Лайыҡлылар  бүләкләнде 14-06-2013, 14:12 / Һаулығың-байлығың

Лайыҡлылар бүләкләнде

Һѳнәри байрамдары уңайынан ҡаланың музыка мәктәбендә ҡала-район медицина хеҙмәткәрҙәрен ҡотлау һәм бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Иң изге һәм почетлы һѳнәр эйәләрен муниципаль район Советы рәйесе Е.Я. Карепанов, муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.С. Теләүбаев, Белорет район үҙәк клиник дауаханаһының баш табибы Х.М. Мостафин, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Белорет ҡалаһындағы территорияль бүлек начальнигы Л.Б. Гущенский, медицина хеҙмәткәрҙәренең профсоюз етәксеһе В.Г. Нужина ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Оҙаҡ йылдар намыҫлы, фиҙаҡәр хеҙмәт иткән бер тѳркѳм...
Ҡотороу сиренән һаҡланығыҙ! 20-05-2013, 16:27 / Һаулығың-байлығың

Ҡотороу сиренән һаҡланығыҙ!

Ҡала һәм ауылдарҙа хужаһыҙ ҡалған эттәрҙең күбәйеүе йәмғиәтебеҙ ѳсѳн мѳһим проблемаларҙың береһе булып ҡала. Яуапһыҙ һәм вайымһыҙ хужалар эттәрҙе үҙ яйына ҡуйып сығарып ебәрә. Ә ҡайҙа етте шунда йѳрѳгән эттәр хәүеф сығанағына әйләнә. Улар ѳйѳр булып тупланып, үҙҙәренә аҙыҡ табыу маҡсатында сүп-сар ѳйѳмдәрен, сүп бактарын аҡтара. Бынан тыш, уларҙың тәбиғәттә ҡотороу сирен таратыусы ҡырағай хайуандар менән бәйләнешкә инеүе ихтимал. Күп осраҡта эттәрҙең агрессивлығынан бала-саға йәки иҫеректәр зыян күрә, сѳнки улар үҙҙәре эттәрҙе һѳжүм итеүгә этәрә. Балаларға берәҙәк эттәр менән уйнау...
Талпан һѳжүме башланды 17-05-2013, 14:46 / Һаулығың-байлығың

Талпан һѳжүме башланды

Кешелек яҙ етеү ҡыуанысы кисергән кѳндәрҙе, ҡояшты ҡаплаған ҡара болоттай, талпандар һѳжүме йәмһеҙләй. Болот тарала ла бѳтә, ә бына бәләкәй генә талпандың кешегә ҙур мәшәҡәт, хатта бәлә килтереүе ихтимал. Шуға ла тәбиғәт ҡосағына, баҡсаға, сквер-парктарға барыр алдынан һәр кемгә был зарарлы бѳжәктән һаҡланыу сараһын күрергә кәрәк. Яҙ башынан алып 1 майға тиклем ҡала дауаханаһының травматология бүлегенә 34 кеше талпан тешләүенә бәйле мѳрәжәғәт иткән. «Гигиена үҙәге» эпидемиологы Н.И.Сәғитова белдереүенсә, әлегә талпан энцефалиты менән ауырыусылар теркәлмәгән....
Хирург – яуаплы һѳнәр 6-04-2013, 15:45 / Һаулығың-байлығың

Хирург – яуаплы һѳнәр

Кескәйҙән хыялланған һѳнәренә эйә булып эшләп йѳрѳгән кешенән дә бәхетлерәге юҡтыр. Ғүмер буйына яратҡан эшеңде башҡарыу абруй, хѳрмәт менән бергә мәртәбәлек һәм ҙур ҡәнәғәтләнеү тойғоһо килтерә....
Йәшәү рәүешен үҙгәртергә! 4-04-2013, 16:14 / Һаулығың-байлығың

Йәшәү рәүешен үҙгәртергә!

