Нимә ул донорлыҡ ?

Башҡортостан дауаханаларына йыл һайын уртаса 42 тонна ҡан талап ителә, шул иҫәптән Республика балалар клиник дауаханаһына - 420 литр. Донорлыҡ буйынса яңы ҡануниәт үҙ көсөнә инһә лә, ҡан тапшырырға теләүселәр һис тә кәмемәй. Республикала йылына - 35-37 мең, көнөнә - 200 донор ҡабул ителә. Рәсәйҙә иһә йөҙләгән ҡан тикшереү лабораторияһы эшләй һәм йылына 3 млн. ярым донор ҡаны тикшерелә.
Ҡандан эшләнгән плазма ярты йылға карантинға һалына. Ошо ваҡыт үткәс, бѳтә тикшереүҙәр ҙә яҡшы икән, донорҙы яңынан табып, уның ҡанын ҡуллана башлайҙар. Берәй сир табылһа, ул кеше дауаханаға ебәрелә. Шуға күрә ҡан биреү процедураһын диспансеризация үтеүгә тиңләргә лә була, сѳнки тикшереү ваҡытында быға тиклем беленмәгән сирҙәр ҙә асыҡлана.

Республика Ҡан банкында тикшерелгән 2500 доза ҡан ята. Улар 85 градус һыуыҡлыҡта биш йыл буйы һаҡлана. Тапшырылған ҡан донорҙар үҙәгендә ентекле тикшерелә. Ғөмүмән, һәр ҡан компонентын тикшереүҙең үҙенсәлеге бар, сөнки улар тѳрлѳ ваҡыт дауамында эш-мәкәрлек итә. Мәҫәлән, ҡан ойошоуға ярҙам итеүсе тромбоциттар 5 көн йәшәһә, элек ни бары 16 кѳн йәшәгән эритроциттар хәҙер яңы технологиялар ярҙамында 56 кѳн йәшәй. Беҙҙең районда ҡан биреүсе донорҙарға 340 һум 20 тин аҡсалата компенсация түләү ҡаралған. Өҫтәүенә, донор ике көнгә эштән азат ителә. Ә инде Почетлы донор исемен йѳрѳтѳүселәр сираттағы отпускыһын теләгән ваҡытта алырға һәм тѳрлѳ льготалар менән файҙаланырға, дауаханаға пландан тыш ята алыуға хоҡуҡлы. Һәр муниципаль район үҙ донорҙарын ниндәй льготалар менән тәьмин итеүҙе үҙе хәл итә. Ҡайҙалыр бушлай фатирға сиратҡа ҡуялар, бушлай ер бирелә. Почетлы донорҙарға ай һайын 1000 һум компенсация ла түләнә. Кеше 40 тапҡыр ҡан, 60 тапҡыр плазма тапшыра икән, ул Почетлы донор тип иҫәпләнә.

Ғалимдар билдәләүенсә, йыш ҡан тапшырыусылар миокард инфаркты, баш мейеһе инсульты, йѳрәктең ишемик сирҙәре менән ун тапҡырға әҙерәк сирләй. Ғѳмүмән, донор булыу бѳтә ауырыуҙар ѳсѳн дә профилактик сара һанала. Ҡан тапшырыу атеросклероздан, подагранан (быуынға тоҙ ултырыу), ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙолоуҙан, бауыр, ашҡаҙан аҫты биҙе сирҙәренән, тромбоздан, матдәләр алмашыныуынан, иммун системаһы ауырыуҙарынан дауа һәм холестерин кимәлен нормала тотоу ѳсѳн файҙалы. Донорҙар һыуыҡ үткәреп һирәк сирләй, уларҙың ҡан тамырҙарында склеротик үҙгәрештәр яй бара. Бындай кешеләр организмдың күпләп ҡан юғалтыуын да еңел кисерә. Ошонан сығып, йыш ҡан тапшырыусы донорҙарҙы иң сәләмәт кешеләр тип әйтергә лә була. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, йыш ҡан тапшырыусылар 5 йылға күберәк йәшәй тип һанала. Донорлыҡ - әхлаҡи принциптарҙы үҫтереүсе, гуманизм, илһѳйәрлек тойғоларын тәрбиәләүсе сара ла ул.

Күпме ҡан бирергә була?
Йыш ҡан биреүселәрҙән, донорҙың хәл-торошона, врач һәм лаборатор тикшереүҙәргә ҡарап, 350-450 мл., әгәр ҙә пациент тәүге тапҡыр ҡан бирә икән, унан 250-350 мл. ҡан алына.

Нисә тапҡыр ҡан бирергә мѳмкин?
Ирҙәр йылына 5, ҡатын-ҡыҙҙар 4 тап-ҡыр ҡан тапшыра ала. Бер тапҡыр ҡан биргәндән һуң был процедураны тағын 60, ә плазма биреүҙе 30 кѳндән һуң ғына ҡабатларға ярай. Биш тапҡыр ҡан биргәндән һуң 3 ай ял итеп алыу мотлаҡ.

Күпме ваҡыттан ҡан элекке хәленә ҡайта?
Ҡан составы 30-40 кѳндән һуң, ә ҡандың компоненттары тѳрлѳ ваҡыт эсендә яңынан әүәлге хәленә ҡайта.
Эритроциттар, мәҫәлән, 4-6 аҙна, лейкоцит һәм тромбоциттар 1 аҙна үткәс, плазма иһә 1-2 кѳндән яңынан тергеҙелә. Ҡанды тиҙерәк элекке хәленә ҡайтарыу ѳсѳн күберәк һыу эсергә, аҡһымға бай аҙыҡ-түлек ашарға кәрәк.

Түләүһеҙ донорлыҡ тураһында
Аҡса өсөн генә түгел, ә фәҡәт ниндәйҙер ауырыуға ярҙам итеүҙе күҙ уңында тотҡан аңлы донорҙар тәртиплерәк, ә ҡаны хәүефһеҙерәк тип баралар. «Түләүле» донор, киреһенсә, аҡса эшләү маҡсатында мәҫәлән, осраҡлы енси бәйләнеш, яңы ғына алынған теш, эшләнгән пирсинг йәки татуировка тураһындағы мәғ-
лүмәтте табиптан йәшереүе мөмкин. Барлыҡ цивилизациялы илдәрҙә ирекле донорлыҡ үҫешә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ла шуны кәңәш итә.
Үкенескә күрә, халыҡ донорлыҡтың мѳһимлеген, дауалау учреждениеларының ҡанға һәм уның компоненттарына мохтаж булыуын тулыһынса аңлап етмәй әле. Ҡан - ул күп функционалле дарыу. Уны яһалма рәүештә етештереп булмай. Кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн был дарыуҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Оставить комментарий