Ауылға табиптар килде

Үткән аҙнала Өфө ҡалаһының 33-сө поликлиникаһынан бер төркөм табиптарҙың мобиль бригадаһы беҙҙең районға килде. Был акция БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Металлургтарҙың 35-се округы буйынса депутаты Юрий Леонидович Пустовгаров инициативаһы менән ойошторолғайны. Унда иң мөһим белгестәр – лор-врач, кардиолог, хирург, эндокринолог, УЗИ врачы, ЭКГ врачы, терапевт, маммолог, невролог, окулист, гинеколог булды.

Шулай уҡ заман медицинаһы ҡорамалдары менән йыһазландырылған махсус машинала халыҡҡа урында уҡ диагностик ярҙам күрһәтеү, йәғни күп төрлө скрининг тикшереүҙәр үткәреү мөмкинлеге тыуҙырҙы. Табиптарҙың мобиль бригадаһы Әзекәй, Мәхмүт, Верхнебельский һәм Тирлән ауылдарында халыҡты өс көн ҡабул итте. Белорет районына баш ҡала табиптарының килеп төшөүе урындағы халыҡ өсөн көтөлмәгән шатлыҡҡа әйләнде, сөнки ауыл кешеләре район үҙәгенең дауаханаһына йыш йөрөй алмай. Ә бында уларға бөтә белгестәргә күренеү һәм анализдар биреү мөмкинлеге тыуҙы. Ошо акцияға ҡағылышлы халыҡтың һәм табиптарҙың фекерен белеү өсөн беҙ ҙә Тирләнгә юлландыҡ. Ауыл дауаханаһы халыҡ менән шығрым тулғайны.

Әлбиттә, һәр кем форсаттан файҙаланып, табипҡа күренеп ҡалырға тырыша. Ғәҙәттә дауаханаға килгән кеше йөҙөндә бойоҡлоҡ сағылһа, бында уларҙа ҡәнәғәтлек, ҡыуаныс күрҙем. Тирлән ауылында ғүмер буйы йәшәгән Зинаида Дмитриева тормош иптәше менән килгәйне. «Бында килеүебеҙҙең төп сәбәбе – күҙ табибына күренеү. Иптәшем күптән инде һуҡырайҙы, ә хәҙер күҙе һыҙлауҙан интегә. Мин үҙем дә 28 сентябрҙә күҙемә операция яһатҡайным. Бер айҙан табипҡа күренергә тейеш инем. Үткән аҙнала ҡала дауаханаһына барҙым, ә күҙ врачына сират ҙур. Үтә алмай ҡайттым. Беҙ оло кешеләргә ҡалаға йөрөү бик мәшәҡәтле. Бына бит, бәхетебеҙгә күрә, үҙҙәре килгән,» - тип шатланып һөйләне Зинаида Ивановна.

Лира Фирғәт ҡыҙы Ғосманова, офтальмолог:
Әле үҙебеҙ булған ауылдарҙа күптәргә күҙҙең селтәрле шекәрәһе дистрофияһы диагнозы ҡуйҙыҡ. Уларҙың күптәренә операция талап ителә. Әгәр табипҡа ваҡытында мөрәжәғәт итһәләр дарыуҙар ярҙамында ла дауалап булыр ине. Күптәр матди ҡытлыҡҡа һылтанып, республика дауаханаһына барыуҙан баш тарта. Шуға күрә ҡайһыларға стационарҙа дауаланырға юллама бирҙек.
Оториноларингологҡа ла сират ҙур ине. Унда балаларҙан алып оло йәшкә тиклемге кешеләр йыйылған. «Миңә 42 йәш. Бала саҡта ҡолағыма һыуыҡ үткән. Күпме генә дауаланһам да ваҡытлыса ғына баҫылып тора ла, тағы һыҙлай башлай. Ҡала дауаханаһына гел йөрөп булмай, барһаң да эләгеүе ҡыйын. Шуға күрә белгән дарыуҙар менән өйҙә дауаланыуҙы хуп күрәм,» - ти Дамир Хөсәйенов.

Регина Риф ҡыҙы Фәйзутдинова, лор-табип:
Көнөнә 50-ләп кеше ҡабул итергә тура килде. Ни өсөндөр был районда һаңғыраулыҡ йыш осрай. Ололарҙа ғына түгел, хатта йәштәр араһында күп. Уның сәбәбе - ваҡытында табипҡа мөрәжәғәт итмәй үҙ аллы дауаланып, ҡолаҡ барабандарын сафтан сығарыу. Шулай уҡ тамаҡ, йотҡолоҡ ауыртыуынан йыш мөрәжәғәт иттеләр. Бындай сирҙәр һыу ҡатылығына бәйле.
Роза Мөхәмәтшина ла баш ҡала табиптарына ҙур өмөт бағлап килгән. «Мин күптән хаҡлы ялдамын. Аяҡ һыҙлауҙан ыҙалайым. Ҡалаға йөрөй алмайым. Үҙемсә дауаланып ҡараған булам. Бына бит Өфө хәтлем Өфөнән врачтар килеп төшкәндә күренеп ҡалайым тигәйнем. Шайтан ғына өмөтһөҙ, аяғым һыҙлауының сәбәбен табып, дауалап, аяҡтарым шәбәйеп китһә ине лә бит», - ти Роза Нәғим ҡыҙы.

Ринат Мөхлис улы Бүләков, Өфө ҡалаһының 33-сө поликлиникаһы хирургия бүлеге мөдире:
Был сараны 33-сө поликлиниканың табиптар командаһы менән берлектә Республиканың клиник онкология диспансеры ойошторҙо. Маҡсатыбыҙ - төпкөлдә ятҡан ауыл халҡының сәләмәтлеген тикшереү, медицина ярҙамы күрһәтеү. Ғәҙәттә ауыл халҡы табипҡа һирәк, ә инде ауырыған осраҡта һуң мөрәжәғәт итә. Шунлыҡтан дауалау мөмкинлектәре сикләнә. Әлеге ваҡытта өс ауылда булдыҡ. Алдағы мәғлүмәттәр буйынса, ауылда ауырыуҙар һаны күп түгел ине, ә тикшерә башлағас, улар һаны күпкә юғары булып сыҡты. Тимәк, ауыл халҡы ваҡытында табипҡа күренмәй, тигән һығымтаға килдек. Күп кенә онкологик ауырыуҙарҙы асыҡланыҡ. Әлбиттә, ваҡыт тар булды. Шуға күрә ауыл халҡын тулыһынса ҡарарға тура килмәне. Әммә урындағы халыҡтың сәләмәтлек кимәле ауырыуҙарҙан юғары булыуы шатландырҙы.
Әйткәндәй, табиптарҙың мобиль командаһы беренсе тапҡыр районға сығып, төпкөл ауылдарҙа ҡабул итеүҙәр ойошторҙо. Киләсәктә бындай ҡабул итеүҙәр башҡа ауылдарҙа ла ойоштороу планлаштырыла.
Н. Шәрипова.
Оставить комментарий