Алой  үләненең  файҙаһы  һәм зыяны 18-01-2013, 16:31 / Һаулығың-байлығың

Алой үләненең файҙаһы һәм зыяны

Өйҙәрендә күптәр алой үләнен үҫтерә. Уны ашҡаҙандың сей яраһын, бөйәнде, эс ҡатыуҙы, шәкәр диабетын, үпкә шешен, асыҡ яраны, бешкән урынды, ир-ат менән ҡатын-ҡыҙҙың түлһеҙлеген дауалауҙа файҙаланалар. Алой үләненән яһалған дарыуҙар бихисап. Бер нисәһен тәҡдим итәбеҙ....
Һаулығыңды алдан ҡайғырт 15-01-2013, 16:16 / Һаулығың-байлығың

Һаулығыңды алдан ҡайғырт

Муниципаль район хакимиәтендә һаулыҡ буйынса йомғаҡлау ултырышы булып үтте. Һаулыҡ буйынса ведомство-ара комиссия рәйесе, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары И.С. Теләүбаев әлеге ваҡытта Рәсәйҙә демографик хәлдең киҫкен тороуы, алдағы 10-15 йыл менән сағыштырғанда тыуым күпкә яҡшырһа ла, илдә үлем күрһәткесе юғары булыуы тураһында һѳйләне....
Үҙегеҙҙе     сирҙән  һаҡлағыҙ 3-12-2012, 15:51 / Һаулығың-байлығың

Үҙегеҙҙе сирҙән һаҡлағыҙ

1998 йылда Бѳтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы 1 декабрҙе Бѳтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы кѳрәш кѳнѳ тип иғлан итә. ВИЧ-инфекцияһын профилактикалау буйынса саралар 2025 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһының демографик сәйәсәт концепцияһына индерелгән....
Баландар бит ҡойолмайҙар... 26-11-2012, 14:36 / Һаулығың-байлығың

Баландар бит ҡойолмайҙар...

Ауылдарҙа командировкала булған саҡта, күптәрҙең баҡсаларында күҙҙең яуын алып ултырған балан емештәренә иғтибар иткәйнек. Ул шундай уңған, тәлгәштәре суҡ. Тик хужалары ниңәлер йыйып алмаған. Бәлки, баландың һаулыҡҡа шундай файҙалы емеш икәнен белеп бѳтмәйҙәрҙер? Шуға ла бѳгѳн гәзит уҡыусыларына баландың файҙаһы, дауаһы тураһында яҙып үтергә булдыҡ....
ЙОҠО   -    һаулыҡҡа файҙалы 26-11-2012, 14:32 / Һаулығың-байлығың

ЙОҠО - һаулыҡҡа файҙалы

Төнгө йоҡо тәбиғи булырға тейешле, әммә күптәр өсөн был хыялға әйләнеп бара. Ни өсөн улай? Дарыу эсмәйенсә генә йоҡоно көйләп буламы? Йоҡоһоҙлоҡтан арындырыуҙы үтенеп килгән бер ҡатын түбәндәгеләрҙе һөйләне: ”Төрлө ваҡиғалар менән тулы көн аҙағына яҡынлашты. Эштән, аралашыу тәьҫораттарынан арынып, ял ваҡыты кис етте - донъяны төн ҡараңғылығы ҡапланы. Һин яңы көндә яңы көс менән уяныр өсөн тәнеңде, йәнеңде талсыҡтырған арыу шул ҡараңғылыҡта иреп юғалырға тейеш кеүек. Мендәргә башыңды терәү менән йоҡлап китергә лә бит, тик керпек осона эленеп торған йоҡо шул мәл юҡҡа...
Һуғандың мөғжизәле көсө 14-11-2012, 14:15 / Һаулығың-байлығың

Һуғандың мөғжизәле көсө

Халыҡ медицинаһында һуған көслө дауалау сараһы булараҡ төрлө ауырыуҙарҙа ҡулланыла. Уның составында тимер, калий, аскорбин кислотаһы, каротин, кверцетин, эфир майҙары, РР һәм В төркөмө витаминдары бар. Мәғлүм булыуынса, кверцетин - рак менән көрәшеүсе ҡеүәтле элемент. Һуғандың яңы һығылған һуты ангина, грипп менән сирләгәндә, йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә, нервылар ҡаҡшағанда ярҙам итә. Диабетта: 2-3 ваҡлап туралған һуғанға 2 стакан йылы һыу ҡойоп, 7-8 сәғәт тоторға, һөҙөргә һәм дауаны көнөнә 3 тапҡыр аш алдынан 50-100 миллилитр эсергә....
Күңел кѳҙгѳһѳ  -   Күҙ 14-11-2012, 14:14 / Һаулығың-байлығың

Күңел кѳҙгѳһѳ - Күҙ

Халыҡ юҡҡа ғына иң ҡәҙерле нәмәне «күҙ ҡараһы кеүек һаҡла» тип әйтмәгәндер, сѳнки кеше ѳсѳн күҙ иң мѳһим һәм кәрәкле орган. Глаукома (һары һыу ауырыуы) - йыш ҡына һиҙелмәйенсә генә барлыҡҡа килә һәм күҙ ѳсѳн ҡурҡыныс ауырыу. Кәрәкле дауалау булмағанда, күҙҙең күреү һәләтен юғалта барып, тулыһынса һуҡырайыуға килтерә....
Теште генә түгел, күңелде лә дауалай 12-10-2012, 17:08 / Һаулығың-байлығың

Теште генә түгел, күңелде лә дауалай

Балалар поликлиникаһының стоматология кабинетына яҡынлашҡан һайын хәҙер бала илауы ишетелер инде, тип борсолоуым арта. Ишек шаҡырға баҙнат итмәй бер аҙ кѳтѳп торҙом. Тып-тыныс, ниңәлер эске яҡта бала илауы ишетелмәй... Балалар ғына түгел, ә ата-әсәләрҙең дә күпселеге теш табибына килгәндә ошондай хис-тойғолар кисерә. Әммә был юлы балаларҙың теш табибы кабинетындағы тыныслыҡ берҙән, ғәжәпләндерһә, икенсенән, ҡыуандырҙы. Был тыныслыҡтың сере ябай - үҙ эшенең оҫтаһы булған теш табибы Лилиә Миннибай ҡыҙы Мѳхәмәҙиева ҡабул итә. Йәш табип ѳс йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, ата-әсәләр араһында...