Иңдәрендә – кеше һаулығы

Үткән аҙнала медицина хеҙмәткәрҙәре һѳнәри байрамдарын билдәләне. Аҡ халатлыларҙы тәбрикләү тантанаһы ҡаланың музыка мәктәбендә үтте.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов һаулыҡ һағында тороусыларыҙы, залда йыйылған медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотланы, уларға бик күп йылы һүҙҙәр еткерҙе, яуаплы һәм тынғыһыҙ хеҙмәттәре хаҡында оло хөрмәт һәм ихтирам менән һөйләне.
- Һеҙҙең еңел булмаған хеҙмәтегеҙ – оло хөрмәткә һәм танылыуға лайыҡ ысын һөнәри һәм кешелек ҡаһарманлығы. Фиҙакәрлегегеҙ һәм үҙ һөнәрегеҙгә тоғролоғоғоҙ, изгелегегеҙ һәм кеше яҙмыштарына битараф булмауығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт. Медицина өлкәһенә Хөкүмәт тарафынан иғтибар һәр саҡ көслө. Дауаханалар асыла, яңы, заманса ҡорамалдар сафҡа индерелә. Был йәһәттән беҙҙең ҡала-район кимәлендә лә ярайһы күп эштәр башҡарыла, - тип һуңғы йылдарҙағы медицина ѳлкәһе уңыштары хаҡында әйтеп үтте хакимиәт башлығы. Һуңынан хеҙмәт алдынғыларына муниципаль район Советының Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Был грамоталарҙы ҡабул итеп алған һәр кемгә Владислав Геннадьевич хеҙмәт уңыштары, ғаилә бәхете, сәләмәтлек теләне.
Бүләкләү тантанаһы бының менән генә тамамланманы. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының территориаль бүлеге начальнигы Лев Гущенскийға һүҙ бирелде. Ул хеҙмәт алдынғыларын Рәсәй һәм Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарының Грамоталары менән бүләкләне. Артабан Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының баш табибы Евгений Кустов, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы рәйесе Валентина Нужина йыйылыусыларҙың күптәренә тырыш хеҙмәттәре өсөн Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары, бүләктәр менән бергә ҡотлау һүҙҙәре еткерҙе һәм Валентина Григорьевна һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына диван, һыуытҡыс, кейем шкафы кеүек кѳнкүреш әйберҙәренә сертификаттар тапшырҙы.
Ҡотлауҙар ҡала үҙешмәкәр артистарының сағыу сығыштары менән үрелеп барҙы. Дамир Хәсәновтың ҡурай моңдары, бейеү ансамблдәренең дәртле бейеүҙәре, Әмир Әхмәтйәнов, Михаил Котов, Луиза Мѳхѳтдинова, «Фантазеры» ѳлгѳлѳ вокаль коллективының матур йырҙары, музыка мәктәбе директоры Ирек Иҫәнғужиндың саксофонда уйнауы һәм башҡа сығыштар һәр кемде илһамландырҙы, байрам кәйефе бирҙе.
Нурия Шәрипова.
Оставить комментарий