“Сәләмәтлегегеҙ үҙегеҙҙең ҡулда”, - ти Республиканың клиник туберкулезға ҡаршы диспансерының Белорет филиалы фтизиатры Геннадий Пиндюрин

Үҙе һайлаған һѳнәргә тоғро ҡалып, бѳтә ғүмерен шуға бағышлаған кешеләр һәр кемдә лә ихтирам һәм һоҡланыу тойғоһо уяталыр.
Яҙмышын медицина ѳлкәһенә бәйләп, 53 йыл хеҙмәтен район халҡының сәләмәтлеген ҡайғыртыуға арнаған врач-фтизиатр Геннадий Федорович Пиндюринды белмәгән кешенең үҙе юҡтыр.

Ул Белорет медучилищеһын тамамлағас, 1961 йылда Ғәбдѳк ауылының фельдшеры вазифаһында эшләй башлай. Бер аҙҙан уны түбәнге Әүжәнгә күсерәләр. Бында ике йыл эшләгәс, Ѳфѳнѳң медицина институтына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, 1970 йылда йүнәлтмә буйынса Белореттың район дауаханаһына акушер-гинеколог булып ҡайта. Күптә үтмәй Белоретта туберкулезды дауалау диспансеры асылғас, Геннадий Федорович унда эшкә күсә. Ул оҙаҡ йылдар диспансерҙа эшләү дәүерендә баш табип, баш табиптың урынбаҫары кеүек дәрәжәле вазифаларҙы ла башҡара. Бѳгѳнгѳ кѳндә инде ул тәжрибәле врач-фтизиатр булараҡ билдәле. Ошо кѳндәрҙә Бѳтә донъя туберкулезға ҡаршы кѳрәш кѳнѳн билдәләп үтеү айҡанлы, аяһыҙ йоғошло сир – туберкулез тураһында тағы бер ҡайта халыҡтың иҫенә тѳшѳрѳп китеү ниәтендә район буйынса фтизиатр Геннадий Федоровичҡа мѳрәжәғәт иттек.

- Туберкулез – ул нәҫелдән бирелгән ауырыу түгел, ә шулай ҙа бер ғаиләлә сирле булған осраҡта, бер-береһенән йоҡтороп бер нисә кеше ауырырға мөмкин. Туберкулез таяҡсалары асыҡ һауала үрсемәһә лә, зарарлау көсөн оҙаҡ юғалтмай. Ультрафиолет нурҙары, эҫе һыуҙа ҡайнатыу, 5 процент хлорамин бер нисә минут эсендә туберкулез таяҡсаларын юҡ итһә, бысраҡ, йыуылмаған, елләтелмәгән бүлмәләрҙә улар йылдар буйы һаҡланыуы ихтимал. Сир күп осраҡта ауырыу кешенән йоға: йүткергәндә, сөскөргәндә, һөйләшкәндә һауа аша һау кешенең тын юлдарына үтеп инеп, үпкәне, ҡаны аша таралып, башҡа органдарҙы ла зарарларға мөмкин. Зарарланған кеше оҙаҡ дауаланмаһа, үпкә шешә, тишелә. Туберкулез таяҡсалары йыш ҡына тын юлдарын, үпкәне зарарлай. Шулай уҡ тирегә, лимфа төйөндәренә, һөйәктәргә, бөйөргә, күҙҙәргә, ҡорһаҡ ҡыуышлығына, үҙәк нервы системаһына һәм башҡа ағзаларға зыяны тейеүе ихтимал. Ауырыуҙың тәүге симптомдары булып күкрәк ҡыҫыу, хәл бөтөү, сәбәпһеҙҙән тирләү, йүткереү, тәндең температураһы күтәрелеү, аппетит юғалтыу, ябығыу күҙәтелә.

Бындай билдәләр бар икән, кисекмәҫтән табипҡа күренергә кәрәк. Флюорография үткәреү, туберкулин пробаһы (Манту пробаһы) ҡуйыу, туберкулезға ҡаршы вакцинация – балаларҙы һәм өлкәндәрҙе туберкулездан ҡурсалауҙың тәүге аҙымдарының береһе. Табипҡа ваҡытында күренеү туберкулездан дауаланыу мөмкинлеген бирә.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туберкулездың ҡайһы бер төрөнөң тәүге осорҙа үҙен һиҙҙертмәүе лә ихтимал. Шуға күрә һәр кем ике йылға бер флюорография тикшеренеүе үтергә тейеш (хроник сир менән ауырыусыларға йыл һайын тикшеренергә кәңәш ителә).
Әгәр туберкулез менән шулай ҙа ауырығанһығыҙ икән, иң тәүҙә балаларығыҙҙы, эргә-тирәләге яҡындарығыҙҙы ҡурсалағыҙ. Ауырыу оҙайлы ваҡыт стационарҙа дауаланырға, ә яҡындары табипҡа күренергә тейеш. Йыл һайын флюорографик тикшереүҙәр үпкәләге күп сирҙәрҙе, туберкулездә профилактикалау ысулдарының бер төрө булһа, ваҡытында ашау, йоҡлау, режимды һаҡлау, алкоголь, тәмәке менән шаярмау, спорт менән шөғөлләнеү күп төрлө ауырыуҙарҙан, шул уҡ туберкулездан да һаҡланыу юлы. Әйткәндәй, беҙҙең ҡала-район буйынса һуңғы йылда ауырыусылар һаны үҫеүе күҙәтелмәй, шулай ҙа һандар бер кимәлдә ҡала килә. Мәҫәлән, һуңғы ике йылды сағыштырғанда элекке йыл ауырыусылар һаны 38,9 процент булһа, былтыр 38,8 процент тәшкил итте. Әлбиттә, 0,1 проценҡа кәмеүе лә шатлыҡлы күренеш, әммә һуңғы бер нисә йылда туберкулез балалар араһында булмағайны. Былтыр 1 үҫмерҙә был сир асыҡланды. Күрше ѳлкәләр, республикалар менән сағыштырғанда, Башҡортостанда туберкулез менән ауырыусылар кимәле күпкә түбән булыуы беҙҙең ѳсѳн һѳйѳнѳслѳ. Тик, үҙегеҙҙең һаулығығыҙға битараф булмай, ваҡытында медицина тикшеренеүҙәре үтеп торһағыҙ тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Сәләмәтлегегеҙ үҙегеҙҙең ҡулда, - тип тамамланы һүҙен фтизиатр Геннадий Федорович.
Нурия Шәрипова.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий