ тигеҙ, батынҡы, икенселәренең ситендәге ҡылдары ҡыҫҡараҡ, ѳсѳнсѳләре иһә ҡылдарҙың тығыҙлығы менән айырылып тора.
Клиник лаборатория күҙәтеүҙәре һѳҙѳмтәләренә ҡарағанда, киңлеге һәм бейеклеге 10-12, “эшләй торған” ѳлѳшѳ 25-30 миллиметрҙан кәм булмағандар кѳндәлек ҡулланылышта иң яйлыларҙан иҫәпләнә. Ҡылдарҙың аралары ла 2-2.5 миллиметрҙан артмайынса, ѳс рәттән торорға тейеш. Тығыҙ ҡыллы щетка теш араларын яҡшылап таҙартмай.
Ҡылдарына ҡарап, щеткалар бик ҡаты, уртаса һәм йомшаҡ тѳрҙәргә бүленә. Әйтәйек, йомшаҡтары ауыҙ ҡыуышлығы ауыртҡанда лайлалы шекәрә туҡымаһына зарар килмәһен ѳсѳн файҙаланылһа, пародонтоз менән ауырығанда ҡаты щеткалар ҡулланыу яҡшы.
Хәҙерге ваҡытта теш щеткалары күберәк ҡылдан һәм яһалма епсәләрҙән эшләнә. Һуңғыларын теләһә ниндәй ҡатылыҡта эшләп була. Ҡыл эсендәге канал микроорганизмдар менән бик тиҙ тула. Яһалма епсәләрҙә иһә улар юҡ.
Теш щеткаһын ҡоро урында һаҡлау тәҡдим ителә. Уны стакан эсенә башын юғары ҡаратып ҡуйыр кәрәк.
Нурия Шәрипова әҙерләне.
Оставить комментарий