Теште генә түгел, күңелде лә дауалай 12-10-2012, 17:08 / Һаулығың-байлығың

Теште генә түгел, күңелде лә дауалай

Балалар поликлиникаһының стоматология кабинетына яҡынлашҡан һайын хәҙер бала илауы ишетелер инде, тип борсолоуым арта. Ишек шаҡырға баҙнат итмәй бер аҙ кѳтѳп торҙом. Тып-тыныс, ниңәлер эске яҡта бала илауы ишетелмәй... Балалар ғына түгел, ә ата-әсәләрҙең дә күпселеге теш табибына килгәндә ошондай хис-тойғолар кисерә. Әммә был юлы балаларҙың теш табибы кабинетындағы тыныслыҡ берҙән, ғәжәпләндерһә, икенсенән, ҡыуандырҙы. Был тыныслыҡтың сере ябай - үҙ эшенең оҫтаһы булған теш табибы Лилиә Миннибай ҡыҙы Мѳхәмәҙиева ҡабул итә. Йәш табип ѳс йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, ата-әсәләр араһында...