Сәләмәтлек. Беҙ һаулыҡтың ҡәҙерен уны юғалтҡас ҡына аңлай башлайбыҙ. Бѳгѳнгѳ кѳндә районыбыҙҙа үлемдең тыуымдан юғары булыуы, йѳрәк-ҡан тамырҙары, яман шеш, ашҡаҙан-эсәк, инсульт, инфаркт кеүек ауырыуҙарҙың артыуы һис кенә лә ыңғай күренеш түгел. Эшләп йѳрѳүсе халыҡтың күбеһе сир аҙып киткәс кенә табиптарға мѳрәжәғәт итә. Тимәк, предприятие, завод, учреждение һәм ойошмалар етәкселәренә уйланырға урын бар. Әйткәндәй, үҙ эшселәренең һаулығын ҡайғыртҡан, һау-сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған предприятиеларҙың алға китеүе һәм үҫеше бер кемгә лә сер түгел. «БашРЭС-Белорецк»,...
Йәш табип эшкә килде 22-02-2013, 15:03 / Һаулығың-байлығың

Йәш табип эшкә килде

Октярбь Революцияһына тиклем Сермән ауылында 5 урынлыҡ стационар дауахана булыуы билдәле. 1904 йылда Ҡазан университетын тамамлаған Атласов Хабибрахман тигән табип эшләгән. Уның ҡул аҫтында бер фельдшер ҙа булған. Һуғыштан һуң эшләгән билдәле табип В.К. Махиняны әле лә тик яҡшы яҡтан иҫләйҙәр. Р.А. Шәйәхмәтова, Р.М. Ҡәҙерғәлина, Р.А. Ағзамов бик тырышып эшләнеләр. Ә инде И.А. Килдейәров табип булып эшләгән сағында дауахананың базаһын нығытырға тырышты. Кер йыуыу, ҡабул итеү, ашхана, тѳкѳтмә тѳҙѳтѳлдѳ, стационар дауалау урындары арттырылды. Инде 25 йыл табип йѳгѳн Альберт Лев улы Ғарипов тарта....
Яман шештән ҡотолоу юлы бармы? 12-02-2013, 09:27 / Һаулығың-байлығың

Яман шештән ҡотолоу юлы бармы?

Элегерәк был сирҙе дауалап булмай, тигән ҡараш йәшәне. Хәҙерге ваҡытта рактың тѳрлѳ формаһына һәм ваҡытына ҡарап дауалап була. Яман шеш менән сирләгән ѳс кешенең береһен ҡотҡарып ҡалырға мѳмкин, сѳнки заман медицинаһы алға бара, хатта бер нисә тѳрѳнә ҡаршы вакциналар табылды. Врачтар тәмәке тартыуҙы, артыҡ эсеүҙе юҡҡа ғына тыймай. Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барғандар араһында был сир һирәгерәк осрай....
Карантин иғлан ителгән 4-02-2013, 15:30 / Һаулығың-байлығың

Карантин иғлан ителгән

Табиптарҙың киҫкен респиратор вирус инфекцияһы ғинуар аҙағына кѳсәйәсәк, тип фаразлауы дѳрѳҫкә сыҡты. Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы етәксеһе Евгений Степанов матбуғат конференцияһында: “ Тѳбәк буйынса был күрһәткес уртаса 37,7 процентҡа тиң”, - тип белдерҙе. Әммә белгестәр февраль баштарында ОРВИ менән ауырыусылар һаны ҡырҡа артыуын кѳтә. Ҡалала балалар күпләп ауырыуы теркәлә. Класта ауырыусылар һаны 25-35 проценттан артып китһә, карантинға ябалар. Мәҫәлән, ҡаланың 17-се гимназияһында ике класта, 3-сѳ мәктәптә биш класта карантин иғлан ителгән....
Әлегә киҙеү осрағы теркәлмәгән 23-01-2013, 15:42 / Һаулығың-байлығың

Әлегә киҙеү осрағы теркәлмәгән

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ғинуарҙың тәүге аҙнаһында республикала 10 меңдән ашыу кеше респиратор инфекция менән дауаханаларға мѳрәжәғәт иткән, күпселеге - балалар. Икенсе аҙнала сирләүселәрҙең һаны 28,5 процентҡа (13018 кеше) артҡан, уларҙың 66,5 проценты - балалар. Ике кешегә киҙеү диагнозы ҡуйылған. Башҡа йылдар менән сағыштырғанда, күрһәткестәр 28,4 процентҡа түбән һәм эпидемия тураһында һүҙ йѳрѳтѳүе иртә. Был миҙгелдә республикала 900 меңдән ашыу кеше киҙеүгә ҡаршы прививка яһатҡан....
Һуған һуты 21-01-2013, 10:02 / Һаулығың-байлығың

Һуған һуты

Һуған йәки һарымһаҡ һутының үҙен генә танауға һалыу зыянлы: улар бик әсе, танау эсе яныуы ихтимал. Һалҡын тейгән ваҡытта 5 тамсы һуған йәки һарымһаҡ һутына 15 тамсы зәйтүн йәки кѳнбағыш майы ҡушып ҡына ҡулланығыҙ....